1.”Грамотаға өйрәтеү” һәм “Туған тел” предметтарын өйрәнеүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр
”Туған тел” предметы буйынса төҙөлгән эш программаһы уҡыусыларҙың шәхси үҫеш, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләрен үҫтереүгә йүнәтелгән.
1 – се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр:
1. Шәхси үҫеш һөҙөмтәләре:
· уҡыу процесында белем алыуға етди ҡарарға;
· тиҫтерҙәре, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;
· мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарарға;
· Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында ҡайғыртыусан булырға;
· һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.
2. Предмет буйынса белем алыуҙа һөҙөмтәләр:
· һүҙҙәрҙе мәғәнәүи яҡтан төркөмләргә (предметтың атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр);
· һөйләм төрҙәрен билдәләргә (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡырға;
· һөйләмде дөрөҫ яҙырға(баш хәреф, аҙағында – тыныш билдәләре);
· үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе айыра, таный белергә;
· һөйләмде күсереп яҙғанда ярҙамсы һүҙҙәрҙе (да-дә, та-тә, ла-лә, ҙа-ҙә; ҡына-кенә, ғына –генә) билдәләргә һәм дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;
· предметтың белдергән һүҙҙәрҙе уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәргә айыра белергә;
· кешенең исемен, фамилияһын, ер-һыу атамаларын баш хәрефтән яҙырға;
· өндәрҙе һуҙынҡы, тартынҡыларға айырырға, нәҙек – ҡалын һуҙынҡыларҙы, парлы яңғырау – һаңғырау, парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы дөрөҫ билдәләргә, график рәүештә тамғаларға;
· һүҙҙең (3-4, 5-6 өндән торған) өн моделен төҙөргә;
· 6-7, 7-8 һөйләмдән торған (30-35 һүҙ) тексты күсереп яҙырға;
· һүҙҙе ижеккә бүлергә, юлдан юлға күсерә белергә;
· о-ө, у-ү, э (һүҙ башы) хәрефтәре; йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһы), йо, йы ҡушымсалары булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға;
· һүҙ башында я, е, ё, ю хәрефтәре менән булған 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға;
· тартынҡы өндөң аҙағында килгән нәҙеклек билдәһен (ь) рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә (3-4, 4-5 хәрефле) дөрөҫ яҙыу.
3. Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр:
· уҡытыусыны тыңларға, уның әйткәнен ишетергә;
· өндәрҙе әйтергә, тыңларға, сағыштырырға, анализларға;
· уҡытыусыға һорау бирергә, белешмә алырға;
· икешәрләп йәки төркөмләп класташтар менән эшләргә;
· диалог барышында һөйләшеүҙә ҡатнашырға, уның темаһын күҙ уңында тотоп, үҙ фекереңде әйтергә, кешенекен тыңларға;
· дәрестең темаһына ярашлы уҡыу мәсьәләһе ҡуйырға, уны сисеү маҡсатында тикшереү эшендә әүҙем ҡатнашырға;
· график-символик һыҙмаларҙы танырға: һүҙҙҙең өн(хәреф) моделен, һөйләмдең һыҙмаһын төҙөргә һәм уҡырға;
· уҡыу һәм яҙыуҙы мәғлүмәт, белем алыу мөмкинселеге итеп ҡулланырға.
2 – се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр:
1. Шәхси үҫеш һөҙөмтәләре:
· үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;
· ата - әсәһенә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға;
· мәктәп йыһаздарына, уҡыу-әсбаптарына һаҡсыл булырға;
· Тыуған илде яратырға;
· ерҙе, телде һаҡларға;
· һаулыҡты нығытырға;
· ҡунаҡта, кинола йәки экскурсияла һәм башҡа йәмғиәт урындарында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;
· кеше менән аралашыу этикетын үҙләштерергә.
2. Предмет буйынса белем алыуҙа һөҙөмтәләр:
· һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмләргә. Уларға тейешле һорау ҡуйырға. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдереүсе һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә урынлы ҡулланырға;
· һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә, уны хәрефтәр менән яҙырға;
· һөйләмдәр төҙөргә,уларҙы тейешле һүҙ өҫтәп тулыландырырға;
· һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр, өндәү, һорау һөйләмдәргә айырырға, уларҙы тейешле интонация менән уҡырға;
· һөйләмдең эйәһен, хәбәрен (баш киҫәктәрен) айыра белергә;
· һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырға;
· башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанундарын, ҡағиҙәләрен үҙләштерергә: Уу – Үү, Оо – Өө, Ээ (е), Ыы хәрефле һүҙҙәр, һүҙҙә йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһы), йо, йы ҡушымсалары, һүҙ башында Яя, Ее, Ёё, Юю хәрефтәре, һүҙ башында Вв хәрефе, ярҙамсы һүҙҙәрҙең (һәм, менән; да-дә, та-тә, ла-лә, ҙа-ҙә; ҡына-кенә, ғына –генә) айырым яҙылышы;
· һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәһе (нөктә, өндәү, һорау) ҡуйырға;
· кеше исем – фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын, ер – һыу атамаларын һәм һөйләмдең башындағы һүҙҙе ҙур хәрефтән яҙырға;
· 8-10 һөйләмдән торған (35-40 һүҙ) тексты күсереп яҙырға;
· 30-35 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә; һүҙҙе ижеккә бүлергә,уны юлдан юлға күсерә белергә;
· тексты аңлы уҡырға һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә – эҙлекле үтәргә. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәргә;
· уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашырға.
3. Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр:
· үҙ-аллы уҡырға, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырырға: белемде, мәғлүмәтте эҙләү күнекмәләре булдырырға (һорау, белешеү, мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш һ.б);
· тикшеренеү – эҙләнеү эшен планлаштырырға;
· парлап, төркөмләп, команда менән эшләргә;
· алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәргә;
· билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәргә;
· диалог ҡорорға, уҡыу материалын тикшерергә, анализларға, һығымта яһарға;
· мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнергә: әңгәмәсене тыңлай, хуплай белергә, аңламағаныңды итәғәтле итеп һорашырға, яуап алырға һәм рәхмәтеңде белдерергә; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткеререргә, уны яҡлай белергә.
3– сө класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр:
1.Шәхси үҫеш һөҙөмтәләре:
· үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;
· ата - әсәһенә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға;
· мәктәп йыһаздарына, уҡыу-әсбаптарына һаҡсыл булырға;
· Тыуған илде яратырға;
· ерҙе, телде һаҡларға;
· һаулыҡты нығытырға;
· ҡунаҡта, кинола йәки экскурсияла һәм башҡа йәмғиәт урындарында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;
· кеше менән аралашыу этикетын үҙләштерергә.
2. Предмет буйынса белем алыуҙа һөҙөмтәләр:
· һүҙҙең өн моделенә ярашлы һүҙ уйлап табырға;
· һүҙҙең өлөштәрен (тамыр һәм ялғау, яһаусы ялғау һәм яһалма һүҙ) айырырға;
· тамырҙаш һүҙҙәрҙе танырға, уларҙы башҡа оҡшаш һүҙҙәрҙән айырырға;
· тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр, парлы-парһыҙ, яңғырау-һаңғырау, сонор тартынҡы өндәр, һүҙҙә сиратлашып килеүсе тартынҡылар тураһында һөйләй белергә;
· һүҙгә фонетик анализ яһай белергә;
· ҡушма һүҙҙәрҙе танырға, уларҙың дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;
· үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе танырға һәм уларға дөрөҫ ялғау ҡуша белергә;
· һүҙ төркөмдәрен (предмет атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе) таба белергә;
· һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белергә;
· сюжетлы һүрәт, һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында хикәйә, әкиәт ижад итергә.
3.Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр:
· үҙ аллы белем алырға, мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә;
· дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә; дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белергә һәм тормошҡа ашырырға, эште дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға;
· эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә;
· тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшергә, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә;
· эшләгән эштәрен дөрөҫ баһаларға һәм кәрәк икән, төҙәтмәләр индерергә.
4– се класс аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр:
1.Шәхси үҫеш һөҙөмтәләре:
· үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;
· ата - әсәһенә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға;
· мәктәп йыһаздарына, уҡыу-әсбаптарына һаҡсыл булырға;
· Тыуған илде яратырға;
· ерҙе, телде һаҡларға;
· һаулыҡты нығытырға;
· ҡунаҡта, кинола йәки экскурсияла һәм башҡа йәмғиәт урындарында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;
· кеше менән аралашыу этикетын үҙләштерергә.
· Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, уларҙы һаҡларға, халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнергә, таратырға.
2. Предмет буйынса белем алыуҙа һөҙөмтәләр:
· өндәрҙе төркөмләргә, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар таблицаһына таянып, уларға тулы характерисика бирергә;
· һүҙ төркөмдәрен мәғәнәһе һәм һорауы буйынса айыра белергә;
· өйрәнелгән орфограммаларҙы эсенә алған, 70 — 80 һүҙҙән торған тексты каллиграфия талаптарына ярашлы грамоталы яҙа белергә;һүҙҙе яһалышы һәм һүҙ төркөмдәре буйынса тикшерә белергә, һүҙгә фонетик һәм морфологик анализдар эшләргә;
· һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белергә;
· 70 — 80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙырға; инша ижад итергә, тирә-яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белергә.
3.Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр:
· уҡыу процесына яуаплы ҡарарға, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра белергә, уҡыу мәсьәләләрен сисә белергә;
· теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт тупларға, эҙләнеү эше алып барырға, уның буйынса презентация эшләй белергә;
· мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булырға, үҙ итергә, әңгәмәсенең уй – тойғоларын аңларға тырышырға, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белергә;
· билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик – фразеологик минимумын үҙләштерергә һәм телмәрҙә ҡуллана белергә.
2. “Грамотаға өйрәтеү” һәм “Туған тел ” предметтарының темалар йөкмәткеһе
Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбендә“Грамотаға өйрәтеү” һәм “ Туған теле” дәрестәре буйынса төҙөлгән программа түбәндәге бүлектәрҙе үҙләштерергә тәҡдим итә.
1-се класс – 110 сәғәт
Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбендә 1 –се класта программа материалын өйрәнеү өсөн бөтәһе 110 сәғәт бирелә.
Грамотаға өйрәтеү дәрестәре: бөтәһе 110 сәғәт (22 аҙна х 5 сәғәт).
· Хәреф өйрәнеүгә тиклемге осор: 25 сәғәт.
· Хәреф өйрәнеү осоро: 62 сәғәт.
· Башҡорт теле дәрестәре: 24сәғәт.
Грамотаға өйрәтеү:
- баланы уҡырға яҙырға өйрәтеү; тел, телмәр һәм әҙәбиәт ғилеме тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү;
- һөйләү һәм яҙма телмәр курсының төп маҡсаты - уҡыусыны тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү. Ошо процесс нигеҙендә бала уҡыу эшмәкәрлеген үҙләштерә башлай, белем алыу оҫталығына өйрәнә.
Грамотаға өйрәтеү осоронда түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла:
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телмәр һәм һөйләү сараларының йәшәйештәге әһәмиәтенә төшөнөү;
-уҡыу материалы, төрлө әҙәби әҫәрҙәр йөкмәткеһе нигеҙендә тирә-яҡ мөхитте, йәмғиәтте өйрәнеү, кешене танып белеү, белем алыу;
-уҡыуға ҡыҙыҡһыныу, әүҙемлек тәрбиәләү, грамотаға өйрәтеү осоронда универсаль уҡыу эш алымдарына өйрәтеү;
-башҡорт грамотаһына өйрәтеүҙе рус теле һәм әҙәбиәте, тирә-яҡ тәбиғәтте өйрәнеү, һынлы сәнғәт һ.б.предметтар менән тығыҙ бәйләнештә (интеграция) алып барыу.
1.Телмәр эшмәкәрлеге
Телмәр тураһында төшөнсә, һөйләү һәм яҙма телмәр; телмәрҙең ғәмәли ҡулланылышы; мәғлүмәт биреү, аралашыу, мөнәсәбәт ҡороу.
Тыңлау. Әйткәнде, һөйләгәнде ишетеү, тыңлау һәм унан тейешле мәғлүмәтте айырып ала белеү. Һөйләнгән текстан төп фекерҙе аныҡлау. Кәрәкле уҡыу материалын иғтибарлы тыңлау, унда әйтелгәнгә ярашлы ишетеү.
Уҡыу. Хәреф таныу. Тәү башлап уҡып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр, текст уҡыу. Аңлы уҡыу. Тасуири уҡыу. Уҡыу - универсаль эш алымы, мәғлүмәт алыу ысулы.
Һөйләү. Аралашыу маҡсатына ярашлы итеп тел сараларын, формаларын (диалог, монолог, дискуссия) һайлау.Үҙ-ара һөйләшеү (диалог) ҡороу һәләтен камиллаштырыу.
Телмәр мәҙәниәте. Бер-береңә өндәшеү, һөйләшеү үҙенсәлектәре: уҡытыусы, класташтар, яҡын туғандар, таныш булмаған кешеләр менән; һөйләшеү урыны, ваҡыты менән бәйле ситуацияларҙа аралашыу. Телмәрҙең йөкмәткеһе һәм формаһы.
Телмәр ситуациялары: хәбәр итеү (иғлан), өндәшеү, саҡырыу, һорау, үтенеү, бәхәс, әңгәмә (диалог) һ.б. Тел саралары: баҫым, тон, пауза, тауыш көсө, тауыш тембры, мимика, ишара.
Әңгәмәсе менән аралашыу уңышлы булһын өсөн шарттар булдырыу, этикет ҡағиҙәләрен үтәү: кешенең әйткәндәрен хуплау, уның фекерен, тәҡдимдәрен иғтибар менән бүлдермәй тыңлау, ҡәтғи рәүештә уның әйткәненә ҡаршы сыҡмау - ҡабул итеү һәм үҙеңдең уйлағандарыңды ҡыҫҡа ғына итеп итәғәтле әйтепбиреү һ.б.; мәҙәниле аралащыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү. Телдең орфоэпик формалары.
Яҙыу. Хәрефтәрҙе яҙыу, һүҙҙә уларҙы бер-береһе менән дөрөҫ тоташтырыу; һүҙ һәм һөйләмдәрҙе бирелгән текстан дөрөҫ итеп күсереп яҙыу, шулай уҡ диктовка аҫтында яҙғанда тейешле каллиграфия нормаларын үтәү; ишеткән телмәрҙе, уҡылған тексты һүҙмә-һүҙ йәки ҡыҫҡартып яҙыу; унан тейешле мәғлүмәтте генә һайлап алып, яҙма рәүештә теркәү; бәләкәй текстар(иғлан, хат, ҡотлау, әкиәт, хикәйә һ.б.) төҙөү. Яҙма телмәр саралары. Әҫәр жанрҙары: әкиәт, хикәйә, шиғыр, йыр, мәҡәл(әйтем), йомаҡ, тиҙәйткес, әйтеш, һанашмаҡ һ.б. Уларҙы яҙыу, һөйләү һәм уҡыу.
Шиғыр.Уның исеме, авторы, геройҙары. Уны һөйләү, уҡыу үҙенсәлектәре. Халыҡ һәм автор әкиәттәре.
Яҙма телмәрҙе тыуҙырыу. Уны уҡыу һәм тыңлау. Яҙма телмәрҙә ҡапма – ҡаршы мәғәнәле (антонимдар), бер үк мәғәнәне аңлатҡан һүҙҙәр (синонимдар).
2.Тел ғилеме
Һүҙ тураһында башланғыс төшөнсәләр. Предмет һәм һүҙ.
Һүҙҙең исем атау функцияһы. Уның телмәрҙәге әһәмиәте. Кеше исеменең телмәрҙәге әһәмиәте. Кеше исемен, фамилияһын белдергән һүҙҙәр.
Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. Уларҙы график тамғалау.
Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. Уларҙы график тамғалау.
Һөйләм. Уның схемаһы. Һөйләмдең башы, аҙағы һәм уның аҙағында тыныш билдәләре (нөктә, һорау,өндәү).
Йыйнаҡ һәм киңәйтелгән һөйләмдәр. Һөйләмде тулыландырыу, һүҙ өҫтәү.
Текст. Уның мәғәнәһе, төп фекер. Уны тыңлау, һөйләү.
Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдәге әһәмиәте.
Һүҙ һәм өн. Өн тураһында төшөнсә. Һүҙҙе әйтеү, тыңлау, тамғалау. Һүҙҙең өн моделе.
Һуҙынҡы, тартынҡы өндәр. Нәҙек, ҡалын өндәр. Яңғырау, һаңғырау тартынҡы өндәр.
Ижек. Баҫым. Һөйләү, һөйләшеү, аралашыу мәҙәниәте.
Хәреф. Хәреф - өндөң тамғаһы. Алфавит. Алфавит хәрефтәрен өйрәнеү. Уны ҡулланыу мөмкинселектәре.
