Добавить материал
Войти
🕊️
Войти в кабинет
Медиатека
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Новости
Ваше членство
Добавить материал
и получить до 500 000 ₽.
свидетельство СМИ
и 10 документов
Национальные игры в Татышлинском районе
Оценка
5
Муллаярова Эльвира
Муллаярова Эльвира
Национальные игры в Татышлинском районе
Оценка
5
Исследовательские работы
docx
воспитательная работа
7 кл
22.04.2017
Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Был физиологик процесс булһа, балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында элек-электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Күптәр халыҡтың яҡшы уйындары тураһында аҙ белә. Үҫмерҙәр һәм кескәйҙәрҙең иғтибарын Интернет селтәрендәге замана уйындары йәлеп итә. Тимәк, был тема актуаль, сөнки беҙҙең уйлауыбыаҙса, тикшеренеүҙәрҙе үткәреү, уйланыу, башҡаларға һығымталарҙы еткереү бик мөһим. Районыбыҙҙ кешеләре байтаҡ файҙалы мәғлүмәт һаҡлай. Беҙ уларҙан ошо уйындар хаҡында һорашып, өйрәнеп алһаҡ ял ваҡыттарыбыҙ күңелле һәм фәһемле булыр ине.Национальные игры в Татышлинском районе
Тикшереү эше Тәтешле районында милли уйындар.docx
Текстом
Картинками
Үрге Тәтешле 2се һанлы муниципаль бюджет урта дөйөм белем биреү мәктәбе Тәтешле районында милли уйындар /ғилмитикшеренеү эше/ Әҙерләне: 7се “А” класы уҡыусыһы Уйылданова Лариса Етәксе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙы Үрге Тәтешле 2014 Йөкмәтке Инеш………………………………………………………………………3 I бүлек Балалар уйындары ………………….......................................................5 II бүлек Тәтешле районындағы милли уйындарҙы тикшереү………………....7 Уйын урындары һәм уларҙың әһәмиәте………………………………8 Йомғаҡлау………………………………………………………………11 Ҡулланылған әҙәбиәт…………………………………………………..14 Ҡушымта…………………………………………………………………1 Инеш Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар һәм һәр яҡлап өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Был физиологик процесс булһа, балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында элекэлектән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Күптәр халыҡтың яҡшы уйындары тураһында аҙ белә. Үҫмерҙәр һәм кескәйҙәрҙең иғтибарын Интернет селтәрендәге замана уйындары йәлеп итә. Тимәк, был тема актуаль, сөнки беҙҙең уйлауыбыҙса, тикшеренеүҙәрҙе үткәреү, уйланыу, башҡаларға һығымталарҙы еткереү бик мөһим. Районыбыҙҙа балаларҙың билгеле һәм төрлө милли уйындары тураһында өлкән быуын кешеләре байтаҡ файҙалы мәғлүмәт һаҡлай. Беҙ уларҙан ошо уйындар хаҡында һорашып, өйрәнеп алһаҡ ял ваҡыттарыбыҙ күңелле һәм фәһемле булыр ине. уларҙың бөгөнгө көнгә ҡәҙәр һаҡланып ҡалғандарын асыҡлауҙы алдыҡ. Ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн беҙ алдыбыҙға түбәндәге бурыстарҙы ҡуйҙыҡ: Маҡсатыбыҙ итеп Тәтешле районында милли уйындарҙы тикшереп, - Тәтешле районындағы милли уйындарҙы асыҡларға; - Өс быуын араһында иң таралған уйындарҙы билгеләргә (башланғыс класс уҡыусылары һәм 7се класс малай –ҡыҙҙары (уларҙың ата әсәләре, өләсәйолатайҙары); - Балалар тормошонда милли уйыдарҙың ролен белергә. Гипотеза. Беҙ уйлайбыҙ: беҙҙең йәштәге балалар араһында йыш таралған милли уйындар: “Ҡапҡа”, “Ебегән”, “Шар һуғыу”, ”Бишташ”, “Бура һуғыу”, “Туп һуғыу”, “Өйрәк һәм төлкө”, “Ашай торған, ашамай торған”, “Йәшенмәк”, “Күҙ бәйләш”, “Йөҙөк кемдә?”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Ҡатырғыс”, “Әбәк”, “Көн менән төн”, “Бесәй менән сысҡан”, “Энә менән еп”, “Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар, ҡайтығыҙ!”, “Айыу бүре юҡ икән”, “Буяу һатыш”, “Беҙ ун ике ҡыҙ инек”, “Туп артынан һыуға”, “Һунарсылар менән өйрәктәр”, “Арҡан тартыш”, “Саңғысылар уйыны”, “Аҡ, ҡара һүҙҙәрен әйтмәҫкә”, “Көлдөрөш”, “Әйбер йәшереш”, “Ҡап та ҡоп!”, “Осто, осто”, “Аҡ ҡалас”, “Яулыҡ һуғыш”, “Боҙоҡ телефон”, “Самауар”, “Мөйөш алыш”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Лодига” һ.б. Һаналып киткән уйындарҙың күбеһе бөгөн дә балалар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уйнала. Тикшеренеү эшебеҙҙең объекты Тәтешле районында милли уйындар. Тикшеренеү эшебеҙҙең предметы анкета мәғлүмәттәре, башланғыс һәм 7се класс уҡыусылары, уларҙың атайәсәй, олатайөләсәйҙәре уйнап үҫкән уйындар тураһындағы мәғлүмәттәр. әҙәбиәт, ҡушымта. I бүлек Эшебеҙҙең структураһы: инеш, 2 бүлек, йомғаҡлау, ҡулланылған Балалар уйындары Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки хәрәкәт йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе ул. Бары хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй, үҫә, тормош ҡора, ижад итә һәм эшләй. Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Кесе һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың уйнай белеүе генә етмәй, улар дөрөҫ һәм матур итеп уйын ҡора белергә тейеш. Баланы тәрбиәләүҙә был бик мөһим мәсьәлә. Тормошобоҙҙа иң насар ғәҙәттәрҙән һаналған эскеселек, тупаҫ һөйләшеү кеүек ҡырағай күренештәр ҙә балалар уйынында сағылмай ҡалмай. Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйынын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын популяштырыуҙан башланып китергә тейеш. Халыҡ уйындары (милли уйындар) беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй, сөнки улар халыҡтың хеҙмәт итеүе барышында барлыҡҡа килгән. Башҡорт халыҡ эпосы, легенда һәм әкиәттәренән күренеүенсә, уйындар, төрлө ярышһынауҙар боронборондан халыҡ тормошонда бик ҙур һәм мөһим урын алып килгән. Балалар уйыны йыл миҙгелдәренә ҡарап төркөмләнә. Уйындарҙы Шулай итеп, халыҡ уйындары халыҡтың тормошона һәм шөғөлөнә тығыҙ бәйләнгән, боронборондан баланы донъя көтөргә әҙерләү сараһы булып хеҙмәт иткән. балаларҙың йәш үҫенсәлектәренә ҡарап та айырып була. Халыҡ “уйындарҙа хәрәкәт, хәрәкәттә бәрәкәт ” тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Сөнки балалар өсөн уйын ҡоро хәрәкәт кенә түгел, бәлки донъя көтөргә әҙерләнгән хәрәкәт. Уйын бала өсөн – ул дәртле йәшәйеш һәм һәр яҡлап йылдам үҫеш сығанағы, халыҡтың шөғөлөндә, ғөрөфғәҙәттәрендә һәм рухында тәрбиә алыу сараһы, донъяны, тормошто танытҡан уҡыу һәм көс ғәйрәтле, таҫыллыҡты үҫтергән хеҙмәт мәктәбе. II бүлек Тәтешле районындағы милли уйындарҙы тикшереү Тикшереү маҡсаты менән беҙ башланғыс класс уҡыусылары һәм 7се класс малай–ҡыҙҙарынан, уларҙың атаәсәләре, өләсәйолатайҙарынан үҙҙәре уйнап үҫкән уйындар тураһында мәғлүмәт йыйҙыҡ. Тәтешле районында башҡорт, татар, рус һәм башҡа миллләт вәкилдәре йәшәү сәбәпле, уйындар ҙа ҡатнаш. Улар араһында йыш таралған милли уйындар: “Шар һуғыу”, ”Бишташ”, “Бура һуғыу”, “Туп һуғыу”, “Өйрәк һәм төлкө”, “Ашай торған, ашамай торған”, “Йәшенмәк”, “Күҙ бәйләш”, “Йөҙөк кемдә?”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Ҡатырғыс”, “Әбәк”, “Көн менән төн”, “Бесәй менән сысҡан”, “Энә менән еп”, “Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар, ҡайтығыҙ!”, “Айыу, бүре юҡ икән”, “Буяу һатыш”, “Беҙ ун ике ҡыҙ инек”, “Туп артынан һыуға”, “Һунарсылар менән өйрәктәр”, “Арҡан тартыш”, “Саңғысылар уйыны”, “Аҡ, ҡара һүҙҙәрен әйтмәҫкә”, “Көлдөрөш”, “Ебегән”, “Әйбер йәшереш”, “Ҡап та ҡоп!”, “Осто, осто”, “Аҡ ҡалас”, “Яулыҡ һуғыш”, “Боҙоҡ телефон”, “Самауа р”, “Мөйөш алыш”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Лодига” кеүек милли уйындар икәне асыҡланды. Был уйындарҙың күбеһе бөгөн дә балалар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уйналыуы билгеләнде. Мәғлүмәттәр ҡушымталағы таблицаларға индерелде (ҡушымта№1,№2). Беренсенән, хәҙерге ваҡытта милли уйындарҙы уҡыусы ҡыҙҙар, уҡыусы малайҙар ниндәй кимәлдә уйнайҙар һәм элек, йәш саҡтарында, әсәйҙәр, атайҙар, өләсәйҙәр, олатайҙар (йәш ваҡыттарында) уйнауын тикшереп бүлеп таблицаға индерелдек. (ҡушымта №1). Уйындар төрө 36нан артып китте. Икенсенән, быуындар араһында иң таралған һәм яратып уйнала торған уйындар “Мөйөш алыш”, “Әбәк”, “Боҙоҡ телефон”. Ә иң аҙ уйнала торған уйын “Энә менән еп” уйыны булыуы асыҡланды. (ҡушымта №2). Уйындар Уҡыусы ҡыҙҙар 30 17 “Әбәк” “Боҙоҡ телефон” “Мөйөш алыш” 5 23 Уҡыусы малайҙар 9 12 Әсәйҙәр Атайҙар 20 22 18 10 21 25 Өләсәй ҙәр 20 20 Олатай ҙар 21 12 20 20 уйындар бала ихтыяр Тимәк, тилеп сыҡҡан результаттар буйынса беҙ ошоно әйтә алабыҙ: ҡайһы бер милли уйындар быуындар аша дауам итеп өйрәнелә килә һәм балалар тормошош биҙәй, мәғәнә өҫтәй. Күренеүенсә, һәр уйында маҡсатҡа ирешеүҙең үҙ ауырлыгы бар. Уйнаусылар уларҙы еңеп сығырға тейеш. Ә ҡаршылыҡтар үҙ сиратында була тороп, еңелдән ҡатмарлана бара. Ошо принципҡа ҡоролған көсө, сыҙамлылыҡ, ныҡышмалылыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек тәрбиәләй. Уйын урындары һәм уларҙың әһәмиәте. “Ҡапҡа” уйыны ҡыҙҙарегеттәр йыйылып, ҡулға ҡул тотоношоп түңәрәккә баҫып уйнайҙар. Уйын барышында “ҡапҡа” булып ҡулдарҙы тотоноп өҫкә күтәрәләр. Бер пар шул ҡапҡанан инергә тейеш. Әгәр пар ҡапҡанан ингәндә көй туҡтап ҡалһа, улар яҙа үтәй. Яҙаны уйнаусылар тәҡдим итә. Мәҫәлән: йырларға, бейергә, таҡмаҡ әйтергә һ.б. “Ебегән” уйынын күмәк йәш егет һәм ҡыҙҙар йыйылып уйнайҙар. Улар парһыҙ йыйылып баҫа, мәҫәлән 1113 кеше уйнай. Түңәрәк буйынса бейеп әйләнәләр. Бейеү аҙағында улар парлаша. Кем парһыҙ ҡала, ул “Ебегән” була. “Ебегән” яҙа үтәй, яҙаны уйында ҡатнашыусылар бирә. Тағы ла яңынан түңәрәк буйынса бейеү башлана, береһе парһыҙ ҡала. Уйын шулай дауам итә. “Шар һуғыу” (хоккей) . Ауылдарҙа был уйынды йылғакүлдәр ныҡлап туңғас, боҙло майҙансығтарҙа уйнайҙар. Шар һуғыу майҙанын мәктәп йәки клуб янында ла яһарға була. Әһәмиәте: тотош тәнде сыныҡтыра, ихтыяр көсөн, ҡыйыулыҡ, берҙәмлке тойғоһон тәрбиәләй. ”Бишташ” төҫлө таштар менән етеҙ уйнарға өйрәтә. Үҫмерҙәр араһында татыулыҡ, дуҫлыҡ тәрбиәләй. “Бура һуғыу” уйыны тәбиғәт ҡосағында, сыныҡтырыу лагерының спорт майҙансығында үткәрелә. Был уйынды икәүләп йәки төркөмдәрҙә бүленеп уйнарға мөмкин. Әһәмиәте: балаларҙың физик һәм әхлаҡи үҫешенә төрлө яҡлап ыңғай тәьҫир итерлек сара булып хеҙмәт итә. “Туп һуғыу” уйыны сиҙәмлектә, спорт майҙансығында уйналырға мөмкин. Ҡуш йоҙроҡ ҙурлығында эсенә йөнмаҙар тултырылған күн тышлы туп әҙерлнә. Һәр уйнаусыла метрҙан оҙонораҡ кәкре башлы таяҡ – сәкәе алына. Уйнаусылар ике тигеҙ төркөмгә бүленеп, ике ҡапҡасы билгеләнә.Һәр ике яҡтың кешеләре аралашып бөтә майҙан буйлап таралалар. Тупты мәргәнерәк һуғыусылар ҡаршы яҡтың ҡапҡаһы яҡындараҡ тора. Йылғыр балалар, тупты йүгертеп алып китеү өсөн, майҙандың уртаһында ҡала. Әһәмиәте: өлгөрөмлөктө, йылдамлыҡты, көстө арттырырға хеҙмәт итә, сыҙамлылыҡты, ҡыйыулыҡты үҫтерә. “Өйрәк һәм төлкө” – “төлкөләр” туп бәреп, “өйрәктәр” ҙе ауларға тотона. “өйрәктәр”, туп тейеүҙән ҡасып, бер яҡтан икенсе яҡҡа, унан