Рабочая программа по башкирскому языку
Оценка 4.9

Рабочая программа по башкирскому языку

Оценка 4.9
Образовательные программы
docx
русский язык
8 кл
29.03.2019
Рабочая программа по башкирскому языку
Программа буйынса башкорт теленә өйрәтеүҙең максаты һәм бурыстары: •Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование). •Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү. •дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү. •Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу. •Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү. •Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. •текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
Раб прогр. 8 кл. баш яз..docx
8­се класс өсөн  башҡорт теленән эш программаһы. Аңлатма яҙыу. Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙә 5 ­ 9 кластар  өсөн туған (башҡорт)  тел  һәм әҙәбиәттән  эш программаһытүбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп  төҙөлдө: 1. Рәсәй   Федерацияһының   “Рәсәй   Федерацияһында   Мәғариф   тураһында”   Федераль   законы 29.12.2012 №273­ФЗ. 2. Иҫке   Ҡайпан   урта   дөйөм   белем   биреү   мәктәбе   муниципаль   бюджет   дөйөм   белем   биреү учреждениеһының төп дөйөм белем биреү программаһы 3. «Башҡорт   теле   һәм   әҙәбиәте   программаһы»     (Уҡытыу   рус   телендә   алып   барылған мәктәптәрҙең  I­IX   кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.,   Вилданов   Ә.Х.,   Дәүләтшина   М.С.,Хөснөтдинова   Ф.Ә,   Хажин   В.И.   –   Ижевск: «КнигоГрад», 2008. 4. ”Башҡортостан   Республикаһының”Башҡортостан   Республикаһының   Мәғариф   тураһында” законы 01.07.2013 №696­3 5. Иҫке Ҡайпан урта дөйөм белем биреү мәктәбенең йыллыҡ календарь уҡыу графигы (26 август 2016 й. №1  приказы.) Уҡыу­уҡытыу методик комплекты: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012 Вилданов   Ә.Х.,   Хажин   В.И.,   Башҡорт   теле   һәм   әҙәбиәте:   Рус     мәктәптәренең   6­сы   класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.­ Яңыртылған 5­се баҫма. ­ Өфө: Китап, 2012. – 404 6ит. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 7–се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. ­ Өфө; Китап, 2010. – 288 бит. Башҡорт   теле:   Рус   мәктәптәренең   8­се   класында   уҡыусы   башҡорт   балалары   өсөн   дәреслек. Хөснөтдинова Ф. (., Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б.,  – Өфө: Китап, 2011.­ 288 бит. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Рус мәктәптәренең 9­сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге, – Өфө: Китап..­ 288 бит. 6. Башҡортостан Мәғариф министрлығының 29.04.2015 №905 бойороғона ярашлы, дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн уҡыу планы   7. Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Иҫке Ҡайпан урта дөйөм белем биреү мәктәбенең эш программаһы тураһында положениеһы ( приказ №    от    ) 8. ”Рәсәй   Федерацияһы   халыҡтары   телдәре   тураһында”   законы   25   октябрь   1991   №1807­1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)  9. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216­3  10.   Башҡортостан   Республикаһында   Милли   мәғарифты   үҫтереү   концепцияһы   31.12.2009   йыл №УП­730 Программа бөтәһе 68 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән.            Дәреслек: Хөснөтдинова Ф.Ә.Ғафаров Б.Б., Тикеев Д.С. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте : Рус мәктәптәренең 8­се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн  башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. ­ Өфө: Китап, 2011.­288 бит  Программа кимәле : базис Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған  «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I­IX кластары  өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев X. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова 3. М.,  Усманова М. Г,­ Ижевск: «Книгоград», 2008. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа  Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы “Иҫке Ҡайпан урта дөйөм белем биреү мәктәбе”  муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә  тормошҡа ашырыла. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошка  ашырыла: «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф  тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы,  Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы. Программа буйынса башкорт теленә өйрәтеүҙең максаты һәм бурыстары:  •Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование). •Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ­ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар,  ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү. •дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит­журналдарын үҙ аллы һәм  аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү. •Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ  аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу. •Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү. •Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте,  сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың  эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм  һөйөү тәрбиәләү. •текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ. Программа йөкмәткеһе өс йүнәлештән тора: •телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу; •телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү; •бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  мәсьәләһе лә күтәрелә. Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө: Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5­9­сы кластарға тура килә. 8­се класта  уҡытыуҙың маҡсаты ­ түбәнге кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс  талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик  байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү. Укытыу предметының төп йөкмәткеһе Сәғәттәр һаны Йөкмәткеһе 8 3 6 4 6 5 8 4 2 4 7 Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ябай һөйләм синтаксисы һәм  пунктуация, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм, һөйләмдә һүҙ тәртибе. Логик баҫым,  һөйләү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусылар, өҫтәлмәлектәр,  тултырыусылар. Хәлдәр. Рәүеш хәле. Урын хәле. Ваҡыт хәле. Маҡсат хәле. Сәбәп хәле. Күләм­дәрәжә хәле. Шарт хәле. Кире хәл. Ябай һөйләм синтаксисы. Синтаксик анализ. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Ике составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәр. Тулы һәм кәм  һөйләмдәр. Айырымланған эйәрсән киҫәктәр. Өҫтәлмәлектәрҙең, хәлдәрҙең, хәл әйтемдәренең айырымланыуы. Өндәш һүҙҙәр. Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр. Тура һәм  ситләтелгән телмәр. Диалог. Һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм киҫәктәре. Төрлө типтағы ябай һөйләмдәр  төҙөү. Ижади эштәр башҡарыу. Протокол төҙөү. Синтаксик­стилистик  күнегеүҙәр башҡарыу. Укыу ­ укытыу дидактик ҡулланмалары исемлеге. 1. 5­9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап, 1996. 2. Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары  уҡыусыларв өсөн күргәҙмә әсбап. ­ Өфө, 2005. 3. Аслаев Т. X., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.­Өфө:Китап,  4. Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары  уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. ­ Өфө, 2005. Материаль­техник ҡулланмалар. 1996. •Компьютер; •телевизор; •магнитофон; •электрон таҡта. 8­се классукыусыларының белем һәм күнекмәләренә талаптар: Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; телдең морфологик категориялары һәм  синтаксик төҙөлөшө менән танышыу. Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу. һылтанма: эш программаһы РМО  ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендәалып барылған мәктәптәрҙә туган Гбашҡорт)  теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкәалып төзөлдө (Протокол № 1 . 28август 2014 йыл.) Календарь­тематик план Укыусыларҙың белем кимәленә талаптар : 1. планын төҙөү; •текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү. һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү; •текстың  2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү; •текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү ­ тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә  дөрөҫ итеп ҡулланыу; •тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү; •6­7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү. 3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу; •тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү; •әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү; •текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү. 4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу; 5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре. Укыу­укытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүҙе баһалау : Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә: ­төрлө типтағы күнегеүҙәр; ­тестар; ­тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә); ­дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; ­һорауҙарға яҙма яуаптар, диктанттар, изложениелар һәм иншалар; ­тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар,  проекттар һ.б. төҙөү. Башҡорт теленән ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеш  диктант, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр  программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың  төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың  белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте,  йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Уҡыу йылы башында инеш диктант, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре  мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе  сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй. Программа материалын үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән  яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 8­се класта  түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: Яҙма эштәрҙең төрҙәре Диктант Изложение Инша Иҫәбе 7 2 3 Башкорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы Авторҙары:М.Ғ. Усманова,  З.М.Ғәбитова Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5­11 класс уҡытыусылары өсөн  ҡулланма. Контроль диктанттар: “Ысын дуҫлыҡ”82­се бит; “Төҫлө япраҡтар”86­сы бит; “Ҡош юлы”87­се  бит; “Балет”84­се бит. Ликтант: “Хушлашыу”80­се бит; “Мул уңыш өсөн көрәш”81­се бит., “Яҙ килә”­87­се бит. Изложение: “ ’’Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы”М.Ғ.Ғималова, С.М.Рәхимова “’’Батырҙың бала  сағы”145­147­се бит; “Әсә”155­157­бит Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың белем кимәленә, мөмкинселектәренә  ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма  эштәр үткәрергә мөмкин: •карточкалар менән эш; •тест; •һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү; •текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе; •терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү: •һүҙлек диктанты; •һөйләмдәр төҙөү; •һүҙлек менән эш; •һүрәтләү иншаһы; V­IX класс укыусыларының башкорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен (умение) һәм  күнекмәләрен баһалау нормалары Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларбан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен,  белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү, иҫәпкә алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә  таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе  иҫәпләнә. Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш: 1.Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы; 2.Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле; 3.Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы. Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логик эҙмә­эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға, яуап биреүсе баланың  өйрәнелгән ҡағиҙәләргә, билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш. Әгэр уҡыусы: 1) тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә; 2) үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә; 3) Материалды эҙмә­эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5»  билдәһе менән баһалана. Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин һирәк яһала торған  хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә  һирәк­һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана. Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен  күрһәтһә,ләкин 1)Материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәлҙрҙең билдәләмәһендә хаталар  ебәрһә; 2)әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа; 3)Яуабында эбмә­эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана. Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм  ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды  икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана Диктанттарҙы баһалау Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала  яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе  билдәләй. Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү  маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр. Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин  диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән  мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш. Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә  алынмай: 1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар; 2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар; 3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар; 4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша). Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы  иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары,  айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә. Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә: 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар; 2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар; 3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу; 4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар. Диктант бер генә билдә менән баһалана. «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуаңион хата булған эшкә, «4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуаңион йә 1 орфографик, 6 пунктуаңиоң, йә орфографик  хатаһыҙ, 7 пунктуаңион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар  булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин. «3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуаңион йә 3 орфографик, 9 пунктуаңион, йә 12 пунктуаңион  хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуаңион  хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин. «2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуаңион йә 8 орфографик, 10 пунктуаңион хатаһы булған  диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу  уҡытыусы ҡарамағында. Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә,  уларҙың һәр береһе айырым баһалана. Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә: «5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда, «4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә, «3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә, «2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла. Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың: 1) теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп  фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе, 2) яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә.  Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән ­  уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле  баһалана. Баһаларҙың төп критерийҙары Баһаларҙың төп критерийҙары Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө 1.Яҙма эштең  йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә, 2. Фактик хата булмаһа, 3.Йөкмәтке эҙмә­эҙлеклебирелһә (план буйынса йәки планһыҙ), 4. Эшлексик яҡтан байбулыуы менән айырылып торһа, 5.Эш темағаһәм төпфекерҙе аңлатыумаҡсатынаярашлыстилдә яҙылһа,телмәре  тасуирибулһа, И   ҫ  к  ә  рм  билдәһе ҡуйырға мөмкин.  ә  . Бер генә телмәр хатаһы  һәмбергенә  йөкмәтке хатаһы булған яҙмаэшкә «5»  1. Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (темананситкә китеүбикаҙ булһа), 2. Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫбирелһә,әммәэштәбик аҙбулһа ла,фактикхаталар осра3а, 3. Төпфекерҙе аңлатыу эҙмә­эҙлеклегендә тупаҫбулмаған етешһеҙлектәр генәбулһа, 4. Яҙмаэш,нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргәһәм синонимик грамматик формаларға бай булһа, 5. Эшбер төрлөстилдә я6ылыуы һәм тасуирибулыу менән айырылып торһа,  ә  .   И   ҫ  к  ә  рм  Яҙмаэштеңтелмәрхаталарыөҫтөндә,йөкмәткеһендәгехаталарикенәндәартмаһа,уға «4»  билдәһе ҡуйырға мөмкин. 