Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

  • Разработки уроков
  • docx
  • 07.05.2017
Публикация на сайте для учителей

Публикация педагогических разработок

Бесплатное участие. Свидетельство автора сразу.
Мгновенные 10 документов в портфолио.

Урок по башкирской литературе. Новая тема. По произведению Нугумана Мусина "Шкура хищника". Природа и человек взаимосвязаны. На уроке обсуждается проблемы отношений между людьми."Медведь - хищное животное, а человек?" Составляем кластер. Проводим групповую работу и рефлексию. делаем вывод: Природа и человек единое целое.Урок новая тема.
Иконка файла материала Ноғман Мусин Йыртҡыс тиреһе дәрес планы.docx
Тема: Нугуман Мусин “Шкура хищника”     Выполнила: Хасанова Лариза Жорабековна Учительница родного башкирского языка и литературы муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения  средняя общеобразовательная школа с. Ялгыз­Нарат   муниципального района Татышлинский район Республики БашкортостанТемаһы: “Яуыҙлыҡты фашлау, шәфҡәтлелеккә саҡырыу” Н. Мусин “Йыртҡыс тиреһе” Төҙөнө:  Яңғыҙ­Нарат урта дөйөм белем биреү мәктәбе  муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учрежденияһының  туған башҡорт теле һәм әҙәбиәтте уҡытыусыһы Хәсәнова Лариза Жорабек ҡыҙыТемаһы: “Яуыҙлыҡты фашлау, шәфҡәтлелеккә саҡырыу” Дәрес материалы: Н. Мусин. “Йыртҡыс тиреһе” Маҡсат:  1. Ноғман Мусиндың ижады менән танышыуҙы дауам итеү;  уның әҫәрҙәре  аша тәбиғәттең серҙәре  менән таныштырыу; 2. Балаларҙың фекерләү кеүәһен үҫтереү, йүгерек, тасуири, аңлы, дөрөҫ  уҡыу күнекмәләрен  нығытыу; 3. Балаларҙа хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Йыһазландырыу:Н.Мусиндың портреты, айыу һүрәте, А. А. Кузнецовтың  “Бөрйән айыу аулаусыһы”, Ҡ. С. Дәүләткилдеевтың “Һунарсы башҡорт”  картиналары,  дәрес буйынса презентация, таратма материал. Дәрес барышы 1. Психологик инеш: Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,                                         Уяналар ауыл, ҡалалар.                                         Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:                                         Хәйерле көн һеҙгә, балалар. 2. Маҡсатҡа   сығыу:  ­   Ҡәҙерле   уҡыусылар!   Бөгөн     беҙҙең   дәрескә ҡунаҡтар   килгән.   Бына   улар:   болан,   һуҫар,   ҡоралай,   айыу.   Уларҙы беҙгә,    һеҙҙең күптәнге  танышығыҙ,  Әбделнәғим  олатай  алып килгән. Был   геройҙарҙы   тыуҙырыусы,   әҙәбиәткә   алып   инеүсе,   һеҙҙең   менән таныштырыусы кем ул, балалар?  ­     Халыҡ   яҙыусыһы,   Салауат   Юлаев   премияһы   лауреаты   Ноғман Сөләймән улы Мусин. ­ Уға быйыл нисә йәш? ­ Яҙыусы тураһында нимәләр беләһегеҙ? (уҡыусылар алдан әҙерләнгән белешмә буйынса кыҫка мәғлүмәт бирәләр) ­ Уның тағы ла ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?            3.   Төп   өлөш.   Маҡсатты   хәл   итеү:  –   Уҡыусылар,     ҡунаҡтарыбыҙ тураһында нимәләр беләбеҙ? Әйҙәгеҙ бергәләп иҫкә төшөрөп китәйек. ­ Улар ниндәй әҫәрҙәрҙән? “Етемәк болан балаһы”, “Ҡарағай башында бер төн”, “Татлы тамаҡ һуҫар”, “Ҡоралайҙар”. ­ Әйҙәгеҙ һәр йәнлекте тасуирлап үтәйек.Тиреһе бик матур һәм ныҡ.        Һуҫар – ҡыҫҡа аяҡлы, оҙон нескә кәүҙәле йәнлек.  Ҡоралайҙар ­ оҙонлоғо — 100 – 150, бейеклеге 65– 100   сантиметр   булһа,   ауырлығы   60   килограмдан   артмай.   Ҡоралайҙар   ҙур аҡланлы, таулы һирәк урманда йәшәй. Ҡоралай аҙығының 70 процентын үлән тәшкил итә. бәләкәй башлы, нәҙек аяҡлы етеҙ йәнлек.  