Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.
Оценка 5

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Оценка 5
Документация
docx
чистописание
1 кл
14.03.2017
Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.
Яңы стандарттар буйынса төп иғтибар уҡыусының эшмәкәрлеген үҫтереүгә һәм үҙаллылығына бирелә. Башланғыс мәктәп грамотаға өйрәтеүҙән башлап, етеҙ, аңлап, дөрөҫ һәм тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, дөрөҫ һөйләү, үҙеңде итәғәтле һәм әҙәпле тота белеү күнекмәләрен, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм көслө ихтиярлы шәхес булып үҫеүен тәьмин итергә тейеш. Был бурысты хәл итеүҙә башҡорт теленең, телмәр эшмәкәрлегенең әһәмиәте айырыуса ҙур. Башҡорт телен өйрәнеү, үҙләштереү уҡыусыларҙы ижади эшкә өйрәтә, тормошҡа әҙерләй. Телде дөрөҫ ҡулланыу – фекерҙе асыҡ, теүәл, матур һәм дөрөҫ итеп әйтә һәм яҙа белеү тигән һүҙ. Бынан тыш, балаларҙа уҡыуға ихтыяж үҫтереү, уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштереү мәсьәләһе лә ҡуйыла. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алыуға, китап һәм һүҙлектәр, төрлө сығанаҡтар менән эш итергә өйрәтеү ҙә бик мөһим. Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле фәне буйынса түңәрәк тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәрк системаһы, метапредмет. Шәхси, предмет һөҙөмтәләре тәҡдим ителә. Мәктәп алдында, шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеүдә , ҡуйылған иң төп маҡсат – баланы шәхес итеп үҫтереү. Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.
раб пр 1 кл кружок2016.docx
1 Эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Аңлатма яҙыу Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған төҙөүселәре : Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып 2008. барылған мәктәптәрҙең Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Илеш районы Үрге Йәркәй 4-се муниципаль район бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. кластары өсөн Ижевск: “Книго Град”, Түңәрәктә яңы технологиялар ( үҫтереүсе уҡытыу, проблемалы, проектлау) һәм уйындар ҡулланыла. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: I – XI  «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;     Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы; «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы. “Башҡорт телен өйрәнәбеҙ” түңәрәгенең актуаллелеге. Яңы стандарттар буйынса төп иғтибар уҡыусының эшмәкәрлеген үҫтереүгә һәм үҙаллылығына бирелә. Башланғыс мәктәп грамотаға өйрәтеүҙән башлап, етеҙ, аңлап, дөрөҫ һәм тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, дөрөҫ һөйләү, үҙеңде итәғәтле һәм әҙәпле тота белеү күнекмәләрен, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм көслө ихтиярлы шәхес булып үҫеүен тәьмин итергә тейеш. Был бурысты хәл итеүҙә башҡорт теленең, телмәр эшмәкәрлегенең әһәмиәте айырыуса ҙур. Башҡорт телен өйрәнеү, үҙләштереү уҡыусыларҙы ижади эшкә өйрәтә, тормошҡа әҙерләй. Телде дөрөҫ ҡулланыу – фекерҙе асыҡ, теүәл, матур һәм дөрөҫ итеп әйтә һәм яҙа белеү тигән һүҙ. Бынан тыш, балаларҙа уҡыуға ихтыяж үҫтереү, уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштереү мәсьәләһе лә ҡуйыла. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алыуға, китап һәм һүҙлектәр, төрлө сығанаҡтар менән эш итергә өйрәтеү ҙә бик мөһим. Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле фәне буйынса түңәрәк тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәрк системаһы, метапредмет. Шәхси, предмет һөҙөмтәләре тәҡдим ителә. Мәктәп алдында, шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеүдә , ҡуйылған иң төп маҡсат – баланы шәхес итеп үҫтереү. Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә. 2 Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү. Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө: Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола. 1 класта башҡорт телен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде: 1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү. 2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү. Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй белергә тейештәр: 1.Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы. 2. Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙен-дә һүҙҙәр төҙөү. 