Башҡорт теле – 33 сәғәт
II ярты йыллыҡ. Аҙнаға 3 сәғәт х 11 аҙна,бөтәһе 33 сәғәт.
III сирек-4 аҙна х 3 сәғәт,бөтәһе 12 сәғәт.
IV сирек - 7 аҙна х 3 сәғәт, бөтәһе 21 сәғәт.
Уҡыу йылының икенсе яртыһында "Башҡорт теле"курсын өйрәнеү программаһына ярашлы I - II сиректә грамотаға өйрәнеү осоронда алған уҡыу, яҙыу күнекмәләрен шымартыу, тел төшөнсәләрен, уға хас күренештәрҙе, ҡанундарҙы тәү башлап өйрәнә башлау һәм тәүге ярты йыллыҡта төҫмөрләнә башлаған универсаль уҡыу эш алымдары оҫталығын артабан үҫтереү маҡсаты ҡуйыла.
"Башҡорт телен" өйрәнеү осоронда түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла:
· баланың тәү башлап уҡырға, яҙырға өйрәнеү күнекмәһен, оҫталығын артабан үҫтереү;
· тел ғилеме өлкәһендә алған башланғыс төшөнсәләрҙе аңлы эшкәртеү процесын әүҙемләштереү;
· һөйләү, яҙма телмәрҙе ғәмәли ҡулланыу;
· универсаль уҡыу эш алымдарын үҙләштереүҙе интенсивлаштырыу.
1. Телмәр эшмәкәрлеге
Телмәрҙе тыңлау, ишетеү, аңлау.
Кешенең өндәшеүен тыңлау, төшөнөү, ситуацияға ярашлы ҡабул итеү һәм эш итеү.
Уҡыу.Уҡыу оҫталығын шымартыу. Аңлы, шыма уҡыу. Тасуири уҡыу. Уҡыу күнекмәһен мәғлүмәт, белем алыу сығанағы итеп ҡулланыу.
Һөйләү телмәрен белем алыу сараһы итеп ҡуллана белеү. Аралашыу оҫталығы башланғысын артабан үҫтереү.
Телмәр этикетына өйрәнеүҙе дауам итеү. Һөйләмде дөрөҫ төҙөп һөйләшеү. Һөйләмде дөрөҫ интонация менән, таҙа, дөрөҫ итеп әйтеү. Ниндәйҙер предмет, күренеш, хәл-ваҡиғаға ярашлы мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм төҙөргә өйрәнеү. Уны әңгәмәсеңә биреп, уның яуабын анализлау.
Яҙма телмәр. Бәйләнешле яҙма телмәр төҙөү оҫталығына өйрәнеү өлкәһендәге башланғыс күнекмәләрҙе үҫтереү.
Һөйләм һәм текст төҙөлөшө. Һөйләм төҙөү. Фәнни-популяр текст, иғлан, белдермә (записка), ҡотлау һүҙҙәре (открытка яҙыу). Ҡыҙыл юл, абзац төшөнсәһе.
Синоним, антоним менән танышыу. Һүҙҙең күп мәғәнәлеге.
Матур яҙыу. Дәрестә 5 – 6 минут ваҡытты дөрөҫ каллиграфия менән яҙыуға бағышлау. Юл һәм баш хәрефтәрҙең яҙылышына даими күнекмәләр үткәреү, камиллаштырыу. Һүҙлек һүҙҙәрен яҙыу. Контроль күсереп яҙыу.
1. Тел ғилеме
Һөйләм.Һүҙҙәр теҙмәһе, йыйылмаһы, мәғәнә. Һүҙбәйләнеш. Һөйләмде сағыштырыу.Һөйләмгә хас үҙенсәлектәр (мәғәнә-фекер).
Әйтелеү маҡсатына ҡарап, һөйләм төрҙәрен үҙләштереү: хәбәр,һорау,өндәү. Һөйләмде дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре: баш хәреф, аҙағында тыныш билдәләре.
Һүҙ. Һүҙ төркөмдәре. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ предмет атамалары (исемдәр). Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе баш хәрефтән яҙыу.
Алфавит.Унда хәрефтәр тәртибе. Алфавитты ғәмәли ҡулланыу.
Өн. Хәреф. Һүҙҙең өн структураһы һәм мәғәнәһе араһындағы бәйләнеш.
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ижек. Һүҙҙе юлдан-юлға күсереү өсөн ижеккә бүлеү. Нәҙек,ҡалын һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу. Орфограммалар.
2. Универсаль уҡыу эш төрҙәре
Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү.Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәтле булыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. Маҡсатты күҙаллау. Эште планлаштырыу. Тикшереү эшен ойоштороу. Уҡыу объекттарын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау. Эшләнелгән эшкә байҡау яһау. Эште баһалау.
2-се класс – 68 сәғәт
1. Графика. Хәреф һәм өн. Яя, Ее, Ёё, Юю хәрефле һүҙҙәр. Һүҙҙең өн моделе менән тамғаланышы. Уларҙың хәреф менән тамғаланышы. График тамғалар: һүҙҙәр араһында ара ҡалдырыу, юлдан юлға күсереү тамғаһы (дефис), ҡыҙыл юл (абзац).У, ү хәрефтәренең ике өндө белдереүе. Вв хәрефенең үҙенсәлеге. Һуҙынҡыларҙың һүҙҙәрҙе үҙгәртеүҙәге, яңы һүҙҙәр яһауҙағы һәм үҙҙәренең янында торған тартынҡыларҙың ҡалынлығын йәки нәҙеклеген билдәләүҙәге әһәмиәте.
2. Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Предметтың атамаһы. Кем? Кемдәр? Нимә? Нимәләр? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланылышы. Кешенең исем – фамилияһын, хайуандарҙың ҡушаматтарын, ер – һыу атамаларын белдереүсе һүҙҙәр.
Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Уларҙың белдергән мәғәнәһе. Ни эшләй? (бөгөн, хәҙер, ошо мәл), ни эшләне? (кисә), ни эшләр? ни эшләйәсәк? (иртәгә, киләсәктә) һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
Предмет билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе. Ниндәй? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.
Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән; да –а дә, ҙа – ҙә; та – тә, ла – лә; ғына – генә, ҡына – кенә. Уларҙың айырым торғанда мәғәнә аңлатмауы. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы.
3. Һүҙьяһалыш. Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу («тамыр», «ялғау төшөнсәһе» (термины) бирелмәй.
4. Синтаксис. Һөйләм, һүҙбәйләнеш, һүҙ (уларҙың оҡшашлығы, айырмаһы). Һөйләмде әйтеү маҡсаты.Һөйләмдә интонация. Хәбәр һөйләм. Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр, эйәрсән киҫәктәр.
5. Орфография һәм пунктуация. Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм ғәмәли ҡулланыу. Баш хәреф. Һөйләм башы. Кешенең исем – фамилиялары. Хайуан ҡушаматтары. Ер –һыу атамалары. Ике кешенең һөйләшеүен диалог формаһында яҙыу. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. Һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре. Уу – Үү, Оо – Өө, Ээ, Ыы хәрефле һүҙҙәр. Йә, йө, йү, йе, йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр. Ике өндө белдергән хәрефле (Яя, Ее, Ёё, Юю) һүҙҙәр. Һүҙ башында [уы],[ үэ] өндәре(в хәрефе).
6. Телмәр үҫтереү. Аралашыу ситуацияһы. Уға ярашлы һөйләшеү ҡороу. Текст. Тексты таныу. Текстың исеме, уның һөйләмдәренең мәғәнәүи бәйләнеше. Текст абзацтары һәм уларҙың мәғәнәүи эҙмә – эҙлеклеге. Текст төҙөү. Диалог (әңгәмә, бәхәс). Монолог (үҙ аллы һөйләнеү, сығыш яһау, иғлан, доклад) Аралашыу этикеты ( сәләм биреү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт белдереү, үтенес менән өндәшеү).
7. Универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәнеү
Үҙ алыу белем алыу оҫталығына өйрәнеү. Уҡыу эшмәкәрлеге (маҡсатты күҙаллау, уҡыу материалы менән ҡыҙыҡһыныу, эште планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу, эҙләнеү эше, рефлексия, контроль). Уҡыу диалогы. Аралашыу мәҙәниәте.
3-сө класс – 68сәғәт
1.Фонетика һәм орфоэпия . Өндәр һәм хәрефтәр.Һүҙ моделе. Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. Һуҙынҡылар таблицаһы. Тартынҡылар. Уларҙың таблицаһы. Яңғырау- һаңғырау тартынҡылар. Талғын (сонор) өндәр. Һүҙҙә сиратлашып килгән тартынҡылар (теләк-теләге), тараҡ-тарағы, китап-китабы). Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр. Һүҙҙең өн-хәрефенә(фонетик) анализ .
