Разработка к уроку по башкирскому языку. Глагол. Сказка "С Дружбой не шутят"

  • doc
  • 04.10.2021
Публикация на сайте для учителей

Публикация педагогических разработок

Бесплатное участие. Свидетельство автора сразу.
Мгновенные 10 документов в портфолио.

Иконка файла материала Разработка к уроку по башкирскому языку. Глагол. Сказка С друждой не шутят.doc

И.Х. Хужиахметов,

учитель башкирского языка и литературы МБОУ «СОШ № 8»

Предмет: башҡорт теле

Класс: 6а

Тема: «Ҡылым»  темаһын  йомғаҡлау.

Әкиәт. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

Маҡсат:

Ҡылымдың  грамматик  билдәләрен: бойороу һөйкәлешен, заманын  билдәләү, һөйләмдәге  урынын  күрһәтеү;                                                                                                                                                        

Ни  эшләй? ни эшләне? һорауҙарын  ҡулланыу;     

Дәрестең  темаһын  һәм  маҡсатын  үҙ  аллы  билдәләү;

Үҙ-үҙеңә   контроллек  итеү  һәм  баһа  биреүҙе  тормошҡа  ашырыу;

Фекереңде  әйтә  һәм  иҫбатлай  алыу.

Бурыстар :

·        Туған  телдә  камил  һөйләшеү, фекереңде  еткерә  белеү, тел  һәм телмәр күнекмәләрен  тәрән  үҙләштереүгә  өлгәшеү;

·        Уҡыусыларҙың  төрлө  эшмәкәрлекте  ( уҡыу  һәм  белем  алыу, хеҙмәт, аралашыу  күнекмәләрен )   үҙләштереүҙәренә  ирешеү, универсаль  уҡыу  эш  төрҙәренә  өйрәтеү;

·        Башҡорт  халҡының  рухи  мираҫын  өйрәнеүгә ҡыҙығһыныу тәрбиәләү;

·        Дәреслек, өҫтәмә  материал, һүҙлектәр, белешмә  әҙәбиәт  менән  эш итеү  күнекмәләрен  камиллаштырыу;

·        Башҡорт  телен  башҡа  фәндәр  буйынса  белем  алыу  сараһы  булараҡ  ҡулланырға  әҙерләү;

·        Уҡыусыларҙың  логик  фекерләү  һәләттәрен  үҫтереү;

·         

Йыһазландырыу: эш  дәфтәре, 6ы  класс  өсөн  дәреслек, уҡытыусының  компьютеры, проектор, экран.

Дәрес  барышы:

1.     Ойоштороу  өлөшө.

·       Сәләмләү:

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ, балалар!

Балалар: Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым,

                   Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

                   Мин сәләмәт, мин матур,

                   Салауат кеүек батыр.

                   Яйлап ултырам хәҙер,

                   Дәрес тыңларға әҙер.

·       Психологик инеш.

Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайып алайыҡ. Ҡунаҡтарға йылмайыу бүләк итәйек. Тәҙрә аша, тышҡа, тәбиғәткә күҙ һалайыҡ. Ниндәй матур тыныс иртә.

·       Дежур уҡыусының отчеты.

·       Артикуляцион күнегеү.

Ике яҡшы дуҫ булһа,

Ике аранан ел үтмәҫ.

·       Дәрескә маҡсат ҡуйыу:

Бөгөнгө дәрестә нимә эшләрбеҙ? Ошо һүрәттәргә ҡарап, һорауға яуап табығыҙ. (что будем делать на уроке? По рисункам найдите ответ на этот вопрос).                                  

 

 

 

 

 

 

·        Лексик теманы асыҡлау:

Дәрестең лексик темаһын ошо һүрәттәргә ҡарап асыҡларбыҙ.

рисунки детей о дружбе народов

 

 

http://go4.imgsmail.ru/imgpreview?key=http%3A//www.camps.ru/association/uploads/posts/2008-12/1228391823_druzhbany.jpg&mb=imgdb_preview_928http://go4.imgsmail.ru/imgpreview?key=http%3A//cs5260.vkontakte.ru/u217249/-1/x_70d96aad.jpg&mb=imgdb_preview_353&w=200

·        Грамматик тема.

Ребусты сисһәк, ниндәй һүҙ уҡырбыҙ? ( если мы разгадаем этот ребус, то отгадаем грамматическую тему урока).

  

    http://go2.imgsmail.ru/imgpreview?key=http%3A//www.kartinkioboi.ru/_ph/15/258716424.jpg&mb=imgdb_preview_298     ым  

 

II. Өй эшен тикшереү.

III. Әкиәт. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

 

Ә хәҙер, балалар һеҙҙең менән әкиәт уҡыйбыҙ. Дәреслектең 92-се битен асығыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа текст. Был әкиәтте уҡыр алдынан яңы һүҙҙәр өҫтөндә эшләп алайыҡ.

ü Һүҙлек эше.

G  Берәйһе менән – с кем-нибудь

G  Һүҙ бирергә – давать слово, обещать

G  Һынарға – проверять, испытывать

G  Ысын тип уйлаған – поверил 

G  Ҡыланыш – поступок, выходка

 

~      Уҡытыусы артынан уҡыу;

~      Тәржемә яһау;

~      Һөйләмдәр төҙөү;

ü Бик яҡшы, афариндар! Ә хәҙер әкиәтте уҡый башлайыҡ. Башта мин һеҙгә әкиәтте дөрөҫ итеп уҡып ишеттерәм, ә һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ. Уҡытыусы тарафынан уҡыу.

ü Сылбырлап тәржемә менән уҡыу.

ü Һорауҙарға яуап биреү.

ü Ролляп уҡыу.

Ял минуты яһау. Афариндар, бик яҡшы. Ә хәҙер был ял минуты шиғырына күҙ һалайыҡ. 1, 2, 3, 4, 5,

                 Ҡуян сыҡты ҡыуаҡтан.

                  Һунарсы килеп сыҡты,

                  Мылтығын тоҫҡап атты.

                  Бах-бах саҡ ҡалды,

                  Урманға ҡуян ҡасты.

IV. Нығытыу күнегеүҙәре.

Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән бөгөн ниндәй әкиәт уҡыныҡ?

Эйе, “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” әкиәтен уҡып үттек. Ә хәҙер ошо текстҡа кире ҡайтайыҡ әле. Әкиәттән ҡылымдарҙы табып, өлгө буйынса бойороҡ һөйкәлешенә үҙгәртеп яҙайыҡ.

Өлгө: Йәшәгән - һин йәшә - улар йәшәһендәр. 

ü Дәфтәрҙәрҙе астыҡ һәм бөгөнгө датаны яҙып ҡуяйыҡ. (Таҡта алдында һәм дәфтәрҙәрҙә эш).

ü Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

V. Йомғаҡлау.

VI. Баһалау.

VII. Өйгә эш биреү.