3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу. Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү. Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү. Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. 4. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу. 5. Әкитәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү. 6. Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу. 7. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, унан диктант итеп яҙыу. 8. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү. Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау 1 Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. 3 Уларға түбәндәгеләр инә: тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);  башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;   дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;  һорауҙарға яҙма яуаптар;  тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү. 2 Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. 3 Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй. Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 1 класта түбәндәге күләмдә яҙма эштәр үткәреү ҡарала: күсереп яҙыу – 2, диктант -1; “Башҡорт телен өйрәнәбеҙ” түңәрәгенең маҡсаты һәм бурыстары: - Туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү; - Уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү; - Башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү; - Дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу; 4 - Башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү; - Уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү. Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлдө: - Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу; - Фәннилек һәм системалылыҡ принциптары; - Уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү; - Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау. Уҡыу предметына дөйөм характеристика. Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла: - Предмет кимәлендә белемгә эйә булыу; - Уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу; - Яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу; - Тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу; - Орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү; - Башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу; - Телде тойомлауҙы үҫтереү. Шәхси үҫеш кимәле Уҡыу йылы аҙағына уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар 5 «Башҡорт телен өйрәнәбеҙ» түңәрәген үткәргәндә , уҡыусыны шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурыстарын ҡуя: - телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау; - тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү; - кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү; - уҡылған әҫәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү. Метапредмет кимәле Ойоштороу эшмәкәрлеге: - уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү; - дәрестә эш барышын һөйләп барыу; - дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү; - уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү; - коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү. Танып белеү эшмәкәрлеге: - дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре); - дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу; - бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү; - ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү. Аралашыу эшмәкәрлеге: - фекереңде телдән формалаштырыу; - кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау; - тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү; - тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү; - уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү. Предмет үҙләштереү кимәле: - тексты һөйләмдәр теҙмәһенән әйыра белеү; - бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу; - тексты ентекле һөйләй белеү; - хикәйә төҙөү; - һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү. Дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау; - һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу; - һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу; - баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу; - тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу. 6 Календарь –тематик план 1 – се уҡыу йылы. № Түңәрәк темаһы Сәғә т һан ы Үткәреү ваҡыты Календ буйынса арь Корре к. Күргәҙмәлелек Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге 1-се сирек – 8 сәғәт Телдән әҙерлек курсы – 15 сәғәт 7 1 Башҡортостан. Танышыу. Кем? Нимә? һорауҙары .