2.Һүҙ составы (морфемика). Һүҙ составы(тамыры һәм ялғауҙары). Тамырҙаш һүҙҙәр. Уларҙың тамыры. Яһаусы, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш. Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Ҡабатлау йәки ишләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың һыҙыҡса аша яҙылышы. Ҡушма һүҙҙәрҙә нәҙек һәм ҡалын айырыу билдәләренең яҙылышы. Һүҙ составы буйынса анализ.
3. Орфография һәм пунктуация.Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы. Ялғауҙарҙың ҡушылып яҙылыуы. Ялғау ҡушҡанда бер иш ҡуш тартынҡы барлыҡҡа килеүе.
Тамыр һүҙҙәрҙәге о-ө, ы-е хәрефтәренең ялғау ҡушҡанда ла һаҡланыуы. Оо - Өө, Ыы- Ее хәрефтәренең тамыр һүҙҙәрҙә яҙылмау осраҡтары. Нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың яҙылышы.
Грамоталы күсереп яҙыу. Диктант, өйрәтмә изложение, мини инша.
4.Синтаксис. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе айырыу. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен үҙләштереү. Һөйләү маҡсатына ҡарап, һөйләмдәрҙе өс төргә айырыу: хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәр. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ.
5. Морфология. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.
Предмет атамаһы. Уны һөйләмдә ҡулланыу. Исемдең һорауҙары. Яңғыҙлыҡ исемдәр. Кеше исем - фамилияларының, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының, китап, газета-журнал атамаларының баш хәрефтән яҙылыуы. Мәғлүмәт алыу ысулдары. Күренекле кешеләр тураһында белешмә алыу, улар тураһында текст төҙөү. Алты-ете балалар яҙыусыһының исем - фамилияһын белеү.
Билдәне белдергән һүҙҙәр. Уларҙың исем алдынан килеүе, һөйләмдә аныҡлаусы ролен үтәүе.
Хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдә уларҙы таныу, график моделен һыҙыу. Уларҙың һөйләмдә хәбәр ролен үтәүе.
Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.
6. Лексика. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар, синонимдар, антонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөү.
7. Телмәр һәм уның төрҙәре.Һөйләү телмәре. Диалог. Әңгәмәләшеүсе менән диалог ҡороу. Аралашыу оҫталығын шымартыу. Монолог. Уны һөйләү оҫталығы. Эске телмәр. Ым-ишара. Уйлау, хыял итеү.
Хикәйә. Әкиәт. Шиғыр. Тексты логик яҡтан тамамланған өлөштәргә бүлеү. Уларға исем ҡушыу. Абзац. Ҡыҙыл юл. Бәләкәй күләмле хикәйәләр (текст) ижад итеү. Тексҡа ҡарата 4-5 һөйләмдән торған баһалама яҙыу. Әкиәт. Был жанрға хас үҙенсәлектәр. Әкиәт ижад итеү. Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү. Шиғыр яҙыу үҙенсәлектәре. Шиғырҙы күсереп яҙыу ҡағиҙәләре.
Телмәр үҫтереү. Телмәр мәҙәниәте. Темаға ярашлы тәбиғәт объекттары, күренештәре хаҡында мажаралы, шулай уҡ ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында 5-6 һөйләмдән торған хикәйә йәки әкиәт төҙөү.
Тексҡа план төҙөү. Текстың өлөштәре һәм һөйләмдәр араһындағы мәғәнәүи эҙмә-эҙлеклелек. Текстың идея-тематик йөкмәткеһе. Текстың төҙөлөшө (баш һүҙ, төп өлөш, йомғаҡлау).
Әҙер йәки коллектив төҙөгән план буйынса хикәйәләү. Бирелгән тексты (50-60 һүҙ) изложение итеп яҙыу. Хикәйә ижад итеү. Инша яҙыу (65-70 һүҙ).
4-се класс - 68 сәғәт
1. Фонетика һәм орфоэпия. Ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар, өн һәм хәреф тураһындағы белемдәрен системаға һалыу. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙең үҙенсәлекле әйтелеше (орфоэпия). Һүҙгә тулы фонетик анализ.
2. Һүҙ составы (морфемика). Һүҙ составы (тамыр, ялғау). Тамырҙаш һүҙҙәр. Яһаусы (суффикс), үҙгәртеүсе ялғауҙар. Тамырға ялғау ҡушыу юлы менән һүҙ яһау (һүҙьяһалыш). Һүҙ составына анализ.
3. Орфография һәм пунктуация. Башҡорт теле орфограммаларын системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙырға, диктант, изложение, инша һәм башҡа тикшереү эштәрен үтәй алыу.
4. Синтаксис. Һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәргә айырыу. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ.
5. Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.
Исем. Исемдең предметты атау функцияһы. Исемдең һорауҙары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең эйәлек заты менән үҙгәреше. Исемдең килеш менән үҙгәреше. Килеш һорауҙары. Ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙары. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Исемгә морфологик анализ.
Алмаш. Уның төркөмсәләре. Зат алмаштары. Килеш менән үҙгәреше. Һорау һәм күрһәтеү алмаштары. Алмашҡа морфологик анализ.
Сифат. Тамыр һәм яһалма сифаттар. Сифаттарҙың үҙгәреше. Сифат дәрәжәләре. Төп һәм шартлы сифаттр. Сифатҡа морфологик анализ.
Рәүеш. Рәүештең яһалышы. Рәүеш төркөмсәләре. Рәүеш һәм сифат. Рәүешкә морфологик анализ.
Ҡылым. Ҡылымдарҙың яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма ҡылымдар. Ҡылымдарҙың үҙгәреше (заман, зат, һан, барлыҡ – юҡлыҡ). Үткән заман ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ – юҡлыҡ, шаһитлы – шаһитһыҙ формалары. Хәҙерге заман ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ – юҡлыҡ формалары. Киләсәк заман ҡылымдарының зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ – юҡлыҡ формалары. Киләсәк заман ҡылымдарының төрҙәре (эш-хәрәкәттең үтәлеүенә икеләнеү, мотлаҡ ышандырыу). Ҡылым һөйкәлештәре. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ – юҡлыҡ формалары. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары. Уларҙың зат, һан менән үҙгәреше, барлыҡ – юҡлыҡ формалары. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. Ҡылымға морфологик анализ.
Һан. Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы. Һанға морфологик анализ.
6. Лексика. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар. Синонимдар. Антонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
7. Телмәр үҫтереү. Бәйләнешле телмәр. Текст. Уның мәғәнә өлөштәре. Абзац. Ҡыҙыл юл. Идея – тематик йөкмәтке. Текст йөкмәткеһенең планын төҙөү һәм һөйләү. Инша, изложение.
Телмәр этикеты.
3. Һәр тема буйынса сәғәттәр һанын күрһәтеп, тематик планлаштырыу
Бүлек (сәғәт) |
Сәғәттәр һаны |
Класс (сәғәт) |
|||
1 |
2 |
3 |
4 |
||
Графика |
35 |
15 |
5 |
10 |
5 |
Морфология |
95 |
15 |
20 |
10 |
50 |
Синтаксис |
55 |
20 |
20 |
10 |
5 |
Орфография һәм пунктуация |
60 |
10 |
20 |
20 |
10 |
Фонетика һәм орфоэпия |
55 |
30 |
10 |
5 |
10 |
Һүҙ составы (морфемика) |
40 |
5 |
5 |
25 |
5 |
Лексика |
20 |
5 |
5 |
5 |
5 |
Телмәр үҫтереү |
65 |
10 |
20 |
20 |
15 |
Бөтәһе:425 сәғ. |
|
110 сәғәт |
105 сәғәт |
105 сәғәт |
105 сәғәт |
Ҡушымта 1.
