Минең ауылым Башҡортостан тарихы сағылышында
Үҙен ихтирам иткән һәр йәш быуын кешеһе ил тарихын белергә, үҙ еренең батырҙарын танырға тейеш. Шунлыҡтан мин үҙемдемдең ата-олатайҙарымдың тыуған ауылы- Һаҡтау (Ҡәнзәфәр) ауылының тарихын өйрәнергә булдым. Минең ҡартатайым, Ғәниев Ғәйнулла Сәйетғәле улы бик күп иҫтәлектәр яҙып ҡалдырған. Үҙемдең эҙләнеү эшемдә ғаилә архивынан ҡартатайымдың яҙмаларын да ҡулландым.
История деревни Сактау Зилаирского района.docx
“Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе”ММАУ
Ғәниев Ғ.А.
10класс уҡыусыһы.
Фәнни етәксеһе:
Ғәниева З.М.
Филолог, “Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе”ММАУ.
Минең ауылым Башҡортостан тарихы сағылышында
Үҙен ихтирам иткән һәр йәш быуын кешеһе ил тарихын белергә, үҙ
еренең батырҙарын танырға тейеш. Шунлыҡтан мин үҙемдемдең ата
олатайҙарымдың тыуған ауылы Һаҡтау (Ҡәнзәфәр) ауылының тарихын
өйрәнергә булдым. Минең ҡартатайым, Ғәниев Ғәйнулла Сәйетғәле улы бик
күп иҫтәлектәр яҙып ҡалдырған. Үҙемдең эҙләнеү эшемдә ғаилә архивынан
ҡартатайымдың яҙмаларын да ҡулландым.
Ҡасандыр, бынан бик оҙаҡ йылдар элек Туҡ менән Соран йылғалары
буйындағы йәшәгән халыҡтың бер өйөр йылҡыһы юғала. Йылҡы өйөрө Урал
артына килеп сыға. Йылҡы өйөрөн бер йылдан ҡарағай урманы ҡапланған бер
тауҙа табып алалар. Йылҡылар кәмеү түгел, ишәйеп тә торған була. Йылҡы
өйөрөн табыусылар был хәл тураһында ҡайтып һөйләйҙәр. Ауыл ҡарттары
был тауҙы “Һаҡлы тау икән, бик хәйерле ер икән”, тигәндәр. Малсылыҡ
менән көн күргән кешеләргә был ер оҡшап ҡала. Килеп ҡараусы аҡһаҡалдар
был ерҙәрҙе бик яратҡандар һәм күсеп килгәндәр[Башҡорт халыҡ
ижады,1997,136].
Һаҡтау ауылында дини уҡытыу элекән үк килгән. Мәҙрәсәгә
Килсенбай, ҮргеҒәле, ТүбәнгеҒәле, ИҫкеЯҡуп һәм Ҡыпсаҡ ауылдарынан
килеп 100гә яҡын шәкерт уҡыған [Ҡушымта №1].
191819 йылдар осулжәит методы менән уҡытыла башлана. Ул
уҡытыуҙы ауылдың уҡымышлы кешеһе, прогрессив ҡарашлы кеше
Тляумбетов Дилмөхәммәт уҡыта башлай. Был ваҡытта балалар беренсе фән
нигеҙҙәре менән танышалар. Дин уҡытыу менән бергә арифметика, география,
тәбиғәт белемдәре лә бирелеп, русса ла уҡытыла. Уҡыусылар Дилмөхәмәт
хәлфәне яраталар. Әммә хәлфә 1929 йылдары мулла булғанлыҡтан һөргөнгә
ебәрелә.
1921 22 йылдары аслыҡ, йотлоҡ башлана. Күп кешеләр аслыҡтан,
ҡайһылары вава (холера) ауырыуынан ҡырыла, мәктәп ябыла.
Һуңынан күрше Йомағужа ауылынан Түләбаев Мирғәле исемле
уҡытыусы килә.Ул русса уҡыта, үҙе лә русса бик яҡшы белә, шулай уҡ
йыраусы ла, яҡшы ҡурайсы ла була. Түләбаев Мирғәлене Һабыр волосенә эшкә алалар, әммә бандиттар тарафынан үлтерелә. 192829 йылдарҙа уҡыу
уҡытыу ғәрәп алфавитынан латин алфавитына күсерелә.
