Сказка на башкирском языке в детском саду
Оценка 4.7

Сказка на башкирском языке в детском саду

Оценка 4.7
Мероприятия
docx
другое
Детсад
01.12.2022
Сказка на башкирском языке в детском саду
Әкиәт иленә сәйәхәт
Сказка на башкирском _Репка_.docx

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ                    СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА с.КУРЯТМАСОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ДАВЛЕКАНОВСКИЙ РАЙОН

                                             РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

 

 

 

 

 

Әкиәт иленә сәйәхәт

                             “Шалҡан” әкиәте

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡатнашалар: Әбей, Бабай, Ейәнсәр, Аҡбай, Мыяубикә, Сысҡан, Һөйләүсе.

Декорация:Өй, ҡойма, алда – ҙур шалҡан!

Һөйләүсе:Борон-борон  заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Яҙ етеү менән бабай шалҡан ултыртҡан. Уны яҡшылап ҡараған, көн дә һыу һипкән, ҡыйын утаған. Шалҡан ай үҫәһен көн үҫеп, бик ҙур булып өлгөргән, ти. Бабай сығып тартып ҡарай, көсө етмәй икән.

Бабай: Әбей, сыҡ әле, сыҡ! Шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!

(әбей йүгереп сыға)

Һөйләүсе:Эй тарталар икәүләп, эй тарталар, сығара алмайҙар икән.

Әбей(ҡулын болғап): Ейәнсәрем, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!

(Ейәнсәре йүгереп сыға)

Һөйләүсе:Икәүҙән өсәү яҡшы, тип эй тарталар былар , уңға тарталар, һулға тарталар, юҡ, сыҡмай, ти.

Ейәнсәре:Аҡбай, кил әле ярҙамға!

(Эт сыға)

Аҡбай: Уау! Уау!

Һөйләүсе:Дүртәүләп тартып ҡарайҙар, шалҡан урынынан һис ҡуҙғалмай икән.

Аҡбай:Мыяубикә, кил әле, шалҡанды тартып сығарырға ярҙам ит!

(Бесәй сыға)

Мыяубикә: Мыяу! Мыяу!

Һөйләүсе:Бишәүләшеп тартып ҡарайҙар, булдыра алмайҙар, ти!

Мыяубикә: Беҙгә ярҙамға сысҡанды саҡырырға кәрәк!

Бөтәһе бергә: Сысҡанды?!

Әбей: Ул нисек кенә беҙгә ярҙам итһен инде!

Ейәнсәр:Ул бит үҙе бигерәк бәләкәй!

Мыяубикә: Сысҡан, кил әле ярҙамға!

Һөйләүсе:Бесәй сысҡанға килеп йәбешеп, күмәкләп бер тартыуҙары була, шалҡан килгән дә сыҡҡан, ти. Бөтәһе лә бигерәк ныҡ ҡыуанғандар! Әбей тәмле генә итеп бутҡа бешереп ҡунаҡ иткән, ә сысҡан табындың иң түрендә ултырған икән!   (Бөтәһе лә тамашасыға баш эйәләр).


 

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ

Бабай, Ейәнсәр, Аҡбай, Мыяубикә,

Бабай, Ейәнсәр, Аҡбай, Мыяубикә,
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
01.12.2022