Әлифба
1 - се класс
№ |
Планлаштырылған үткәреү ваҡыты |
Фактик үткәреү ваҡыты |
Дәрестең темаһы
|
Иҫкәрмәләр |
Предмет һәм һүҙ (1 сәғ)
|
||||
1 |
Инеш дәрес. Төклө аяғың менән! Тирә-йүндәге предметтар. Уларҙы өйрәнеү (ҡул, күҙ, һиҙеү ағзалары ярҙамында). |
|
||
Һүҙҙең исем атау функцияһы (7 сәғ)
|
||||
2 |
Предмет һәм һүҙ.Мәктәп тормошо менән танышыу. Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр. |
|
||
3 |
Уҡыусы ҡағиҙәләре менән танышыу. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. |
|
||
4 |
Спорт залына экскурсия. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Телмәр үҫтереү. "Мажаралы футбол". |
|
||
5 |
Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. Телмәр үҫтереү. "Көҙгө урманда". |
|
||
6 |
Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр.Һүҙбәйләнеш. |
|
||
7 |
Тикшереү эше. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр. |
|
||
8 |
Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙҙәрҙе тамғалау. |
|
||
Һөйләм (3 сәғ)
|
||||
9 |
Һөйләм тураһында төшөнсә. Һөйләм һыҙмаһы. |
|
||
10 |
Һөйләмгә һүҙ өҫтәү. Телмәр үҫтереү. "Терпе". |
|
||
11 |
Һөйләмдең башы, аҙағы. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре. |
|
||
Ярҙамсы һүҙҙәр (3 сәғ)
|
||||
12 |
Ярҙамсы һүҙҙәр (һәм, менән). Ярҙамсы һүҙҙәр ( ла-лә,та-тә,ҙа-ҙә). Ярҙамсы һүҙҙәр (ғына-генә, ҡына-кенә). |
|
||
13 |
Ярҙамсы һүҙҙәр. Тикшереү эше. |
|
||
14 |
Хаталар өҫтөндә эш. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе ҡабатлау. |
|
||
Өн. Һүҙ (11 сәғ) |
||||
15 |
Өн тураһында төшөнсә биреү. |
|
||
16 |
Һүҙҙә нисә өн? Өндәрҙең урынын билдәләү. |
|
||
17 |
Һуҙынҡы, тартынҡы өндәр. Ижек. |
|
||
18 |
Нәҙек һәм ҡалын өндәр. Телмәр үҫтереү. "Әйтеш". |
|
||
19 |
Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. |
|
||
20 |
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. |
|
||
21 |
Һаңғырау, яңғырау тартынҡылар. |
|
||
22 |
Өн. Һүҙ. |
|
||
23 |
Баҫым. Телмәр үҫтереү. "Ҡолонсаҡ". |
|
||
24 |
Тикшереү эше. Өн һәм һүҙ. |
|
||
25 |
Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙҙең өн моделен төҙөү. |
|
||
Әлифба осоро (62 сәғ)
|
||||
26 |
[ә] өнө. Уны Әә хәрефе менән тамғалау. |
|
||
27 |
[а] өнө. Уны Аа хәрефе менән тамғалау. Әә-Аа хәрефтәре. |
|
||
28 |
[ө] өнө. Уны Өө хәрефтәре менән тамғалау. |
|
||
29 |
[о] өнө. Уны Оо хәрефтәре менән тамғалау. Өө-оо хәрефтәре. |
|
||
30 |
[ү] өнө. Уны Үү хәрефтәре менән тамғалау. Телмәр үҫтереү. "Әтәстәр". |
|
||
31 |
[у] өнө. Уны Уу хәрефтәре менән тамғалау. Телмәр үҫтереү. "Умарталыҡ". Уу-Үү хәрефтәре. Телмәр үҫтереү. "Урманды һаҡла!" |
|
||
32 |
[э] өнө. Уны Ээ (е) хәрефтәре менән тамғалау. |
|
||
33 |
Ээ (е) хәрефе. Телмәр үҫтереү. "Бал ҡорттары." |
|
||
34 |
[ы] өнө. Ыы хәрефе. |
|
||
35 |
[и] өнө. Ии хәрефе. Телмәр үҫтереү. "Икмәк - бөтә нәмәгә баш". |
|
||
36 |
[м] өнө. Мм хәрефе. |
|
||
37 |
Тикшереү эше. Өйрәнелгән хәрефтәрҙе дөрөҫ яҙыу. |
|
||
38 |
Хаталар өҫтөндә эш. Өйрәнелгән хәрефтәрҙе дөрөҫ яҙыу. |
|
||
39 |
[н] өнө. Нн хәрефе. |
|
||
40 |
[ң] өнө. ң хәрефе. |
|
||
41 |
[л]өнө. Лл хәрефе. |
|
||
42 |
[р]өнө. Рр хәрефе. |
|
||
43 |
[й] өнө. Йй хәрефе. |
|
||
44 |
Йә, йө, йү, йо, йы ҡушымсалары менән һүҙҙәр. |
|
||
45 |
[г] өнө. Гг хәрефе. |
|
||
46 |
[к] өнө. Кк хәрефе. |
|
||
47 |
[ғ] өнө. Ғғ хәрефе. |
|
||
48 |
[ҡ] өнө. Ҡҡ хәрефе. Телмәр үҫтереү. "Йорт ҡоштары". |
|
||
49 |
[б] өнө. Бб хәрефе. Телмәр үҫтереү. "Башҡортостан балы". |
|
||
50 |
Бб хәрефе. Күсереп яҙыу. Ф.Рәхимғолова. "Бип-бип". |
|
||
51 |
[п] өнө. Пп хәрефе. |
|
||
52 |
Тикшереү эше. Пп хәрефе. Диктант. |
|
||
53 |
Хаталар өҫтөндә эш. Пп хәрефе. |
|
||
54 |
[з] өнө. Зз хәрефе. "Ике кәзә" әкиәте. |
|
||
55 |
[с] өнө. Сс хәрефе. "Солоҡ балы". |
|
||
56 |
[ҙ] өнө. Ҙҙ хәрефе. |
|
||
57 |
[ҫ] өнө, ҫ хәрефе. |
|
||
58 |
[д] өнө. Дд хәрефе. |
|
||
59 |
[т] өнө. Тт хәрефе. |
|
||
60 |
Дд-Тт хәрефтәре. |
|
||
61 |
Тикшереү эше. Диктант. Дд - Тт хәрефтәре. |
|
||
62 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. [уы], [үэ] өндәре. |
|
63 |
[ж] өнө. Жж хәрефе. |
|
||
64 |
[ш] өнө. Шш хәрефе. |
|
||
65 |
Жж - Шш хәрефтәре. |
|
||
66 |
Тикшереү эше. [уы], [ж], [ш] өндәрен тамғалау. |
|
||
67 |
Хаталар өҫтөндә эш. [в] өнө. Вв хәрефе. |
|
||
68 |
[ф]өнө. Фф хәрефе. |
|
||
69 |
Вв-Фф хәрефтәре. |
|
||
70 |
Тикшереү эше. [в], [ф] өндәрен тамғалау. |
|
||
71 |
Тикшереү эшенә анализ. |
|
||
72 |
[йа] өндәрен Яя хәрефе менән тамғалау. |
|
||
73 |
[йэ] өндәрен Ее хәрефе менән тамғалау. |
|
||
74 |
[йу] өндәрен Юю хәрефе менән тамғалау. |
|
||
75 |
[йу] өндәрен Юю хәрефе менән тамғалау. |
|
||
76 |
[йо] өндәрен Ёё хәрефе менән тамғалау. |
|
||
77 |
Яя, Ее, Юю, Ёё хәрефтәре. |
|
||
78 |
Тикшереү эше. Я, е, ю, ё хәрефтәре. |
|
||
79 |
Хаталар өҫтөндә эш. Нәҙек, ҡалын айырыу билдәһе (ь, ъ). |
|
||
80 |
Алфавит. [һ] өнө. Һһ хәрефе. |
|
||
81 |
[х]өнө. Хх хәрефе. |
|
||
82 |
[ц]өнө. Цц хәрефе. |
|
||
83 |
[ч]өнө. Чч хәрефе. |
|
||
84 |
[щ]өнө. Щщ хәрефе. |
|
||
85 |
Хәрефтәр иленә сәйәхәт. Алфавит. Мин уҡый беләм! |
|
||
86 |
Тикшереү эше. Алфавит. |
|
||
87 |
Тикшереү эшенә анализ. |
|
Башҡорт теле
1 класс - 33 сәғәт
№ п/п |
Планлаштырылған үткәреү ваҡыты |
Фактик үткәреү ваҡыты |
Тема |
Иҫкәрмәләр |
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр (8 сәғ) |
||||
88 |
|
Алфавитта хәрефтәр һаны, тәртибе.
