КТП по башкирской литературе 4 кл
Оценка 4.9

КТП по башкирской литературе 4 кл

Оценка 4.9
Документация
docx
чтение
4 кл
20.01.2017
КТП по башкирской литературе 4 кл
КТП разработано для учителей работающих в образовательных учреждениях с башкирским языком обучения. Автор учебника А.Т.Мавлиярова, Ф.Ш.Сынбулатова. Имеется пояснительная записка, общая характеристика учебного материала, почасовое распределение уроков , цели и задачи учебного материала и т. д. Учебник в 2-х частях. есть рабочие тетради. Соответствует ФГОС.В КТП дана общая характеристика учебного предмета. Есть календарно- тематическое планирование уроков . Соответствует ФГОС
4 кл туг тел ктп.docx
Аңлатма яҙыу        Уҡыу планы башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән уҡыу программаһы   Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт  стандарттарыталаптарына, милли мәктәптәр өсөн зшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо һәм  түбәндәге норматив­хоҡуҡи документтар нигеҙендә төҙөлдө; 1.РФ Конституцияһы,43­сө бит; 2..Бала хоҡуҡтары тураһында конвенциялар;  3.2012йылдың 29 декабрендәге 273­ ФЗ Рәсәй Федерацияһында мәғәриф тураһында  федераль  закон; 4.2004 йылды 5 мартындағы 1089­сы” Башланғыс дөйөм,төп һәм урта(тулы) дөйөм белем биреү  дәүләт мәғариф стандарттарының федераль компоненттарын раҫлау тураһында приказ; 5. РФ Баш дәүләт санитар врачының 201йылды 29 декабренд 189­сы” Дөйөм белем биреү  учреждениеларында уҡытыуҙы ойоштороуҙа һәм шарттарына санитар­эпидемиологик  талаптар”2.4.2.2821­10 СанПиН­ын раҫлау тураһында ҡарары;    6. 2009 йылдың 31 декабрендәге УП­730­сы Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты  үҫтереү концепциялары; 7. РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 2009 йылдын16 октябрендәге 373­сө  приказы  (26.11.2010 йылдағы үҙгәрештәре) менән раҫланған Башланғыс дөйөм белем биреү буйынса икенсе  быуын Федераль дәүләт белем стандарттаы нигеҙендә төҙөлдө;  8. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим  ителгән  Башланғыс  дөйөм   биреү  буйынса   Икенсе быуын   стандарттары  «Башҡорт теленән  программалар” (1­4 кластар өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. (Төҙөүсеһе;Р,Д,Салауатова­  Өфө;.Китап,2011)  һәм Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Тирмән төп дөйөм белем  биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. 9.Тирмән ауылының муниципаль белем биреү учреждениеһының уҡыу планы (Приказ№, 2014  йыл,август) Бала үҙ телендә һөйләшә, фекер йөрөтә, уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙк танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә. Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта ала. Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе, байытыуҙы, камиллаштырыуҙы, баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе, формалаштырыуҙы күҙаллай. Мәктәптә туған тел махсус предмет булараҡ өйрәнелә. Ә башланғыс мәктәптә иһә айырыуса әһәмиәтле урын алып тора. Сөнки башланғыс класс уҡыусылары туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә, кешеләр араһындағы, йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе, үҙен уратып алған донъяны өйрәнә, шәхес булараҡ үҫешә. Фәҡәт үҙ телең генә ата-бабаларыңдың үткәнен белергә, 1 киләсәккә өмөт-хыялдарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Ошоларға ирешмәйенсә тороп, телеңдең, милләтеңдең киләсәген күҙаллауы мөмкин түгелдер. Шуға ла туған телде бөтә нескәлектәре менән өйрәнеү, белеү мотлаҡ. Башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡяҡшы һөҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа.шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдына ҡуйылған мөһим шарттар – уҡыусыларҙы тормош менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү; мәктәптә кҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйле алып барыу; һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү; әҙәбиәт һәм сәнғәттең етеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләтлектәрен үҫтереү; уларҙың үҙ аллы белем алыуына, әҙәби китап уҡыуына, уҡылғанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен әүҙемләштереү бурысы тора. Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим. Юғарыла аталған бурыстарҙы хәл итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур. Иң төп шарттарҙың береһе – телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу. Шуға күрә балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү башланғыс кластан маҡсатлы рәүештә алып барыла. Дәүләт теле булған рус һәм халыҡ-ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү, ҡағиҙә булараҡ, туған телгә нигеҙләнеп атҡарыла. Туған тел (әҙәби уҡыу) дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәтелгән: башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, - йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; танып белеү даирәһен формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу; уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелендә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша балаға һәр яҡлап йоғонто яһау; әҙәби әҫәрҙәр, фәнни-популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусылаҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүҙемлек кеүек юғарв әхлаҡи сифаттарҙы тәрбиәләү; Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү; бергә уҡыу компетентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу. Программа уҡыусыларға китаптың төрлө мәғлүмәт сығанағы булыуы тураһында төшөнсә бирә. Бында тағы ла китап уҡыусының библиография өлкәһендәге оҫталыҡтарын булдырыу күҙаллана: белешмә буйынса эүләп ала белеү, айырым билдәләренән төрлө типтағы, төрҙәге китаптарҙы табыу һәм улар менән танышыу, уҡыу өсөн тәҡдим ителгән йәки үҙ теләге буйынса китптарҙы һайлап алып уҡыу. туғандаш, - - - - 2 Уҡыу пландарына ингән башҡа предметтарҙан айырмалы рәүештә, мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, тексты аңлау, һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл-ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи-эстетик әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән танышыуҙан китапҡа һәм китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиләү. өйрәтеү. тойғолар һәм зауыҡ тәрбиләү. йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү. әҙәби уҡыу предметы түбәндәге мәсьәләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһай: - - - - II.