Болан – күгелйем­һорғолт төҫтәге, оҙон муйынлы, томшоҡло, ҡеүәтле аяҡтарына бөтә табанына баҫып йөрөүсе эре йәнлек.    Айыу   –   оло,   ауыр   кәүҙәле,   ҙур   башлы,   оҙонса ­ Был йәнлектәр кайҙа йәшәйҙәр? ­ Ошо йәнлектәр араһында йыртҡысы бармы? (айыу) ­ Ни өсөн айыуҙы йырткыс йәнлек тип атайҙар?  Проблемалы һорау. ­ Йырткыс, йыртҡыслыҡ һүҙҙәренең мәғәнәһен нисек  аңлайһығыҙ?  Кешене йыртҡыс тип әйтә алабыҙмы? Бына ошо һорауҙарға  яуапты Ноғман Мусиндың “Йыртҡыс тиреһе” әҫәренән өҙөктө  уҡып  белербеҙ.  4.Әҫәр өҫтөндә эш.   Һүҙлек эше:Ләғәнәт ­ ҡарғыш Дуңғыҙ ­ сусҡа Төтәҫләп ­ яй янып ятҡан усаҡ Юламаны ­ яҡын барманы Сәмсел – дәртле, ялҡынлы Был һүҙҙәр әҙәби телдә осраймы? Юҡ, был һүҙҙәр нисек атала? Диалект һүҙҙәр­ ул әҙәби телгә яҡын, ләкин бер ерҙә йәшәгән халыҡтың  һөйләше. Әҫәрҙең өйҙә уҡылған өҙөгөн анализлау.  Төркөмдәр менән эш. 1­се эш: Һәр төркөм бер­береһенә өҙөктөр буйынса  һорауҙар бирә.  Беренсе төркөм. Һолтанбайҙың яҙмышы. Икенсе төркөм. Яуымбайҙың тормош юлы.  Төркөмдәргә өҫтәмә һорау: ­ Һолтанбай ҙа, атаһы Яуымбай ҙа нимә менән  шөғөлләнгәндәр?  2­се эш: Һунарсылыҡ – башҡорттарҙың төп шөғөлдәренең береһе булған.  Һәр төркөм телмәр оҫталыҡтарын күрһәтә, “Һунарсы” картинаһы төҙөй. А. А. Кузнецовтың “Бөрйән айыу аулаусыһы” һәм Ҡ. С. Дәүләткилдеевтың  “Һунарсы башҡорт” картиналары менән сағыштыра.  ­ Беҙҙең геройҙың яҙмышында һунарсылыҡ ниндәй роль уйнағанын ҡалған  өҙөктө уҡып белербеҙ. 5. Әҫәрҙе уҡыуҙы дауам итеү. Уҡытыусының уҡыуы.  6. Өҙөккә анализ яһау. Әҫәрҙең идея­йөкмәткеһен асыу. ­ Әҫәрҙе уҡығанда һеҙҙә ниндәй тойғолар уянды? ­ Был өҙөктө “Һуңғы һунар” тип атап буламы? Ни өсөн? ­ Ни өсөн әҫәр “Йыртҡыс тиреһе” тип атала? ­ Йыртҡыс һүҙенең мәғәнәһен аңлата алаһығыҙмы? Йыртҡыс һүҙенә  синонимдар уйлап әйтегеҙ. (йыртҡыс, яуыҙ, яман, уҫал) ­ Айыу йыртҡыс йәнлек тейҙек, ә кешене йыртҡыс тип әйтеп буламы? ­ Әҫәрҙә йыртҡыслыҡ проблемаһы ниндәй образдар аша асыла?  ­ Н. Мусиндың “Етемәк болан балаһы” әҫәрендәге “...Йыртҡыстан  ҡотҡарғайныҡ, кешенән ҡотҡара алманыҡ. Әҙәмдәрҙең йыртҡыстан да  яманыраҡтары була шул...” тигән һүҙҙәр менән килешәһегеҙме? Был  һүҙҙәр беҙҙең әҫәргә лә тап киләме? Әҫәрҙең идеяһы: Яуыҙлыҡты фашлау, шәфҡәтлеккә саҡырыу. ­ Әҫәрҙәрҙәге ваҡиғалар ҡайҙа бара? (урманда) ­ Был әҫәрҙәрҙең бөтәһендә лә ниндәй тема бар? (тәбиғәт.) 7. Кластер төҙөү.                  Тәбиғәт                                   Урман­ Ысынлап та,  Ноғман Мусиндың һәр әҫәрендә тәбиғәттең, йәнлектәрҙең  матурлығы һүрәтләнә. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып ҡына  ҡалмай, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман  Мусин – тәбиғәтте яратыусы, дан йырлаусы, уны һаҡларға өндәүсе  изгелекле кеше. 8. Рефлексив анализ. – Повестан нимәгә өйрәндегеҙ?                                         ­ Һунарсыларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? 9. Йомғаҡлау. ­ Дәресте мин Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” әҫәренән  алынған матур һүҙҙәре менән тамлайым:  “Һай, урманым, урманым, күпте күргән урмандарым минең! Һинән башҡа ­  ерҙе, һинән айырып – һыуҙы, үҙем һулаған һауаны күҙ алдына килтереп  буламы? Һин юҡ икән – ерҙең йәм күрке юҡ; һин туплаған дым бөттөмө –  йылғалар ҡорой; һин шифалы һутыңды сәсмәнеңме – тыны ҡурылыуҙан әҙәм  заты ҡалмас ине”. 10. Дәрестә әүҙем ҡатнашыусыларҙы баһалап үтеү. 11.   Өй   эше.   1).   Бирелгән   план   буйынса   әҫәрҙең   йөкмәткеһен   һөйләргә әҙерләнергә. 2). Һолтанбайға ҡылыҡһырлама төҙөгөҙ.