|
|
|
89 |
Өн – хәреф. |
|
||
90 |
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. |
|
||
91 |
Һүҙҙе ижеккә бүлеү. |
|
||
92 |
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. |
|
||
93 |
|
Баш хәреф. Кешенең исем – фамилияларының яҙылышы. Хайуан ҡушаматтары, ер – һыу атамалары яҙылышы. |
|
|
94 |
|
Контроль диктант. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. |
|
|
95 |
|
Хаталар өҫтөндә эш. Баш хәреф. Кешенең исем-фамилиялары яҙылышы. |
|
|
Һөйләм (4 сәғ) |
||||
96 |
Һөйләм. Һөйләмдең башы, аҙағы. |
|
||
97 |
Хәбәр һөйләм. Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. |
|
||
98 |
Һөйләм. Контроль диктант. |
|
||
99 |
|
Хаталар өҫтөндә эш. О – ө хәрефле һүҙҙәр. |
|
|
Һүҙ. Һүҙ төркөмдәре (11 сәғ)
|
||||
100 |
У – ү хәрефле һүҙҙәр. |
|
||
101 |
Э хәрефе һүҙ башында. Һүҙ уртаһында к хәрефе, (э) өнө. |
|
||
102 |
Й хәрефе ҡайҙа һәм ҡасан яҙыла? |
|
||
103 |
|
Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәреф – тамғалары. |
|
|
104 |
|
Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. |
|
|
105 |
|
Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. |
|
|
106 |
Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. |
|
||
107 |
Ярҙамсы һүҙҙәр. |
|
||
108 |
|
|
Ярҙамсы һүҙҙәр. |
|
109 |
|
Контроль диктант. Предметтың атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. |
|
|
110 |
Хаталар өҫтөндә эш. Ярҙамсы һүҙҙәр. |
|
Ҡушымта 2.
2 – се класс
Дәрес № |
Планлаштырылған дата |
Үткәреү ваҡыты |
Дәрестең темаһы.
|
Иҫкәрмәләр |
|||||
Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк? (1 сәғ) |
|||||||||
1 |
|
Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк? |
|
||||||
Ҙур хәреф (14 сәғ) |
|||||||||
2 |
|
Ҙур хәреф. Һөйләм. |
|
||||||
3 |
|
Ҙур хәреф. Һөйләм. |
|
||||||
4 |
|
Ҙур хәреф. Һөйләм |
|
||||||
5 |
|
Ҙур хәреф. Кеше исемдәре. |
|
||||||
6 |
|
Ҙур хәреф. Кеше исемдәре. |
|
||||||
7 |
|
Ҙур хәреф. Кеше фамилиялары. |
|
||||||
8 |
|
Ҙур хәреф.Кеше фамилиялары. |
|
||||||
9 |
|
Ҙур хәреф. Кеше фамилиялары. |
|
||||||
10 |
|
Ҙур хәреф. Ер – һыу атамалары. |
|
||||||
11 |
|
Ҙур хәреф. Ер – һыу атамалары. |
|
||||||
12 |
|
Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары. |
|
||||||
13 |
|
Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары. |
|
||||||
14 |
|
Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары. |
|
||||||
15 |
|
Тикшереү эше. Ҙур хәреф. Диктант. |
|
||||||
Диалог (11 сәғ)
|
|||||||||
16 |
|
Эшкә анализ.Үҙ-ара һөйләшеү. Диалог. |
|
||||||
17 |
|
Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Диалог. |
|
||||||
18 |
|
Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Диалог. |
|
||||||
19 |
|
Йәмғиәт урындарында осрашыу. Диалог. |
|
||||||
20 |
|
Йәмғиәт урындарында осрашыу. Диалог. |
|
||||||
21 |
|
Контроль эш. Диалог. |
|
||||||
22 |
|
Хаталар өҫтөндә эш. Диалог. |
|
||||||
23 |
|
Яҡын кешеләрҙе ҡотлау. |
|
||||||
24 |
|
Яҡын кешеләрҙе ҡотлау. |
|
||||||
25 |
|
Әкиәт геройҙары. |
|
||||||
26 |
|
Аралашыу этикеты. |
|
||||||
Аралашыу этикеты (6 сәғ)
|
|||||||||
27 |
|
Әкиәт геройҙары. Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу этикеты. |
|
||||||
28 |
|
Әкиәт геройҙары. Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу этикеты. |
|
||||||
29 |
|
Әкиәт геройҙары. Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу этикеты. |
|
||||||
30 |
|
Мәғлүмәт, белешмә эҙләү. |
|
||||||
31 |
|
Мәғлүмәт, белешмә эҙләү. |
|
||||||
32 |
|
Мәғлүмәт, белешмә эҙләү. |
|
||||||
Башҡорт халҡының ижады (6 сәғ)
|
|||||||||
33 |
|
Һамаҡ. Әйтеш. Һанамыш. |
|
||||||
34 |
|
Һынамыш. Һанамыш. |
|
||||||
35 |
|
Мәҡәл - әйтемдәр. |
|
||||||
36 |
|
Иғлан. Белдереү. |
|
||||||
37 |
|
Иғлан. Белдереү. |
|
||||||
38 |
|
Тикшереү эше. Мәҡәл - әйтемдәр. |
|
||||||
Һөйләм (18 сәғ)
|
|||||||||
39 |
|
Эшкә анализ. Һөйләм. |
|
||||||
40 |
|
Һөйләм. |
|
||||||
41 |
|
Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. |
|
||||||
42 |
|
Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. |
|
||||||
43 |
|
Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. |
|
||||||
44 |
|
Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы. “Торналы күл”. |
|
||||||
45 |
|
Хәбәр һөйләм. Хикәйә яҙыу. “Ҡоштар беҙҙең дуҫтар” |
|
||||||
46 |
|
Тикшереү эше. Хәбәр һөйләм. |
|
||||||
47 |
|
Өндәү һөйләм. |
|
||||||
48 |
|
Өндәү һөйләм. |
|
||||||
49 |
|
Контроль эш. Һөйләм. |
|
||||||
50 |
|
Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләм. |
|
||||||
51 |
|
|
Һорау һөйләм. |
|
|||||
52 |
|
|
Һорау һөйләм. |
|
|||||
53 |
|
|
Текст. Һорау, өндәү һөйләмдәр. |
|
|||||
54 |
|
|
Текст. Һөйләм. |
|
|||||
55 |
|
|
Тикшереү эше.Текст. Һөйләм. |
|
|||||
56 |
|
|
Эшкә анализ. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. |
|
|||||
Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр (5 сәғ)
|
|||||||||
57 |
|
|
Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр. |
|
|||||
58 |
|
|
Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр. |
|
|||||
59 |
|
|
Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр. |
|
|||||
60 |
|
|
Һүрәт буйынса инша яҙыуға әҙерлек. “Елдерәләр саналар.” |
|
|||||
61 |
|
|
Һүрәт буйынса инша. “Елдерәләр саналар.” |
|
|||||
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү (2 сәғ)
|
|||||||||
62 |
|
|
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. |
|
|||||
63 |
|
|
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. |
|
|||||
Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы (17 сәғ)
|
|||||||||
64 |
|
|
У-ү хәрефтәре. |
|
|||||
65 |
|
|
У-ү хәрефтәре. |
|
|||||
66 |
|
|
Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы. “Шарлауыҡ янында”. |
|
|||||
67 |
|
|
О-ө хәрефле һүҙҙәр. |
|
|||||
68 |
|
|
О-ө хәрефле һүҙҙәр. |
|
|||||
69 |
|
|
Изложение. “Терпе ҡыҙына күстәнәс”. |
|
|||||
70 |
|
|
Ээ өнө һәм хәрефе. Ээ хәрефле һүҙҙәр. Тикшереү эше. |
|
|||||
71 |
|
|
Ээ хәрефле һүҙҙәр. Хаталар өҫтөндә эш. |
|
|||||
72 |
|
|
[э] өнө һүҙ башында һәм һүҙ уртаһында. |
|
|||||
73 |
|
|
Ыы хәрефле һүҙҙәр. |
|
|||||
74 |
|
|
Ыы хәрефле һүҙҙәр. |
|
|||||
75 |
|
|
Контроль күсереп яҙыу. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. |
|
|||||
76 |
|
|
Йй хәрефле һүҙҙәр. |
|
|||||
77 |
|
|
Инша.“Урманда байрам!” |
|
|||||
78 |
|
|
Контроль эш.Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. |
|
|||||
79 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Йй хәрефле һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. |
|
|||||
80 |
|
|
Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. |
|
|||||
Я, е, ё, ю, в хәрефтәре (8 сәғ)
|
|||||||||
81 |
|
|
Яя хәрефе. [йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
|
|||||
82 |
|
|
Юю хәрефе. [йу] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
|
|||||
83 |
|
|
Юю хәрефе. [йу] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
|
|||||
84 |
|
|
[йэ] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
|
|||||
85 |
|
|
[йэ] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
|
|||||
86 |
|
|
[й' о] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
|
|||||
87 |
|
|
Вв (Уу-Үү ) хәрефтәре. |
|
|||||
88 |
|
|
Тикшереү эше. Диктант. Я, е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышы. |
|
|||||
Һүҙ төркөмдәре (9 сәғ)
|
|||||||||
89 |
|
|
Эшкә анализ. Һүҙ төркөмдәре. |
|
|||||
90 |
|
|
Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. |
|
|||||
91 |
|
|
Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. |
|
|||||
92 |
|
|
Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. |
|
|||||
93 |
|
|
Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һүрәт буйынса әкиәт төҙөү. |
|
|||||
94 |
|
|
Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. |
|
|||||
95 |
|
|
Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. |
|
|||||
96 |
|
|
Һөйләмдең тиң киҫәктәре. |
|
|||||
97 |
|
|
Һөйләмдең тиң киҫәктәре. |
|
|||||
Ярҙамсы һүҙҙәр (4 сәғ)
|
|||||||||
98 |
|
|
Ярҙамсы һүҙҙәр. |
|
|||||
99 |
|
|
Ярҙамсы һүҙҙәр. |
|
|||||
100 |
|
|
Ярҙамсы һүҙҙәр. |
|
|||||
101 |
|
|
Ярҙамсы һүҙҙәр. |
|
|||||
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау (4 сәғ) |
|||||||||
102 |
|
|
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. |
|
|||||
103 |
|
|
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. |
|
|||||
104 |
|
|
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. |
|
|||||
105 |
|
|
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. |
|
|||||
Ҡушымта 3.
