Добавить материал
Войти
🕊️
Войти в кабинет
Медиатека
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Новости
Ваше членство
Добавить материал
и получить до 500 000 ₽.
свидетельство СМИ
и 10 документов
Внеклассное мероприятие
Оценка
4.9
Хасанова Гульфира
Хасанова Гульфира
Внеклассное мероприятие
Оценка
4.9
Мероприятия
doc
классное руководство
+1
Взрослым
29.03.2019
Маҡсат:Тыуған илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү; һуғыш ветерандарын хөрмәт ,ихтирам итеү; балаларҙың характерында ыңғай һыҙаттар,илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү һәм үҫтереү. Йыһазландырыу: «Бөйөк Еңеүгә-71 йыл», «1941-1945»тигән яҙыуҙар, Еңеү ордены һүрәте,байрамға арнап сығарылған гәзиттәр, стендтар ҡуйыла, сәскәләр,шарҙар менән биҙәлә. Балалар байрамса кейенгөн. Плакаттар. Һүрөттөр.
9 май.doc новый.doc
Текстом
Картинками
Яҡуп ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе “Килешелде” директор урынбаҫары ______ / Г.И. Килмәтова/ “___” май 2016 йыл “Ҡаралды” ММБ ултырышында протокол № ___ ______/_______________/ “___” май 2016 йыл “Раҫланды” Яҡуп ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры ____ /С.У. Туйгилдин/ “____” май 2016 йыл Бөйөк Еңеүгә 71 йыл “Еңеү яҙы килә тыуған илгә” Әҙерләне: Ниғмәтуллина Гөлфирә Хәйрулла ҡыҙы Яҡуп 2016 Маҡсат:Тыуған илебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү; һуғыш ветерандарын хөрмәт ,ихтирам итеү; балаларҙың характерында ыңғай һыҙаттар,илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү; Йыһазландырыу: «Бөйөк Еңеүгә71 йыл», «19411945»тигән яҙыуҙар, Еңеү ордены һүрәте,байрамға арнап сығарылған гәзиттәр, стендтар ҡуйыла, сәскәләр,шарҙар менән биҙәлә. Кисә барышы 1cе алып барыусы. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле тыл ветерандары, атайҙар, олатайҙар, ағайҙар... 2се алып барыусы. Һаумыһығыҙ, апайҙар, әсәйҙәр өләсәйҙәр бөгөнгө көндөң бәхетле йәштәре,уҡыусылар ! 1cе алып барыусы. Һеҙҙең барығыҙҙы ла тантаналы байрам – Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығы менән ҡотлайбыҙ! 2се алып барыусы. Илебеҙ күгенең 71се йыл аяҙ булыуы менән беҙ һеҙгә Бурыслы. Оҙон ғүмер, тыныс көндәр насип булһын барығыҙға ла! 1cе алып барыусы. Матурлығы өсөн был көндәрҙең Кемдәр генә ҡорбан булмаған! Исемдәрен тарих беҙгә үҙе Һаҡлап килә алыҫ йылдарҙан. Тыуған ил хаҡына ,тыуған ер хаҡына Ауылдаштар башын һалдылар. Беҙҙең ғүмер өсөн улар Мәңгегә сит илдә ҡалдылар! 2се алып барыусы. Бөгөн беҙ һуғыш ветерандарының батырлығына тағы ла бер тапҡыр һоҡланып, дан һәм мәҙхиә йырлап, уларҙың түҙемлегеге, сабырлығы алдында баш эйәбеҙ. 1cе алып барыусы. Бөгөн яуҙа ятып ҡалған яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә, тылда ас яланғас килеш ҡар һыуҙарын йырған, ел бурандар аҫтында барлыҡ сәләмәтлектәрен, ғүмерҙәрен биргән ҡатын ҡыҙҙар һәм шул осор үҫмерҙәре алдында хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Бөгөнгө сығышыбыҙ һеҙгә бағышлана, ҡәҙерле яҡташтар! Музыкаль композиция программаһы 1 күренеш. Һабантуй. Сәхнә артында “Һабантуй” йыры яңғырай. Ауылдың йәше ҡарты һабантуй яланында шау гөр килә.