Уҡыу предметына дөйөм характеристика. “Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре”түбәндәге процестарҙы үҙ эсенә ала: Тыңлау (аудирование) – телдән әйтелгән информацияны тыңлау һәм мәғәнәһенә төшөнә барыу бер ваҡыт эсендә башҡарыла: уҡыусы һөйләгәнде тыңлай, һөйләүсенең фекеренә төшөнә, телмәре аша уның мөнәсәбәтен, мәғәнәә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткеһенә ҡарап, үҙ яуабын әҙерләй, ҡылығын, тәртибен планлаштыра. Уҡыу – уҡылған текстан үҙеңә кәрәкле мәғлүмәт, белем алыу, текстың йөкмәткеһен тәрән аңлау. Уға үҙ ҡарашыңды булырыу. Төрлө күләмдәге, жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәрҙе үҙ аллы аңлап уҡыу; уҡыу маҡсатын, уҡыу төрҙәрен билдәләү; тасуири уҡыу сараларын ҡулланып төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан әҙәби текстарҙы дөрөҫ, аңлап уҡыу. Һөйләү (аралашыу мәҙәниәте). Һөйләү телмәре ни тиклем үҫешкәнерәк, камилыраҡ булһа, кеше үҙ фекерен әңгәмәсеһенә шул тиклем еңелерәк еткерә һәм башҡалаҙы ла тиҙерәе аңлай. Уҡылған текстар ярҙамында диалог ҡорорға, һөйләү этикетын ҡулланып монолог төҙөргә, тормоштан алған тәьҫораттарыңды белдерергә, әҫәрҙә яҙыусының телмәр үҙенсәлеген билдәләргә һәм уның фекерен асыҡларға, текстың төп фекерен табырға тырышыу ҙа һөйләү телмәренең үҫешенә булышлыҡ итә. Яҙыу (яҙыу телмәре мәҙәниәте, яҙыу телмәренә эйә булыу). Үҙең ишеткән, күргән, уҡыған, кисергән хәл-ваҡиғаларҙы, дөйөм алғанда, фекерҙәреңде билдәле маҡсатта тулы, дөрөҫ, эҙмә-эҙ һәм бәйләнешле итеп яҙа белеү. Яҙыу телмәрен үҫтереү уҡыусыларҙа түбәндәге күнекмәләрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота: - билдәле бер маҡсатты күҙ уңында тотоп, төрлө жанрҙарҙа (хикәйәләү, һүрәтләү, хөкөм йөрөтөү) яҙа белеү; - йөкмәткене өҫтәлмә материал менән байытып яҙыу; - үҙеңдең хикәйәңде булдырыу (мәҫәлән, картина буйынса); - баһалама, характеристика яҙыу. “Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре” тыңлау, һөйләү, яҙыу һәм уҡыу процестарының үҫешен тәьмин итеп, мәҙәниәтле аралашык күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә. Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булып, бер-береһенә туранан-тура йоғонто яһай. Шунлыҡтан тыңлау, һөйләү, яҙыу һәм уҡыу һәләтлектәрен комплекслы үҫтерергә кәрәк. “Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре” төрлө кимәлдәге текст өҫтөндә эшләү күнекмәләрен барлыҡҡа килтереүҙе лә үҙ эсенә ала. Был эш түбәндәге анализлау оҫталыҡтарын барлыҡҡа килтереүҙә күҙаллай: - әҙәби әҫәрҙәрҙең, фәнни-популяр мәҡәләләрҙең һүрәтләү-тасуирлау сараларын, йөкиәткеһен,маҡсатын, тәғәнләйешенә ярашлы һайлау һәм дөрөҫ ҡулланыу; 3 - автор тарафынан тәҡдим ителгән тормош үҙенсәлеген күрә башлау; - әҙәби, фәнни-популяр текстар араһында сәбәп-һөҙөмтә бәйләнешен - автор позицияһын, ҡарашын, үҙсәнлеген аңлау; текстың төп фекерен булдырыу, айырмалығын күрә белеү; айыра белеү (уҡытыусы ярҙамында). “Китап уҡыу даирәһе” бүлегендә балалар өсөн тәғәйенләнгән материалдарҙан йөкмәткеһен һайлау мөмкинлеге принциптары билдәләнә. Бирелгән принциптар уҡыусыларҙа үҙе уҡырға теләгән әҫәрҙе һайлау, ғөмүмән, китапты ихлас һәм даими уҡырға ғәҙәтләндереү, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү, балаларҙа әҙәбиәт донъяһына, тексты уҡырға һөйөү тәрбиәләү; төрлө китаптарҙан үҙ эсенә әхлаҡи-эстетик