193132 йылдары Юлдыбай ауылынан Моратов Төхфәт Фәттәх улы
уҡыта. Төхфәт Моратов күп яҙыша, үҙенең шиғырҙарын, хикәйәләрен
иптәштәренә уҡый торған булған. Колхозлашыу дәүерендәге шаян, төртмәле
шиғырҙарын Һаҡтау ауылында ижад иткән. Уның “ Юлтый ҡарағы” тигән
әҫәре лә ошонда барлыҡҡа килә. Ошо осорҙа мәктәп Солтанов Солтан байҙың
йортона күсерелә, ә Солтановтың ғаиләһе һөргөнгә ебәрелә.
193536 Һаҡтау ауылынан Атанбаев Янсаф уҡыта, ул скрипкала бик
яҡшы уйнаған, уҡыусыларын да өйрәткән. 193740 йылдарҙа Йәнғалин Муса
Әйүп улы уҡыта. Һуңынан күрше Йомағужа ауылында 8 йыллыҡ мәктәп
асылғас, уны
директор итеп күсерәләр. 194041 уҡыу йылдарында
Юлдыбайҙан Ҡашҡаров Сөнғәт Хәҡимйән улы уҡыта ла, икенсе йылы “ 3
Интернационал” колхозында счетовод булып эшләй башлай. Бөйөк Ватан
һуғышы йылдарында ла мәктәп ябылмай.
195657 уҡыу йылдарынан башлап мәктәптә
Ғәниев Ғәйнулла
Сәйетғәле улы уҡытыусы һәм мөдир булып тәгәйенләнә. Үҙе ҡурай,
скрипкала уйнай, балаларға ла өйрәтә. Төрлө конкурс, фестивальдәрҙә
ҡатнашып, Ғәйнулла Сәйетғәле улына ҡурай менән Өфө, Мәскәү, Ленинград
сәхнәләрендә сығыш яһау бәхетенә ирешә.Уның уҡыусылары шахматта ла
һынытмайҙар. Мәктәп 90 –сы йылдар уртаһында ябыла, бөгөнгө көндә балалар
күрше Йомағужа урта мәктәбенә йөрөп уҡыйҙар.
Ауылда 1928 йылда комсомол ячейкаһы төҙөлә. Был осорҙарҙа ауылда
партия ячейкаһы булмай, шулай ҙа 1930 сы йылдарҙан бирле Ғәниев Хөсәин,
Солтанов Айса, Солтанов Мусалар коммунист булалар. 1934 йыл ауылда
партия ячейкаһы ойошторола, уның беренсе секретаре Солтанов Муса була.
1929 йылда колхоз ойошторола. Колхозға тәүҙә 13 хужалыҡ яҙыла,
председателе Ғәниев Хөсәин, бригадире, учет эштәрен алып барыусы
Хоҙайбирҙин Ғиниәт була. Колхозға “Игенсе” тигән исем бирелә.
1931 йыл 12 ауыл бергә ҡушылып, “3се Интернационал” тигән колхоз
төҙөйҙәр, үҙәге Ҡәнзәфәрҙә була, колхоз председателе Ғәниев Хөсәин була.
Әммә бер йылдан хужалыҡ бер нисә колхозға тарҡала: “ Һаҡмар”, “Трактор”,
“3сө Интернационал”, “Айтуғай”, “Спутник”[Ҡушымта №2].
1933 йылда “3сө Интерноционал” айырым колхозға әүрелә, уның
председателе итеп Рямов Абдулла һайлана, ул комвузға уҡыуға киткәс Рямов
Әхмәтшәкир председатель булып ҡала.
Колхозға беренсе тракторҙар килә уларҙы Ғәниев Сәйфулла Сәитғәле
улы, Атанбаев Йомағужа һәм Үҙәнов Аллабирҙеләр Сара станцияһынан алып
киләләр. Был тракторҙарҙы утын яғып йөрөткәндәр. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Бөтә ирҙәр Ватанды
һаҡлауға китәләр. Колхоздағы эш баласағаға, ҡатынҡыҙҙарға ҡала. Аҙ
ваҡытлы курстар ойошторолоп, ҡатынҡыҙҙар техника йөрөүгә өйрәнәләр.