(Көрәш, көршәк ватыу, уйын көлкө) Шул саҡ майҙанға атылып тыны бөткән ҡатын йүгереп инә Ҡатын. “Туҡтағыҙ!”, тип ҡысҡыра, ләкин уны берәү ҙә ишетмәй. Туҡтағыҙ тим, һуғыш башланған!. Гитлер һуғыш башлаған!, тип ҡысҡыра. Бөтәһе лә өнһөҙ булып ҡала. Бер аҙҙан улар өйҙәренә тарала башлай, илайҙар. Һабантуй майҙаны бушап ҡала. 2 күренеш. Фронтҡа оҙатыу. Сәхнә артында “Священная война” көйө яңғырай. Сәхнәнең төрлө яҡтарынан арҡаларына рюкзак аҫҡан ир атттар сыға. Улар һуғышҡа китеүселәр. Атай әсәәйҙәре, балалары уларҙы оҙаталар, илашалар. Хәрби комиссар килеп керә һәм “Ҡуҙғалырға әҙерләнегеҙ!”, тип ҡысҡыра. Һуышҡа китеүселәр туғандары менән хушлашып, теҙеләләр һәм Беҙ ауылдан сыҡҡан саҡта, Күтәрелде томандар. Йә ҡайтырбыҙ, йә ҡайтмабыҙ Һау булығыҙ, туғандар! тип ҡул болғап сығып китәләр “Ерҙән һалдат атлай” 5 класс малайҙары йыр 3 күренеш. Тылдағы ҡатынҡыҙҙар. Сәхнә асылғанда ҡатынҡыҙҙар ҡул эштәре менән шөғөлләнеп ултыралар. 1се ҡатын. Иртәгә ҡайҙа ултырырбыҙ икән? Беҙҙең керосин бөтә. 2се ҡатын. Беҙгә килерһегеҙ. 34 көнлөк керосиным бар әле. 3сө ҡатын. Мин баҙарҙан тоҙ алып ҡайттым. Иртәгә тоҙ менән тәмле итеп картуф бешереп алып килермен әле. 4се ҡатын. Ҡасан йәй етер инде? Яғырға утын да бөттө. Бер көндө балалар һыуыҡҡа түҙә алмайынса сыра яндырғандар һәм өйҙө саҡ яндырмағандар, ярар әле күрше апай күреп ҡалған. 5се ҡатын.Әле һеҙ ишеттегеҙме? Хәҙер фронтҡа ашлыҡты һәм аттарҙы ғына түгел, картуф менән май ҙа ебәрергә ти. 6сы ҡатын. Ебәрәбеҙ. Нишәп ебәрмәй ти, үҙебеҙҙең ғәзиз улдарыбыҙ, ирҙәребеҙ өсөн бит ул. 7се ҡатын. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн инде. Еңеү өсөн бер нимә лә йәл түгел. Гитлерҙы тиҙерәк дөмөктөрөп, иҫәнһау ғына ҡайтһындар инде ғәзизкәйҙәребеҙ. 8се ҡатын. Ҡайтырҙар, ҡайтырҙар, алла бойорһа. Радмир. Һуғыш, һуғыш... Күпме сабый Быуыла күҙ йәштәренә Ваҡытһыҙ салдар өҫтәлә Әсәләрҙең сәстәренә. Н..........................Һуғыш... Мәскәүҙән Берлинғаса 2 мең 600 саҡрым... Р.......................... Бик аҙ, дөрөҫмҫө? Был әгәр поезд менән барһаң 2 тәүлек, самолетта 3 сәғәт тигән һүҙ. Н..........................4 йыл Р...........................1418 көн! Н....................... 34 мең сәғәт! Р........................... Һәм 27 миллион һәләк булған кеше ғүмере... Н.......................... 27 милллион ҡорбан. Был, тимәк, көн һайын 19 мең, сәғәтенә 800, минутына 13 кеше үлгән тигән һүҙ! Ҡот осҡос! 4 күренеш. Еңеү. Сәхнә асылғанда репродукторҙан еңеү тураһында хәбәр яңғырай. Байрамса кейенгән, ҡулдарына сәскәләр тотҡан ҡатынҡыҙҙар репродуктор янына йыйылалар. Кемдер “Ҡайталар”, тип ҡысҡыра. Шул саҡ фронтовиктар керә. Кемдер аяғын, кемдер ҡулын , башын бәйләгән. Күрешәләр, ҡосаҡлашалар һәм өйҙәренә таралалар. 5 класс уҡыусыһы Эльвира башҡарыуында “Боевые ордена” йыры Маршҡа башланғыс класс уҡыусылары шарҙар менән керә. Олатай атайҙарҙың Дан юлынан атлайбыз. Өлкән быуын батырлығын Йөрәктәрҙә һаҡлайбыҙ. Ил сигендә һаҡта торор, Диңгеҙ кисер быуын беҙ. Хеҙмәтебезҙә Ватанға Тоғролоҡло булырбыҙ. Байраҡ элдек беҙ бөгөн урамға, “Еңеү байрамы” көнө булғанға. Әйҙә ҙур байрам, шатлыҡ менән кил, Һине ҡаршылай бөтөн тыуған ил! Еңеү Һағындырған данлы еңеү! Ҡосаҡланы бөгөн илемде Йөрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып, Бар доңъяның баҫып киңлеген. Еңеү!