3 – сө класс
№ |
Планлаштырылған дата |
Фактик дата |
Дәрестең темаһы
|
Иҫкәрмәләр |
Һаумы, мәктәп! (1 сәғ) |
||||
1 |
|
|
Телмәр үҫтереү. Һаумы мәктәп!
|
|
Ниҙәр иҫемдә? Нимәләрҙе онотҡанмын ? (9 сәғ)
|
||||
2 |
|
|
Ниҙәр иҫемдә? Нимәләрҙе онотҡанмын ?
|
|
3 |
|
|
Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.
|
|
4 |
|
|
Һөйләмдә тыныш билдәләре. |
|
5 |
|
|
Кешенең исем-фамилиялары.
|
|
6 |
|
|
Кешенең исем-фамилиялары. Хайуан ҡушаматтары.
|
|
7 |
|
|
Әҙәби әҫәр, китап исемдәре. |
|
8 |
|
|
Гәзит-журналдар, телерадио тапшырыуҙары исемдәре. |
|
9 |
|
|
Ер-һыу атамалары.
|
|
10 |
|
|
Контроль диктант. Ҙур хәреф. |
|
Башҡорт теленең төп законы (8 сәғ) |
||||
11 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Башҡорт теленең төп законы. |
|
12 |
|
|
Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. |
|
13 |
|
|
Көҙ тураһында иншаға әҙерлек. |
|
14 |
|
|
Инша.Таң ҡалдырғыс көҙгө күренештәр. |
|
15 |
|
|
Тартынҡы өндәр. Парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. |
|
16 |
|
|
Танау тартынҡы өндәре.
|
|
17 |
|
|
[к-г], [ҡ-ғ], [п-б] өндәренең сиратлашыуы. |
|
18 |
|
|
Контроль диктант. Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр.
|
|
Сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр (8 сәғ)
|
||||
19 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр. |
|
20 |
|
|
Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ижектәрҙең ҡатнаш килеүе. |
|
21 |
|
|
Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәргә ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре. |
|
22 |
|
|
Ч ч, Щ щ, Ц ц, Ё ё хәрефле һүҙҙәр. |
|
23 |
|
|
Контроль диктант. Рус һәм башҡа сит телдән ингән һүҙҙәр. |
|
24 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Рус һәм башҡа сит телдән ингән һүҙҙәр. |
|
25 |
|
|
Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре. |
|
26 |
|
|
Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре. |
|
Ике өндө белдереүсе хәрефтәр (5 сәғ)
|
||||
27 |
|
|
Ике өндө белдереүсе хәрефтәр. |
|
28 |
|
|
Ике өндө белдереүсе хәрефтәр. |
|
29 |
|
|
Я я, Е е, Ю ю хәрефле һүҙҙәр.
|
|
30 |
|
|
Я я, Е е, Ю ю хәрефле һүҙҙәр. |
|
31 |
|
|
Контроль диктант. Ике өндө белдереүсе хәрефтәр. |
|
Һүҙ нисек яһала? (7 сәғ)
|
||||
32 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙ нисек яһала?
|
|
33 |
|
|
Һүҙьяһалыш. |
|
34 |
|
|
Ялғау төрҙәре. |
|
35 |
|
|
Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. |
|
36 |
|
|
Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. |
|
37 |
|
|
Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. |
|
38 |
|
|
Контроль диктант. Һүҙьяһалыш. |
|
Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр (5 сәғ) |
||||
39 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр. |
|
40 |
|
|
Тамырында ла, ялғауында ла о! Тамырында ла, ялғауында ла ө! |
|
41 |
|
|
Тамырында ла, ялғауында ла о! Тамырында ла, ялғауында ла ө! |
|
42 |
|
|
Тамырында ла, ялғауында ла о! Тамырында ла, ялғауында ла ө! |
|
43 |
|
|
Тамырында ла, ялғауында ла о! Тамырында ла, ялғауында ла ө! |
|
Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр (6 сәғ) |
||||
44 |
|
|
Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. |
|
45 |
|
|
Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. |
|
46 |
|
|
Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. |
|
47 |
|
|
Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. |
|
48 |
|
|
Контроль диктант. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. |
|
49 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр. |
|
Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы (10 сәғ) |
||||
50 |
|
|
Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы. |
|
51 |
|
|
Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы. |
|
52 |
|
|
Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы. |
|
53 |
|
|
Ҡушма һүҙҙәрҙә ь һәм ъ билдәләре ҡасан яҙыла? |
|
54 |
|
|
Ҡушма һүҙҙәрҙә ь һәм ъ билдәләре ҡасан яҙыла? |
|
55 |
|
|
Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. |
|
56 |
|
|
Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. |
|
57 |
|
|
Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. |
|
58 |
|
|
Ҡушма һүҙҙәр яҙылышы. |
|
59 |
|
|
Контроль диктант. Ҡушма һүҙҙәр яҙылышы. |
|
Һөйләм (7 сәғ)
|
||||
60 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр.