ҡиммәттәрҙе алған текстарҙы һайлай алыу күнекмәләрен булдырыу ҡаралған. “Әҙәбиәт ғилеме тураһында төшөнсә биреү” бүлеге уҡыусыларҙы тәү башлап әҙәбиәт ғилеме менән таныштыра. Был инде әҙәби төр һәм жанр үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу, уларҙы таный, айыра белеүҙе; телдең һүрәтләү, тасуирлау сараларын аңлы ҡабул итеүҙе күҙаллай. “Уҡыусыларҙың ижади эшмәкәрлеген үҫтереү” (әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә) бүлеге әҙәби белем биреү йөкмәткеһенең төп йүнәлеше булып тора. Ижади эшмәкәрлек тәжрибәһе уҡыусының уҡыу һәм яҙыу телмәренә үтеп инә, ә был, үҙ сиратында, уҡыусыларға алған белемдәрен файҙаланып, үҙ аллы ижад итергә мөмкинлек тыуҙыра. Артабан был бүлектә төрлө формалы текстар барлыҡҡа килтереүгә, мәғәнәһен аңлата белеүгә, уҡылған әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә төрлө һүрәтләү саралары, һөйләү формалары ҡулланып, үҙеңдең әҫәрҙәреңде ижад итеүгә лә иғтибар бирелә. III. Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны. Программа Башҡортостан Мәғарифы министрлығы тарафынан эшләнгән “Уҡыу планы”на ярашлы тормошҡа ашырыла. Туған тел 4-се класта аҙнаһына 2 сәғәт (68 с.). Программа материалы Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән 4 класс өсөн “Туған тел” дәреслегенә ( авторы Мәүлийәрова Ә.Т. ) нигеҙләнеп уҡытыла. IV. Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше. Башланғыс мәктәптә уҡыу предметы булараҡ әҙәби уҡыу дәрестәре белем биреүгә генә түгел, ә тәрбиәүи ҡиммәттәргә лә ҙур әһәмиәт бирә. Туған тел дәрестәрендә уҡыусылаы тәбиғәтте күҙәтеү, уны һаҡлау һәм шулай уҡ әҙәп, әхләҡ, мәҙәниәтле аралашыу мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәр менән танышалар. Төрлө әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, ҡабул итеү барышында башланғыс мәктәп уҡыусыларында белем алыу менән бергә туған тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнә. Кешкләрҙең уй- фекерҙәрен, ҡылыҡтарын аңлау һәм шунан сығып үҙҙәрендә лә ыңғай сифаттарҙы үҫтереү хуплана. Әҙәби уҡыу дәрестәре, сәнғәт менән таныштырыуҙың, уға һөйөү тәрбиәләүҙең бер төрө булараҡ, уҡыусыларҙы үҙ халҡының һәм милләтенең эстетик-әхлаҡи ҡиммәттәре менән танышытырыуҙы һәм һәр ҡайһыһында юғары әхлаҡи һыҙаттарҙы:матурлыҡты күрә, баһалай һәм ҡабул итә алырҙай 4 тойғолар тәрбиәләүҙе; кешелектең һәм үҙ милләтенең тәрбиәһенә тура килерҙәй ыңғай сифаттарҙы формалаштырыуҙы күҙҙаллай. Әҙәби уҡыу дәрестәрендә уҡыу техникаһы, уҡыу сифаты, аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу дауам итә. Әҙәби әҫәрҙе уҡығандан һуң анализлап, уҡыусы яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, дөрөҫлөк, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ тураһында уйлана. Шулай уҡ туған тел дәрестәрендә әҙәби әҫәрҙә һ- рәтләнгән күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы, образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеү, шуның менән уҡыусылар күңеленә эмоциональ-эстетик йоғонто яһау мөһим роль уйнай. Әҙәби белем биреү сиктәрендә тормошҡа ашырылған рухи-әхлаҡи тәрбиә һәм белем биреү уҡыусыла Тыуған илгә, кешеләргә ҡарата булған ыңғай сифаттарҙы барлыҡҡа килтерә, формалаштыра. Шәхси үҫеш кимәле V. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең һөҙөмтәләре. Дүртенсе класс балаһын өс кимәлдә үҫтереү бурысы асыҡ ҡуйылған. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңде һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи-мәҙәни ваҡиғалаҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итү талаптарына яуап бирә. Метапредмет кимәле Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белем алыуға өйрәтеү. Предмет- ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:  әҙәбиәттән, фәнни – популяр мәҡәләләрҙән, арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;  әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;  үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсенә еткерә алыу;  тирә – йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, белемде ысулдарын үҙләштереү;  йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен бедлеү;  аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;  төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү. Предмет кимәле һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау  компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;  уҡыу техникаһын үҙләштереү; 5  уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;  интерпретацияның төп элементтарын үҙләштереү;  үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ аллы һайлап алыу;  һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;  үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп  һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй тойоу; текстар төҙөү;  шиғырҙы яттан һөйләү һәм таныш булмаған аудиторияла сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу. VI.Уҡытыу предметының йөкмәткеһе. Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән: телдең системаһын Телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу,  өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция). Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш). Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү, республиканың тәбиғәте, халҡы, улар араһында башҡорттар, уларҙың тормошо, тарихы, хеҙмәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында белемдәрҙе киңәйтеү кеүек маҡсаттар ҡуйыла. Программала бирелгән шиғырҙарҙы ятлау, башҡортса йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу. Башҡортса телмәр төҙөү.    Телмәр һәм уҡыу эшмәкәрлегенең төрҙәре. Уҡыу. Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу күнекмәһенә өйрәткәндә ҡысҡырып уҡыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡысҡырып уҡыу баланы уҡырға өйрәтеүҙә мөһим урын тота, тиҙ, дөрөҫ, йүгерек. Аңлы һәм тасуири күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә. Әкренләп уҡыу күнекмәләрен аңлап, дөрөҫ, бөтә һүҙҙәр менән ҡысҡырып уҡыуға күсеү (уҡыу тиҙлеге индивидуаль уҡыу темпына ярашлы була), яйлап уҡыу тиҙлеген арттырыу. Тексты аңлы үҙләштереү аша йүгерек уҡыу күнекмәләрен булдырыу. Уҡығанда интонацияның йөкмәткегә тура килеүен күҙәтеп, орфоэпик нормаларҙан тайпылмау. Һөйләмдәрҙе, тыныш билдәләренә иғтибар итеп, интонация менән уҡыу. Төрлө типтағы һәм төрҙәге текстарҙың мәғәнәүи үҙенсәлеген аңлау һәм уларҙың мәғәнәһен интонация ярҙамында асып биреү. Эстән уҡыу. Телмәр органдарының ҡатмарлығынан тыш, һүҙҙәрҙе әйтмәйенсә, күҙ йөрөтөп, текстың йөкмәткеһен аңлап уҡыу. Был уҡыуҙың тиҙлеген яҡшырта, балала уҡыуға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһон арттыра, үҙ аллы уҡырға күнектерә. Эстән уҡығанда уҡыусы текстың, төрлө жанрҙарҙағы һәм күләмдәге әҫәрҙәрҙең мәғәнәһен, төп фекерен, уларҙы уҡыу төрҙәрен (өйрәнеү, таныштырыу, һайлау) билдәләй. Текстан кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү күнекмәләрен үҙләштерә. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен (фактлау, тасуирлау, тулыландырып уҡыу) аңлауға эйә була. Төрлө текстар менән эш. Төрлө төрҙәге текстар тураһында дөйөм мәғлүмәт биреү. 6 Әҙәби. Фәнни – популяр, өйрәтеү текстарының үҙенсәлектәрен, айырмалығын күрһәтеү, сағыштырыу. Был текстарҙың маҡсатын билдәләү. Фольклор – халыҡ ижады өлгөләре менән таныштырыу, мәғлүмәт биреү. Таныш булмаған китаптарҙың йөкмәткеһен исеменә, тышлыҡтағы һүрәтенә һәм биҙәлешенә ҡарап алдан фаразлау. Текстарҙың темаһын, төп фекерен, структураһын билдәләәү, тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү. Төрлө мәғлүмәт менән эшләү күнекмәләрен булдырыу. Коллектив фекер алышыуҙа ҡатнашыу, йәғни, текстан файҙаланып, һорауҙарға яуап биреү, тема буйынса сығыш яһау, башҡаларҙың сығышын тыңлау, өҫтәлмә һәм күргәҙмә материалдарҙы, һүрәттәрҙе әңгәмә барышында дөрөҫ ҡулланыу. Уҡыусының үҙ йәшенә тура килгән һүҙлектәр һәм белешмә материалдарҙы ҡуллана белеүе. Әҙәби әҫәрҙең тексы өҫтөндә эш Әҙәби әҫәрҙең исеме йөкмәткеһенә тура килеүҙе аңлау. Фольклорҙа, йәғни халыҡ ижадында халыҡтың тарихи үҫеш юлында алған тормош тәжрибәһе, аң кимәле, иң яҡшы милли традициялары сағылыуын, ғөмүмән, дөйөм кешелек, әхлаҡ ҡанундары тупланыуын аңлау. Уҡылған әҫәрҙең әхлаҡи йөкмәткеһен, геройҙарының үҙ-үҙен тотошон, уларҙың зшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын әхлаҡи-мораль күҙлектән анализлау. Изге һәм оло тойғоно – ил тойғоһон төшөнөү. Уҡылған әҫәрҙәрҙә Тыуған илгә һөйөү, ихтирам һаҡлау темаларының төрлө милләт халыҡтары әҫәрҙәрендә сағылыш табыуы (Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар миҫалында аңлатыу). Төрлө милләт халыҡтарының фольклорында темаларҙың һәм идеяларҙың оҡшағанлығы. Телдең тасуирлау сараларын ҡулланып тексты үҙ аллы һөйләү; иллюстрациялар буйынса хикәйә төҙөү һәм һөйләү. Әҫәрҙәге геройҙарға, телдең тасуирлау сараларын ҡулланып, характеристика биреү. Текстан геройҙы характерлаған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, әйтемдәрҙе таба белеү. Уҡытыусы ярҙамында геойҙарҙың эш- ҡылығын, уй-теләген анализлау. Геройҙарҙың ҡылығын оҡшашлыҡ буйынса сағыштыру. Тексты анализлағанда геройҙарға автор биргән характеристика аша яҙыусының үҙ геройына мөнәсәбәтен асыҡлау. Әҫәрҙең геройына характеристика биреү. Геройҙың портретын, характерын ҡылған эштәре, телмәре аша билдәләү. Әҙәби тексты һөйләүҙең төрлө төрҙәрен – һайлап, ҡыҫҡартып һөйләүҙе үҙләштереү. энциклопедик әҙәбиәтте, Китап уҡыу даирәһе Дүртенсе класс уҡыусылары үҙләштерә, ҡабул итә алырлыҡ Рәсәй, Башҡортостан халыҡтарының ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре менән танышыу. балалар өсөн Белешмә материалдарҙы, тәғәйенләнгән матбуғат сығанаҡтарын таныу, айыра белеү. Балаларға тәҡдим ителгән төп темалар түбәндәгеләрҙән тора: төрлө халыҡтарҙың фольклоры, Тыуған