Уйындар. Кем ни эшләй? 1 08.09 Ҡыҙ, малай һүрәттәре буйынса Өлгө эш дәфтәрендә эшләү. Тирә- яҡтағы 1 1 1 1 1 15.09 22.09 29.09 06.10 13.10 Мәктәп темаһына сюжетлы һүрәттәр Уҡыу әсбаптары 1-10 тиклем һандар Төрлө төҫлө сәскә һүрәттәре Йәшелсә һүрәттәре 8 предметтарҙы атау, рус телендәге атамалар менән сағыштырыу. Үҙең менән таныштыра белеү. Һорауҙарға яуап биреү. Эш дәфтәрендә эшләү. Мәктәп темаһы буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү. Һөйләм һорау, өндәү. Хәбәр итеүҙе үҙ эсенә алыуын күҙәтеү. Эш дәфтәрендә эшләү. Уҡыу әсбаптарын дөрөҫ атау. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү. Эш дәфтәрендә эшләү, һүрәттәрҙе буяу. Башҡортса һанарға өйрәнеү. ”Һан+исем(берлектә)” формулаһы буйынса һөйләү. Эш дәфтәрендә эшләү, һүрәттәрҙе төрлө төҫкә буяу. Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү. Эш дәфтәрендә эшләү. 2 Беҙ – мәктәптә. Кем? Нимә? Кем ни эшләй? 3 Уҡыу әсбаптары. Ижектәр. 4 Беҙ һанай беләбеҙ. Нисә? Күпме? 5 Ниндәй төҫ матур? Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. 6 Йәшелсәләр. Нимә? Нимәләр? Емеш – еләктәр. Тартынҡы өндәр 7 Ҡоштар. Һуҙынҡы өндәр.Нәҙек, ҡалын өндәр. Ҡабатлау. Тән өлөштәре. Нәҙек, ҡалын ижектәр. Һөйләм киҫәктәре. 8 1 1 20.10 27.10 Ҡоштар һүрәте Буратино һүрәте 9 Көн режимы. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибе. Ғаилә. Баҫым. 1 10.11 Көн режимы һүрәтләнгән сюжетлы картиналар .Фотографиялар «Минең ғаиләм» 1 0 1 1 1 2 Өҫ кейемдәре. Хәбәр һөйләмдәр. Аяҡ кейемдәре. Һорау һөйләмдәр. Йорт хайуандары. Өндәү һөйләмдәр. 1 1 1 17.11 01.12 08.12 Йорт хайуаны һүрәттәре 1 Йорт ҡоштары. 1 15.12 Йорт ҡоштары һүрәттәре 9 Картина буйынса эшләү. Йәшелсәләрҙең атамаларын дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнеү. Эш дәфтәрендә эшләү. Һөйләм киҫәктәре булған һөйләм моделен төҙөү. Ҡалын, нәҙек ижектәрҙе айыра белеү. Һөйләм киҫәктәренең тәғәйен урыны булыуын үҙләштереү. Тән өлөштәре атамаларын дөрөҫ әйтергә өйрәнеү. Эш дәфтәрендә эшләү. Һүҙҙәрҙең килеү тәртибен үҙләштереү.Көн режимы, ғаилә тураһында әңгәмә. Тел шымартҡысты һөйләү. Өндәү һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү, әҫәрҙән таба белеү. Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра белеү. Йорт хайуандарын ҡарауҙа яуаплылыҡты аңлау. Текстың тамамланған уй- 3 Кейектәр. Нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Контроль күсереп яҙыу.Беҙҙең уйындар. Ҡышҡы уйындар. Яңы йыл. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Әлифба осоро – 8 сәғәт Башҡорт алфавиты. Оҫтаханала. А,О хәрефтәре ике телдә. Олатайым – осоусы. Тимурсылар. Ы, Э хәрефтәре ике телдә. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эшсе. 1 1 22.12 29.12 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы Ҡыш миҙгеленә төшөрөлгән һүрәттәр 1 19.01.17 Башҡорт алфавиты 1 26.01 1 4 1 5 1 6 1 7 1 8 фекер белдереүен аңлау. Башҡорт телендә рус теленән айырмалы рәүештә нимә? һорауының бирелеү үҙенсәлеген билдәләү. Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү. Хәрефтәрҙе дөрөҫ тоташтырыу. Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Бәйләнешле текст төҙөү. Милли уйындар өйрәнеү. тәртибендә Алфавит хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү. Уҡыусыларҙың исемдәрен алфавит тәртибендә яҙыу. Тормошта алфавитты белеүҙең ҡасан һәм ҡайҙа кәрәклеген аңлау. Йыр өйрәнеү. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. ҡатнашыу. Әңгәмәлә Артикуляцион күнекмәләрҙе нығытыу. Башҡорт һуҙынҡыларын рус һуҙынҡылар телендәге менән сағыштырыу. Мәҡәлдәр. Әкиәт. Ә, Ө өндәре һәм хәрефтәре. 1 02.02 Ә,Ө хәрефтәре Артикуляцион күнекмәләрҙе 10 Рәссамдар. 1 9 2 0 2 1 2 2 2 3 Егәрле балалар. Ү өнө һәм хәрефе. Ҡасим – ҡурайсы. Ҡ өнө һәм хәрефе. Яланда. Ғ өнө һәм хәрефе. Һәйкәл. Һ өнө һәм хәрефе. Айҙар. Ҙ өнө һәм хәрефе. Миңлебай ағай. ң өнө һәм хәрефе Оҫта. ҫ өнө һәм хәрефе. Ф. Туғыҙбаева. Бик мәрәкә. В өнө һәм хәрефе. Башҡорт өн- хәрефтәрен ҡабатлау. Әлифбанан һуңғы осор – 11 сәғәт 1 1 1 1 1 09.02 16.02 02.03 09.03 Ү ,Ҡ хәрефтәре, ижек таблицаһы Ғ хәрефе, ижек таблицаһы Һ хәрефе, ижек таблицаһы Ҙ, Ң хәрефтәре , ижек таблицаһы В, ҫ хәрефтәре , ижек таблицаһы 16.03 Башҡорт алфавиты 11 Г Был ятлау. һөнәр кешеләренең хеҙмәте менән танышыу. Данлыҡлы рәссамдар тураһында һөйләшеү. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Һүҙҙә һуҙынҡы өндәрҙе үҙенсәлекле яҡтары менән айыра белеү. Текст буйынса һығымта эшләй белеү. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Рус телендәге өнөнән айырмалы яҡтарын билдәләү. Текст буйынса фекер алышыу. әйтелеү Ҙ өнөнөң үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Тартынҡы өндәрҙе айырырға өйрәнеү. Башҡорт исемдәре менән танышыу. Ң,в өндәренең әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Башҡа өндәрҙән айырмалы яҡтарын билдәләү. Үҙ фекереңде әйтә белеү. Өндө хәрефтән айыра белеү. Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Башҡортса уҡырға өйрәнеү. Һүҙлек запасын байытыу. 1 23.03 Яҙыусының портреты Яҙыусының портреты Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙе һөйләмдәрҙән таба белеү һәм һорауҙар ҡуйыу. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ уҡыу. Етеҙ, шыма уҡырға өйрәнеү. Халыҡ шағиры, уның әҫәре менән танышыу. Текст буйынса ойошторолған әңгәмәлә ҡатнашыу. 2 4 2 5 2 6 2 7 2 8 2 9 3 0 Ф. Рәхимғолова. Яҙыу таныған кеше. Ф. Рәхимғолова. Әсәйгә бүләк. М. Ғафури. Туғайҙа. Башҡортостан. Герб. Ж. Кейекбаев. Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? Айыу ниңә ҡыш буйы өңөнән сыҡмай? Контроль күсереп яҙыу.Ҡурай. Һанашмаҡтар. Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү. З. Биишева. Ҡарға менән Төлкө. Валсыҡ. К. Кинйәбулатова. Әсәйем, ҙур үҫкәнһең, ти.Йомош. 1 1 1 1 1 06.04 13.04 20.04 27.04 04.05 1 10.05 Яҙыусының портреты эшен Башҡортостан символикаһы Предметтың белдереүсе һүҙҙәрҙе ҡулланыу. телмәрҙә һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу. Республика тураһында яңы мәғлүмәттәр менән танышыу. Диалог төҙөү. Йөкмәткеһен һөйләү. Бер-береңдең фекерен тыңлау, аңлау, яуап биреү. Үҙ фекереңде әйтеү. Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү. Хәрефтәрҙе дөрөҫ тоташтырыу. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү, юлдан юлға дөрөҫ күсереү күнекмәләрен булдырыу. Биографик белешмә үҙләштереү. Һанашмаҡтар менән танышыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан З .Биишеваның портреты Яҙыусының портреты дәреслек 12 3 1 3 2 3 3 3 4 Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр А. Игебаев. Ҡурайым. Аҡ төҫ. Сағыштырыу. Салют. Еңеү. Һүрәт буйынса эш. Асылыкүл. Тәбиғәт ҡомартҡылары.Ҡала лар. Ҡала исемдәре башҡорт һәм рус телдәрендә.. 1 17.05 1 1 18.05 22.05 Контроль диктант.Яҙғы көн.Йомғаҡлау дәресе 1 25.05 табыу. Биографияны белеү, һөйләү. Еңеү көнөнә арналған һүрәттәр Башҡортостан картаһы Яҙыусының портреты, ҡурай Нимә ул сағыштырыу тигән һорауға яуап биреү. сағыштырыу. Төҫтәрҙе Биографик белешмәне үҙләштереү, шиғырҙарын тасуири уҡыу. Һүрәт буйынса бәйләнешле текст төҙөргә өйрәнеү. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу. Тәбиғәт ҡомартҡыларын белеү. Башҡортостан ҡалалары тураһында белемдәрен картанан таба байытыу, белеү. Үҙ белгәндәрен аудиторияға башҡорт телендә еткереү. Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү. Хәрефтәрҙе дөрөҫ тоташтырыу. Фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу.Йомғаҡлау. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы 13 Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө 1 –се уҡыу йылы. Грамотаға өйрәтеү. Әлифба. I. Графика. өн һәм хәреф. Үпкәнән килә торған һауа ағымының кәртәгә осрауы һәм осрамауына ҡарап, өндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тар тынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыоар. Ҡ, к, п өндәренең ғ, г, б өндәре менән сиратлашыуы. Һүҙҙә нисә өн һәм нисә хәреф барлығын билдәләү. өн һәм хәрефтең бер-береһенә тура килмәгән осраҡтарын билдәләү һәм күрһәтеү. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. Баҫым. Алфавиттағы хәрефтәр тәртибе. Һүҙ. Балаларға таныш предметтарҙы: уйынсыҡтар,уҡыу кәрәк-яраҡтары, өҫ-баш кейемдәре, йәнлектәр, үҫемлек һ.б. дөйөм исем аҫтында туплптыу. Һүҙҙәрҙе, мәғәнәләренәҡарап, кем?