Ауылда ҡатынҡыҙҙар
араһында беренсе булып Тляумбетова Фатима
Ғәйнетдин ҡыҙы, Ғәниева Хәйернисә Сәитғәле ҡыҙы, Хәмзинә Сибәрбикә
Исмәғил ҡыҙы трактор штурвалы артына ултыралар.
Колхоз фронт өсөн иген етештереүҙе кәметмәй, алыҫҡа ташыу мөмкин
булмау сәбәпле, урында иген ҡабул итеү пункттары асыла, таш келәткә
хөкүмәт игене ҡабул ителә. Илдәге, фронттағы хәлдәр тураһында райком
работниктәре таныштыра, беҙ дошманды еңәсәкбеҙ тиеп, ҡыйынлыҡтарға
бирешмәҫкә, баш эймәҫкә саҡырып, рухландырғандар.
Илдә иҡтисадты күтәреү өсөн заем индерелә. Заемға яҙылған ваҡытта
Ғәниев Сәитғәле ҡарт, 1944 йылда үҙе генә 900 һумға яҙылып, бөтә ауыл
халҡын үҙ артынан эйәрергә саҡырҙы. Уның дошманды еңеү өсөн биргән
өлөшө тураһында район газетаһында “Ватан патриоты” тигән мәҡәлә баҫылып
сығара.
Дошман менән ҡапмаҡаршы һуғышта Һаҡтау ирҙәре йәнентәнен
аямай һуғыштылар, бик күптәре Ватан өсөн йәнен бирҙеләр. Ҡурҡыу белмәҫ
һалдаттарҙың даны бөтә илгә билдәле була, бигерәк тә лейтенант Ғәниев
Әхмәтшәкир Йәҙгәр улының батырлыҡтары тураһында 1943 йыл фронт
газеталары ла, район газетаһы ла полк командирының Ғәниев Йәдгәргә
шундай батыр ул үҫтергәне өсөн рәхмәт хатын баҫып сығарҙылар. Майор
Тляумбетов Хөснулхаҡ, старшина Ғәниев Абдуллаларҙың батырлыҡтары ла
газета биттәрендә баҫылып сыға.
Һаҡтау ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 36 һалдат ҡатнашып,
тик 10 кеше генә орден һәм миҙалдар тағып тыуған яҡтарына әйләнеп
ҡайталар[ Ғәниев Ғ.С.“Иҫтәлектәр”, “Башҡортостан гәзите”,1988 №8589].
Һуғыштан алда ауылда 47 хужалыҡ булһа, һуғыштан һуң ни бары 13
14 хужалыҡ ҡала. Күп ғаиләләр төрлө сирҙәрҙән ҡырылған, йәки икенсе
яҡтарға күсеп киткәндәр. Күп етем балалар Һабыр, Әбделкәрим балалар
йорттарына ебәрелеп тәрбиәләнә.
Бөгөн Һаҡтау ауылында һуғыштан алдағы йорттар юҡ, бөтәһе лә
яңынан төҙөлгән, ферма ҡуралары яңы урынға шылдырып төҙөлә.
90сы йылдарға тиклем совхоздың 11001200 һарығы аҫыралған, 400
450 танаторпоһо булған. Әммә хәҙер ауылда ферма юҡ, барлығы ете
хужалыҡ тороп ҡалған.
Үҙемдең тикшеренеү эшемдә мин үҙем өсөн ябай кеше яҙмышы ла,
бәләкәй ауылдың йәшәйеше лә ил тарихына бәйле икәнен иҫбатланым.
Ҡулланылған әҙәбиәт: 1.Башҡорт халыҡ ижады, Өфө “Китап”, 1997.
2.Ғәниев Ғ.С. “Иҫтәлектәр”, “Башҡортостан гәзите”, 8589.
3.Память. Списки погибших в Великой Отечественной войне. Книга десятая.
Уфа “Китап”, 1996, с.334.
История деревни Сактау Зилаирского района
История деревни Сактау Зилаирского района
История деревни Сактау Зилаирского района
История деревни Сактау Зилаирского района
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.