1. Яҙмаэштәтеманыситкә китеүгәҡараған етдихаталарбулһа, 2. Төпфекер дөрөҫ аңлатылһа, әммәэштә фактикхаталар ебәрелгән булһа, 3. Айырымөлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә­эҙлеклегебоҙолһа, 4. Яҙмаэшбер төрлөрәк типтағы синтаксикконструкцияларҙан торһа,һүҙлеге  ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталарбулһа, 5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талапиткән бер төрлөстилдә  яҙылмаһа,  ә  .Яҙмаэштәгетелмәрхаталары  5­тән,йөкмәткелегехаталар 4­тән артмаған хәлдә  И   ҫ  к  ә  рм  лә,эшкә«3»билдәһе ҡуйырға мөмкин. Грамоталылы Яҙма эштә  1 орфографик,й пунктуацион,й хата (тимәк,б булһа, Яҙмаэштә 2  орфографик хата, йәки1орфографик 3пунктуацион хата  булһа,йәкиберорфографик  хатаһы ла булмайынса,  пунктуационхаталары грамматик хаталары артмаһа, Яҙмаэштә 4  пунктуационхата,й 3орфографик 5пунктуационхата,  йәки7пунктуацион хата  орфографик  хатаһыҙбулһ грамматик хата еб 1. Яҙмаэштемаға тура килмәһә, 2. Фактикхаталар күпбулһа, 3. Эштең бөтәөлөштәрендәфекер аңлатыу эҙмә­эҙлеклегебоҙолһа,текстөлөштәре  араһында бәйләнешбулмаһа,планға ярашһыҙ булһа, 4. Һүҙлегеғәҙәттән тыш ярлы булһа,эшүҙ­ара бәйләнешебулмаған бер  төрлөконструкциялыҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр  ҡулланышында ла хаталар  осраһа, Орфографикхаталары нән,пунктуационхаталары ,грамматик хаталар 5. Эштәстилдеңбер төрлөлөгөнәирешелмәгән булһа,  әЯҙмаэштәгетелмәрхаталары7­нән,йөкмәткеһендәгехаталарһаны 6­нанартмаған  И   ҫ  к  ә  рм  хәлдә лә,уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.      1.Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8­се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.  Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. ­ Өфө: Китап, 2007,­ 336 бит. 2.Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5­11 класс  уҡытыусылары өсөн ҡулланма. ­ Өфө: Китап, 2009. Төп әҙәбиәт. 1.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. ­ Өфө: Китап, 2009 2.Башҡортса­русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. ­ Өфө: Китап, 1994. 3.Башҡорт теле таблицаларҙа,. Схемаларҙа һәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф. ­ Өфө, 2006. Туған ( башҡорт ) теле. 8 класс. Өҫтәлмә әҙәбиәт. № Дәрес темаһы (8класс)2016­2017 Сәғәт­ тәр һаны Үткәреү ваҡыты план буйынса Фактик дата Иҫкәрмә 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Морфология буйынса үтелгәндәрҙе  ҡабатлау. Диктант . “Хушлашыу”80­се бит һүҙбәйләнеш һәм һөйләм,  һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы. Эйәртеүле бәйләнештәрҙең  төрҙәре.Ярашыу. Башҡарылыу. Йәнәшәлек. һөйкәлеү. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Диктант. “Мул уңыш өсөн көрәш”  81­се бит      10 һөйләмдә һүҙ тәртибе. Логик баҫым. 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 05.09 07.09 14.09 19.09 21.09 26.09 28.09 03.10 05.10 10.10 һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәр. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ. Аныҡлаусылар, уларҙың бирелеше. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар Контроль диктант. “Ысын дуҫлыҡ”  82­с бит  Хаталар өҫтөндә эш . Өҫтәлмәлек. Тултырыусы.  Тура һәм ситләтелгән  тултырыусылар. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау Б.т.ү. “Тел ҡылыстан  үткерерәк”инша. Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре. Рәүеш хәле. Урын хәле. Т.ү.Изложение яҙыу. “Батырҙың бала сағы”145­147­се биттәр(Ғималова) Ваҡыт хәле. Маҡсат хәле. Сәбәп хәле. Күләм­дәрәжә хәле  Шарт хәле  Кире хәл Контроль диктант. “Төҫлө  япраҡтар”86­сы бит Хаталар өҫтөндә эш.Хәлдәрҙең  телмәрҙәге роле. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау Ябай һөйләм синтаксисы. 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 12.10 17.10 19.10 24.10 26.10 31.10 (16) 07.11 09.11 14.11 16.11 21.11 23.11 28.11 30.11 05.12 07.12 12.12 14.12 19.12 21.12 26.12 28.12 (16) 16.01 18.01 Синтаксик анализ. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш  билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендә  дөйөмләштереүсе һүҙҙәр. Т.ү. Инша яҙыу. «Эш бөткәс уйнарға  ярай» Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәр. Б.т.ү. Инша яҙыу «Дарыу үләндәре» 35 36 37 38­ 39 40 41 42 43 44 Бер составлы һөйләмдәр төрҙәре.  Билдәле эйәле һөйләм. Билдәһеҙ эйәле һөйләм. Эйәһеҙ һөйләм. Һөйләм составы буйынса  үтелгәндәрҙе ҡабатлау.. Контроль диктант. “Ҡош юлы”     8 7­ се бит Хаталар өҫтөндә эш.Атама  һөйләмдәр Тулы һәм кәм һөйләмдәр. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән  киҫәктәре. Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы. Хәл әйтемдәре һәм уларҙың  айырымланыуы. Өҫтәлмәлектәрҙеңайырымланыуы. 45 46 47 ­48 49 50 51 52 53 54 55 1 1 2 1 1 1 1 1 1 1 2 1 1 1 1 1 1 1 23.01 25.01 30.01 01.02 06.02 08.02 13.02 15.02 20.02 22.02 27.02 01.03. 06.03 13.03 15.03 20.03 22.03 (19) 03.04 05.04 10.04 12.04 56­ 57 Һөйләмдең айырымланған эйәрсән  киҫәктәре тураһында үтелгәндәрҙе  ҡабатлау. Б.т.ү.Инша яҙыу. “Күңелле яҙ килә” Өндәш һүҙҙәр. Инеш һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Тура һәм ситләтелгән телмәр. Диалог. 58 59 60 61 62 Башҡорт теленән бөтә йыл буйына  үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Диктант. “Яҙ килә” 8 7­се бит 63­ 64 65 66 67 68 Контроль диктант. “Балет”84­се бит Тыныш билдәләренең дөрөҫ  ҡуйылышын нығытыу маҡсатында  инша яҙыу. Т.ү.Изложение яҙыу. “Әсә”155­ 157­ се биттәр Протокол төҙөү.  Синтаксик ­ стилистик күнегеүҙәр  башҡарыу. 2 1 1 1 1 1 2 1 1 1 1 17.04 19.04 24.04 26.04 03.05 08.05 10.05 15.05 17.05 22.05 24.05 29.05 31.05 17

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку

Рабочая программа по башкирскому языку
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
29.03.2019