|
|
61 |
|
|
Һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр |
|
62 |
|
|
Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше. |
|
63 |
|
|
Текст. |
|
64 |
|
|
Һүҙбәйләнештәр. Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнештәр. |
|
65 |
|
|
Һүҙбәйләнештәр. Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнештәр. |
|
66 |
|
|
Контроль диктант. Һөйләм. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр. |
|
Телмәр төрҙәре. Һөйләү телмәре. Монолог (7 сәғ)
|
||||
67 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Телмәр төрҙәре. Һөйләү телмәре. Монолог. |
|
68 |
|
|
Һөйләү телмәре. Монолог. |
|
69 |
|
|
Һөйләү телмәре. Монолог. |
|
70 |
|
|
Һөйләү телмәре. Диалог. |
|
71 |
|
|
Һөйләү телмәре. Диалог. |
|
72 |
|
|
Һөйләү телмәре. Диалог. |
|
73 |
|
|
Контроль диктант. Һөйләү телмәре. |
|
Яҙма телмәр (16 сәғ)
|
||||
74 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Яҙма телмәр. Текст. |
|
75 |
|
|
Яҙма телмәр. Текст. |
|
76 |
|
|
Яҙма телмәр. Инша, изложение. |
|
77 |
|
|
Яҙма телмәр. Хат, көндәлек. |
|
78 |
|
|
Контроль изложение. ” Яҙ килде”. |
|
79 |
|
|
Яҙма телмәр. Шиғыр. Әкиәт. Хикәйә. |
|
80 |
|
|
Яҙма телмәр. Шиғыр. |
|
81 |
|
|
Шиғыр нисек яҙыла? |
|
82 |
|
|
Шиғыр нисек яҙыла? |
|
83 |
|
|
Яҙма телмәр. Әкиәт. |
|
84 |
|
|
Әкиәт ижад итеү. |
|
85 |
|
|
Әкиәт ижад итеү. |
|
86 |
|
|
Әкиәт, хикәйә ижад итеү. |
|
87 |
|
|
Яҙма телмәр. Хикәйә. |
|
88 |
|
|
Хикәйә ижад итеү. |
|
89 |
|
|
Ижади эш. Хикәйә ижад итеү. Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар. |
|
Бәләкәй әҙәби жанр төрҙәре (16 сәғ) |
||||
90 |
|
|
Бәләкәй әҙәби жанр төрҙәре. Тапҡыр, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр. |
|
91 |
|
|
Бәләкәй әҙәби жанр төрҙәре. Өлкәндәрҙең әйткәне. |
|
92 |
|
|
Тапҡыр, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр. |
|
93 |
|
|
Олатай - өләсәйемдең әйткәне. |
|
94 |
|
|
Бәләкәй күләмле жанр төрҙәре. Олатай - өләсәйемдең әйткәне. |
|
95 |
|
|
Ололар һүҙенә ҡолаҡ һал, унан үҙеңә аҡыл ал! |
|
96 |
|
|
Ололар һүҙенә ҡолаҡ һал, унан үҙеңә аҡыл ал! |
|
97 |
|
|
Контроль диктант. Ололар һүҙенә ҡолаҡ һал, унан үҙеңә аҡыл ал. |
|
98 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Һаумы, йәмле йәй! |
|
99 |
|
|
Һоҡланам мин йәйге матурлыҡҡа! |
|
100 |
|
|
Йәйге каникулда тәбиғәтте ҡайғыртып... |
|
101 |
|
|
Контроль диктант. Яҙма телмәр. |
|
102 |
|
|
Хаталар өҫтөндә эш. Яҙма телмәр. |
|
103 |
|
|
Ижади эштәр. Һаумы, йәмле йәй! |
|
104 |
|
|
Каникулда үтәлергә тейеш хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре. |
|
105 |
|
|
Йомғаҡлау дәресе. Нимәләр белдем? |
|
Ҡушымта 4
4 – се класс
№ |
Планлаштырылған дата |
Фактик дата |
Дәрестең темаһы |
Иҫкәрмәләр |
Яңы уҡыу йылы менән! (2 сәғ)
|
||||
1 |
|
Хәйерле сәғәттә! Йәйге каникул хәтирәләре. |
|
|
2 |
|
Телмәр үҫтереү. Һаумы мәктәп! |
|
|
Фонетика. Һүҙьяһалыш (7 сәғ)
|
||||
3 |
|
Өн һәм хәреф. |
|
|
4 |
|
Һүҙҙәргә фонетик анализ. |
|
|
5 |
Һүҙҙәрҙә я, е, ё,ю хәрефтәренең яҙылышы. |
|||
6 |
|
Ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышы. |
|
|
7 |
|
Ҡуш тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы. |
|
|
8 |
|
Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. |
|
|
9 |
|
Фонетика тураһында үткәндәрҙе ҡабатлау. |
|
|
Һөйләм (6 сәғ)
|
||||
10 |
|
Нимә ул һөйләм? Баш һәм эйәрсән киҫәктәр. |
|
|
11 |
|
Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. |
|
|
12 |
|
Һөйләмдең тиң киҫәктәре. |
|
|
13 |
|
Һөйләмгә синтаксик анализ. Һөйләм темаһын өйрәнеүҙе проектлау. |
|
|
14 |
|
Контроль диктант. Һөйләм. |
|
|
15 |
|
Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләмгә синтаксик анализ. |
|
|
Морфология. Исем (17 сәғ)
|
||||
16 |
|
Нимә ул исем? |
|
|
17 |
|
Исем. Һөйләмдә исемдәрҙе билдәләү. |
|
|
18 |
|
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. |
|
|
19 |
|
Исемдең һан менән үҙгәреше. |
|
|
20 |
|
Исемдең эйәлек заты менән үҙгәреүе. |
|
|
21 |
|
Телмәр үҫтереү. Изложение. |
|
|
22 |
|
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе. |
|
|
23 |
|
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе. |
|
|
24 |
|
Контроль диктант. Исем. |
|
|
25 |
|
Хаталар өҫтөндә эш. Исем. |
|
|
26 |
|
Исемдәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. |
|
|
27 |
|
Исемдәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. |
|
|
28 |
|
Рус теленән ингән исемдәрҙә ялғауҙар яҙылышы. |
|
|
29 |
|
Исемгә морфологик анализ. |
|
|
30 |
|
Исем тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау. |
|
|
31 |
|
Йомғаҡлау. Исемгә морфологик анализ. |
|
|
32 |
|
Телмәр үҫтереү. Инша.Ҡыш. |
|
|
Алмаш (8 сәғ)
|
||||
33 |
|
Нимә ул алмаш? |
|
|
34 |
|
Зат алмаштары. Эйәлек заты алмаштары. |
|
|
35 |
|
Һорау һәм күрһәтеү алмаштары. |
|
|
36 |
|
Телмәрҙә алмаштарҙы табыу. Килеш менән үҙгәртеү. |
|
|
37 |
|
Телмәр үҫтереү. Изложение. Ҡышҡы уйындар. |
|
|
38 |
|
Алмашҡа морфологик анализ. |
|
|
39 |
|
Контроль диктант. Алмаш. |
|
|
40 |
|
Хаталар өҫтөндә эш. Алмашҡа морфологик анализ. |
|
|
Сифат (14 сәғ)
|
||||
41 |
|
Нимә ул сифат? |
|
|
42 |
|
Тамыр һәм яһалма сифаттар. |
|
|
43 |
|
Сифат дәрәжәләре. |
|
|
44 |
|
|
Сифат дәрәжәләре. |
|
45 |
|
Төп һәм шартлы сифаттар. |
|
|
46 |
|
Төп һәм шартлы сифаттар. |
|
|
47 |
|
Төп һәм шартлы сифаттар тураһында ҡабатлау. |
|
|
48 |
|
Төп һәм шартлы сифаттар тураһында ҡабатлау. |
|
|
49 |
|
Контроль диктант. Сифат. |
|
|
50 |
|
Хаталар өҫтөндә эш. Сифаттың һөйләмдәге роле. |
|
|
51 |
|
Сифаттың һөйләмдәге роле. |
|
|
52 |
|
Телмәр үҫтереү. Инша. Тәүге ҡар. |
|
|
53 |
|
Сифаттарға морфологик анализ. |
|
|
54 |
|
Сифатҡа морфологик анализ. Сифат тураһында үтелгәнде ҡабатлау. |
|
|
Рәүеш (6 сәғ)
|
||||
55 |
|
|
Нимә ул рәүеш? Уның яһалышы. |
|
56 |
|
Рәүеш төркөмсәләре. |
|
|
57 |
|
Рәүеште сифат менән сағыштырыу. |
|
|
58 |
|
Рәүешкә морфологик анализ. |
|
|
59 |
|
Телмәр үҫтереү. Инша. Яңы йыл. |
|
|
60 |
|
Рәүеш тураһында йомғаҡлау. |
|
|
Ҡылым (19 сәғ)
|
||||
61 |
|
Нимә ул ҡылым? |
|
|
62 |
|
Ҡылымдарҙың яһалышы. |
|
|
63 |
|
Ҡылымдың яһалышы тураһында йомғаҡлау. |
|
|
64 |
|
Ҡылымдың заман менән үҙгәреше. |
|
|
65 |
|
Үткән заман ҡылымдары. |
|
|
66 |
|
Үткән заман ҡылымдарының үҙгәреше. |
|
|
67 |
|
Телмәр үҫтереү. Инша. Хоккей майҙансығында. |
|
|
68 |
|
Контроль диктант. Хәҙерге заман ҡылымдары. |
|
|
69 |
|
Хаталар өҫтөндә эш. Хәҙерге заман ҡылымдары. |
|
|
70 |
|
Киләсәк заман ҡылымдары. |
|
|
71 |
|
Киләсәк заман ҡылымдарының ике төрө. |
|
|
72 |
|
Телмәр үҫтереү. Изложение. Сәйер ҡош. |
|
|
73 |
|
Ҡылым һөйкәлештәре. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше. |
|
|
74 |
|
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше. |
|
|
75 |
|
Бойороҡ һәм хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарын ҡабатлау. |
|
|
76 |
|
Шарт һөйкәлеше ҡылымдары. |
|
|
77 |
|
Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. |
|
|
78 |
|
Контроль диктант. Ҡылымға морфологик анализ. |
|
|
79 |
|
Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылым тураһында йомғаҡлау дәресе. |
|
|
Һан (8 сәғ)
|
||||
80 |
|
Нимә ул һан? |
|
|
81 |
|
Һан төркөмсәләре. |
|
|
82 |
|
Телмәр үҫтереү. Изложение. Фәрит Иҙрисов. |
|
|
83 |
|
Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. |
|
|
84 |
|
Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы. |
|
|
85 |
|
Һанға морфологик анализ. |
|
|