нимә? ни эшләй ? ниндәй? һорауҙары буйынса төркөмләү, уларҙы һөйләмдән табып, һорау ҡуйыу,телмәрҙә ҡулланыу. Һөйләм. телмәрҙән һөйләмде айырып алыу. Бирелгән һүҙҙәр менән, картиналар һәм һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү. Һөйләмдең беренсе һүҙен баш хәреф менән яҙыу. Һөйләм аҙағында нөктә (йыл аҙағында – һорау һәм өндәү) билдәләре ҡуйыу. II. III. Шиғыр, хикәйә, йыр, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ кеүек жанрҙарҙы айырыу. Башҡорт теле I. Фонетика. әлифба осоронда «Өн һәм хәреф» темаһы буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. уларҙы тамғалау. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. Һүҙ башында э хәрефе. Һүҙ уртаһында е хәрефе. Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йө, йе, йы, йә ҡушымсалары. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю,я хәреф-тамғалары. У-ү хәрефле һүҙҙәр. Һүҙ. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. предметтың II. хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. Һәм, менән, да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә. та-тә. ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре. Һөйләм. Һорау һөйләм . Өндәү һөйләм. Хәбәр һөйләм. О-ө хәрефле һүҙҙәр. Һөйләмдең сиктәрен билдәләү. III. Орфография һәм пунктуация. Кешенең исем-фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын һәм ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылыуы. Универсаль уҡыу эш төрҙәре. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Хәреф һәм өндәрҙе таныу. Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе ҡушып уҡыу. Текстарҙы аңлы һәм тасуири уҡыу. IV. 14 V. Хәрефтәрҙе айырым һәм бер-береһе менән тоташтырыпяҙыу. һүҙ һәм һөйләмдәрҙе, ҡыҫҡа текстарҙы күсереп яҙыу. Ишеткәнде яҙыу (диктант). Уҡытыусы ҡуйған һорауға тулы һәм асыҡ яуап биреү, дәрестә иғтибар менән тыңлау. Уҡытыусы ҡушҡанды аңларға өйрәнеү. Үҙ-ара һөйләшеү (диалог) ҡороу. Тел күренештәрен күҙәтеү, сағыштырыу. 1 Китапхана фонды. Материаль-техник тәьмин ителеү. 1.1 Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. . Бүләк: Урыҫ мәктәптәренең 1-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. — Өфө: Китап, 2010. 1.2 Методик әсбаптар:  Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.  Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.  “Бүләк” дәреслегенә методик ҡулланма. /Толомбаев Х.А., Әбуталипова Р.Ә, Дәүләтшина М.С./ - Өфө, 1993.  Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.  Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005. 1.3 Предмет буйынса тәҡдим ителгән өҫтәлмә әҙәбиәт:  Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.  Әбүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым. – Өфө: Китап,  Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө,  «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары..  Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – 2007. 2008. Өфө, 2008.  Жемчужины детской башкирской литературы. /Составитель – В.С.Мавлетов/ – Уфа, 2005.  Туғыҙбаева Ф.Х. Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ: Мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге уҡыусы балалар өсөн уҡыу китабы. – Өфө, 2008.  Ураҡсина Р. Тәмле-тәмле-тәмлекәс: Шиғырҙар, йола-уйын күренештәре. – Өфө, 1996.  Юнысова Г.А. Йәйғор: Балалар өсөн шиғырҙар. – Өфө, 2003.  Хисаметдинова Ф.Г. Кескәйҙәр өсөн башҡорт теле. – Өфө: Башҡортостан энциклопедияһы, 2002. 2 Уҡытыуҙа ҡулланылған техник саралар: 15 телевизор;   видеоплеер;  магнитофон;  компьютер; 3 Электрон әсбаптар:  Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.  Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005. Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа №4 с.Верхнеяркеево муниципального района Илишевский район Республики Башкортостан             «Рассмотрено»                    Руководитель ШМО _____________Галлямова Г.Р. Протокол №1 от «30» 08. 2016 г. «Согласовано» Заместитель директора по  УВР _______Шириева В.М.  «Утверждаю» Директор МБОУ СОШ №4  с. Верхнеяркеево ___________ Миннигалеев Р.И. Приказ № 198  от «31»августа 2016 г. Рабочая программа внеурочной деятельности на 2016­2017 учебный год 16 Курс: Учу башкирский язык Класс: 1а Общее количество часов: 34 Количество часов в неделю: 1 Учитель: Галлямова Глюса Раиловна  17

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.

Рабочая программа внеурочной деятельности.: Учу башкирский язык.
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
14.03.2017