ил, тәбиғәт, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр, юмористик хикәйәләр; яуызлыҡ, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттарҙы сағылдырған әҫәрҙәр. Әҙәби-теоретик белем биреү (практик өйрәтеү) Текстағы тасуирлау сараларының: синонимдарҙың, антонимдарҙың әһәмиәтен билдәләү. Әҫәр геройының портретын, ҡылығын тасуирлау, телмәре, уйҙары тураһында төшөнсә биреү; авторға геройҙың мөнәсәбәтен билдәләү. йәмғиәтте, тормош-көнкүреште; яманлыҡ, 7 Хикәйәләү – теге йәки был ваҡиға тураһында хәбәр итеү, һөйләү. Һүрәтләү – пейзажды, портретты, кешенең тышҡы сифаттарын эҙмә-эҙ тасуирлау. Шиғри һәм проза әҫәрҙәрен таныу, айырыу, шиғри әҫәрҙең үҙенсәлектәрен (ритм, рифма) билдәләү. Әҫәрҙәрҙең жанр төрлөлөгө. Бәләкәй күләмле фольклор формаларын ( мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар һ.б.) атау, таный белеү, төп мәғәнәһен асыҡлау. Хикәйә, шиғыр тураһында дөйөм төшөнсә биреү, уларҙың төҙөлөшөн, тасуирлау сараларын табыу. Әҙәби әҫәрҙәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, сәхнәләштереү; телдән һүрәтләү, текстар өҫтөндә эшләгәндә төрлө эш алымдары ҡулланыу ысулдары менән таныштырыу. Хәл-ваҡиғаларҙың тәртибен, эш этабын, башҡарыуҙың эҙмә-эҙлеклелеген тәьмин итеү. Уҡыған әҫәргә оҡшатып, бирелгән иллюстрациялар буйынса һәм үҙеңдең тәжрибәңә нигеҙләнеп текст ижад итергә өйрәтеү. 1. Һаумы, мәктәп! (1 с) 2. М.Ғафури. (1с) 3. М.Кәрим (3 с ) М.Кәримдең ижады менән танышыу, повесынан өҙөк, шиғырҙарын уҡыу. Башҡорт халыҡ ижады (мәҡәлдәр) менән танышыу. 4. З.Биишева. (3 с ) З.Биишева ижады менән танышыу. Мәҫәл тураһында белеү. 5. Кл. тыш уҡыу (1 с) 6. Д.Бүләков (5 с) Д.Бүләковтың ижады менән танышыу.Дуҫлыҡ тураһында әңгәмәләшеү. Башҡорт халыҡ ижады (мәҡәлдәр) менән эш. Р.Байбулатовтың ижады менән танышыу ,фәһемле әҫәрҙәрен уҡыу, улар буйынса әңгәмә ҡороу. Башҡорт халыҡ ижады (мәҡәлдәр) менән эш. 8 Ф. Иҫәнғолов (4 с) 7. Я.Хамматов (2 с ) Иң күп романдар ижад иткән яҙыусы булараҡ, Я.Хамматовтың ижады менән танышыу. 8. А.Игебаев (1 с) А.Игебаевтың ижады менән танышыу 9. Н. Мусин (4 с) Н.Мусиндың ижады менән танышыу. Тәбиғәт һәм уны һаҡлау тураһында әңгәмәләр. 10. Ф.Иҫәнғоловтың ижады менән танышыу. Тәбиғәт, дуҫлыҡ тураһындағы хикәйәләр бкйынса әңгәмә ҡороу. К. Кинйәбулатова (2 с) 11. К.Кинйәбулатованың ижады менән танышыу 12. С. Әлибай (2 с) 13. Ф. Рәхимғолова (4 с) Ф.Рәхимғолованың хөрмәтләү тураһында әңгәмә. 14. Н.Ғәйетбаевтың ижады менән танышыу 15. Г.Юнысованың ижады менән танышыу. Тыуған ер, әсәй, ғаиләләге мөнәсәбәттәр тураһында һөйләшеү. Әсәйҙәрҙе ҡәҙерләү, хөрмәтләү тураһында әңгәмәләр. 16. ижады менән танышыу. Атайҙарҙы ҡәҙерләү, Н. Ғәйетбай (2 с) Г. Юнысова (1 с) Р. Байбулатов (3с) С.Әлибаевтың ижады менән танышыу. Р.Ғабдрахманов (5 с) М. Әхмәтшин (3 с) Ф. Аҡбулатова (2 с) 17. Р.Ғабдрахмановтың ижады менән танышыу . Башҡорт халыҡ ижады (мәҡәлдәр) менән эш. 18. М.Әхмәтшиндың ижады менән танышыу 19. Ф.Аҡбулатованың (мәҡәлдәр) менән эш. 20. И Тимерханов (2 с) 21. С.Латипов (2 с) 22. Л.Яҡшыбаева (2с) 20. Сит тел яҙыусыларының әҫәрҙәре менән танышыу. Башҡорт халыҡ ижадын (бишек йырҙары) өйрәнеү. Мәҡәлдәр менән эшләү. 24. Тикшереү эше. (5с) Йомғаҡлау (1 с) 21. ижады менән танышыу. Башҡорт халыҡ ижады Донъя әҙәбиәте (ҫ с) VII.