Ҡояш балҡый бер битендә Бер битендә моңһоу ай һаман, Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә , Бер күҙеңдән һаман йәш тама... 2се алып барыусы. Беҙ ҡайтырбыҙ ,тиеп киткән юлдан Китһәләр ҙә ,улар ҡайтманы. Улар өсөн бары елдәр генә Асыпябып йөрөй ҡапҡаны. 1cе алып барыусы. “Бер ҡайтмаһаҡ,бер ҡайтырбыҙ әле”,тип китһәләр ҙә күпме яҡташтарыбыҙ сит тупраҡта ятып ҡалдылар. Ә күпме әсәләр улһыҙ, балалар – атайһыҙ, ҡыҙҙар һөйгән йәрһеҙ, ҡатындар ирһеҙ ҡалдылар. 2се алып барыусы.Беҙҙең тыуған еребеҙ өсөн башын һалған батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Улар беҙҙең менән, беҙҙең арала. 1cе алып барыусы. Беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ, сабыйҙарыбыҙҙың тыныс йоҡоһо өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән яҡташтарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ! (Бер минут тынлыҡ.) Барыһы ла аяғүрә баҫа.Бер минутлыҡ тынлыҡ,тик сәғәт һуғыуы ғына ишетелә. 2се алып барыусы. Рәхмәт. “Йылдар аша баш эйәбеҙ”йыры яңғырай.(Ф.Чанышева һүңҙҙәре ,С.Садыҡова көйө.) 2се алып барыусы. Бөгөн беҙҙә саҡырылған ҡунаҡтар ҙа ошо Бөйөк Еңеүгә үҙҙәренең тос өлөштәрен индергән. 1cе алып барыусы.Хөрмәтле ҡунаҡтар!!! Хәҙер һалдат иҫтәлеге биттәрен асайыҡ. Үҫеп килгән йәш быуынға хәтерегеҙҙә ҡалған бер нисә ваҡиға тураһында һөйләп үтһәгеҙ икән. һүҙ һеҙгә бирелә. 2се алып барыусы.Рәхмәт.Ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ! Һеҙҙе Еңеү байрамы менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, үҙегеҙгә һәм ғаилә ағзаларығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.Еңеүҙең 71се яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ алып килһен.Бәхет, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Донъяға йәм биреп йәшәүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!!! Башланғыс кластар уҡыусылары “Олатайым миҙалдары” йырын башҡара 1cе алып барыусы.Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын!Һеҙҙең өсөн хөрмәтле ҡунаҡтар,йыр яңғырай “Еңеү көнө”. Музыка аҫтында композицияла ҡатнашыусы уҡыусылар ветерандарға сәскәләр һәм бүләктәр тапшыралар. Байрам тантанаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған обелискҡа сәскәләр һалыу менән тамамлана.
Внеклассное мероприятие
Внеклассное мероприятие
Внеклассное мероприятие
Внеклассное мероприятие
Внеклассное мероприятие
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете
сообщить о нарушении
.
Введите ваш email
Ваш email
*
Скачать материал
Скачать
Файл готов!
Скачать
Вверх
29.03.2019
Посмотрите также:
📁
линейка на 11 октября
📁
Школьный музей.
📁
«Интерактивное воспитания в начальном общем образовании»
📁
Методическая разработка на тему: «Воспитание любовью»
📁
Работа с одарёнными детьми
📁
Памятка для юного исследователя
📁
Проектная работа "Да здравствует мыло душистое"
📁
для социальных педагогов планы и отчеты для школы и колледжа
Новости
Курсы
Членство
Еще
Войти
Новости
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Медиатека
Бонусы
Добавить материал
Добавить
доп. образование детей