Календарь тематик план. № 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 Дәрестең темаһы Үткәреле ү датаһы Үткәрелг ән дата Иҫкәртмә Ф. Рәхимғолова. Белем байрамы. М. Ғафури. Балалар һәм китап. Ҡыр ҡаҙы. М. Кәрим. Беҙҙең өйҙөң йәме. М. Кәрим. Ҡунаҡ килде. М.Кәрим. Шулай башлана йәшәү З. Биишева. Ҡояш нимә тине. З. Биишева. Йәшел йүгән. З. Биишева. Ат һәм күгәүен. Д. Бүләков. Яңы дуҫ. Д. Бүләков. Әлфиәнең күҙ йәштәре. Д. Бүләков. Ҡышҡы сәскәләр. Д. Бүләков. Томбойоҡ сәскәһе. Д. Бүләков. Йәшел гармун. Я. Хамматов. Салауат. Я. Хамматов. Ҡотҡарыу. Тикшереү эше. А. Игебаев. Һай, тыуған ер, ғәзиз ер! . Урал. (Поэманан өҙөк.) Н. Мусин. Етемәк болан балаһы. Н. Мусин. Ҡарағай башында бер төн. Н. Мусин. Татлы тамаҡ һуҫар. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. Ф. Иҫәнғолов. Баҫыу уртаһындағы күл. Ф. Иҫәнғолов. Өс малай һәм бер 9 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 64 65 66 йәйен тураһында хикәйә Ф. Иҫәнғолов. Маҙаһыҙ төн. Ф. Иҫәнғолов. Урман патрулдәре. К. Кинйәбулатова. Йәшенле юл. К. Кинйәбулатова. Иш янына ҡуш. Кл. тыш уҡыу. Ж. Кейекбаев. Оморҙаҡ бабай. С. Әлибай. Ҡышҡы урман. Алтын көҙ. С. Әлибай. Урал ҡояшы. Тыуған ерем. Ф. Рәхимғолова. Ҡолонсаҡ. Ф. Рәхимғолова. Шифалы һөт. Ф. Рәхимғолова. Салауат күпере. Ф. Рәхимғолова. Атай. Ф. Туғыҙбаева. Икмәк. Ф. Туғыҙбаева. Көтөлмәгән буран Н. Ғәйетбай. Аҡбулат батыр. Н. Ғәйетбай. Төнгө осрашыу. Г. Юнысова. Әсәйем һүҙҙәре. Р. Байбулатов. Күгәрсендәр төйәгендә. Р. Байбулатов. Батырлыҡ еле. Р. Байбулатов. Сәскәләр мажараһы. Р. Ғабдрахманов. Имән төбөнән сыҡҡан шар. Р. Ғабдрахманов. Беҙғолаҡ. Р. Ғабдрахманов. Ултырма ҡыҙ. Р. Ғабдрахманов. Капитан. Р. Р. Ғабдрахманов. Ысын дуҫлыҡ. Тикшереү эше. М. Әхмәтшин. Бер урам малайҙары. М. Әхмәтшин. Кәрәҙле бал. М. Әхмәтшин. Гөлйемеш. Ф.Аҡбулатова. Толпар ҡанатлы була. Ф.Аҡбулатова. Атай икмәге. Тикшереү эше. И.Тимерханов. Шишмә. И.Тимерханов. Бүре бар. С.Латипов. Ер еләге ерҙә бешә. С.Латипов. Болан мөгөҙө. Л.Яҡшыбаева. Кеше һүҙе. Л.Яҡшыбаева. Аҡтырнаҡ. Тикшереү эше. Донъя әҙәбиәте. Ғ. Туҡай. Мәҫәл. Шүрәле. Ш. Перро. Ҡыҙыл башлыҡ. Бер туған Гриммдар. Бутҡа көршәге. Аҡыллы көтөүсе. Дж. Родари. Һорауҙар. Ю. Ванаг. Аҡҡош. А. Ҡонанбаев.Йәш быуынға. Йәшлек шишмәһе.(Япон халыҡ 10 әкиәте) Тикшереү эше. Йомғаҡлау 67 68 VIII.Уҡытыу предметының материаль – техник тәьмин ителеше.  компьютер Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.  Ә.Т.Мәүлейәрова. Туған тел. – Өфө: 2012 Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап  Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап  Әүбәкирова З.Ф., Мин Дилмөхәмәтов М.И. Әүбәкирова Х.E., башҡортса уҡыйым – Өфө:  Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия  Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».  Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия  М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса – синонимдар һүҙлеге. Өфө : Китап Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З. Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап  Интеллектуаль уйындар. 11

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл

КТП по башкирской литературе 4 кл
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
20.01.2017