өсөнсө һәм дүртенсе яҡҡа зыҡ ҡубып йүгерешеп йөрйөҙәр. Әгәр туп “өйрәктәр” береһенә тейһә, ул тупты тиҙ генә ҡулына алып “төлкөләрҙең” берәрһенә бәрә. Туп “төлкө”гә тейһә, “өйрәк” уйындан сыҡмай, дүртмөйөш эсендә ҡала; тейҙерә алмаһа – “яна” һәм һыҙыҡтан сыға. Шул тәртиптән “өйрәктәр” аҡрынлап “төлкөләр” тарафынан ауланып бөтә. Дүртмөйөш эсендә бер “өйрәк” тә ҡалмағас, яҡтар урындарын алмаштыра. Уйын үрҙәгесә дауам итә. Уйындың әһәмиәте: хәрәкәтсән мускулдарҙың тойоусанлығын, ҡул һәм бармаҡтарҙың эшсәнлеген камиллаштыра; һаҡ, иғтибарлы булырға өйрәтә. “Ашай торған, ашамай торған” уйынды ойоштороусы теҙелеп ултырған балаларға сиратлап туп ырғыта һәм шул ваҡытта ашай торған (мәҫәлән, алма, еләк, икмәк, ҡоймаҡ, ҡаҙы һ.б.) йәки ашамай торған (ағас, таш, туп, өй, парта һ.б.) нәмәнең исемен әйтә. Бала, ашай торған нәмәнең исеме сыҡһа ғына, тупты тотарға тейеш. Кем өс мәртәбә тупты дөрөҫ тота, шул уйын ойоштороусының урынына баҫа. Был уйын балаларҙа тапҡыр фекер йөрөтөүҙе тәрбиәләй. “Йәшенмәк” (ҡасыш) йортҡура алды йәки һыу буйындағы ағаслыҡ. Уйнарға теләгән балалар түңәрәк яһап баҫалар. Араларынан берәйһе уртаға сыға ла үҙенән башлап, һәр һүҙҙе бер кешегә тура килтереп, һанай. “Сыҡ” һүҙе тура килгән кеше –бала түңәрәктән сыға. Тағы һанашмаҡ башлана һәм ул шул рәүешле түңәрәктә бер уйнаусы ҡалғансы дауам итә. Иң аҙаҡҡа ҡалған кеше ҡаҫҡандарҙы эҙләүсе булып ҡала. Уйындың әһәмиәте: өлгөрлөк кеүек физик сифаттар барлыҡҡа килә; уяулыҡ, иғтибарлылыҡ тәрбиәләнә. “Күҙ бәйләш” – был уйынды спорт залы, мәктәп майҙансығы йәки йортҡура алдында уйнарға була. Балалар тәүҙә түңәрәк яһап һанашмаҡ әйтәләр. “Сыҡ” һүҙе тура килгән бала түңәрәк уртаһына сыға. Иптәштәре. Таралыша биреп, тән тиреһенең , майҙансыҡтың теләгән еренә үҙе баҫып торорлоҡ бәләкәй түңәрәк һыҙа. Уртала торған уйнаусының күҙен яулыҡ менән бәйләйҙәр. Күҙе бәйләнгән көтөүсе береһен тотһа, уның исемен һамаҡлап әйтергә тейеш. Уйындың әһәмиәте: балала иғтибарлылыҡ. Һиҙгерлек, етеҙлек һәм уяулыҡ тәрбиәләй. “Йөҙөк кемдә?” . Уйын урыны һәм ҡоралы майҙансыҡ, зал, йортҡура алды. Берәй бәләкәй әйбер – таш йәки тинлек аҡса. балалар эскәмйәләргә теҙелешеп ултыра. Уйынды алып барыусы ҡулына йөҙөк йәки берәй әйбер алып. Уны эскәмйәлә ултырған бөтә балаларҙың да усына йомдорған кеүе к итеп рәтләп йөрөп сыға. Йөҙөктө берәүгә һалып ҡуя, иғтибар менән күҙәтеп ултырған баланан:”Йөҙөк кемдә?” тип һорай. Йөҙөк оҙаҡ табылмай торһа эҙләүсегә яза бирәләр. Уйындың әһәмиәте: иптәшлек хисе. Диҡҡәтлелек, күҙәтеүсәнлек, ойоштороусанлыҡ һәләттәре тәрбиәләнә. “Ҡатырғыс” туғайлыҡ, мәктәп майҙансығы, йортҡура, аҡлан булырға мөмкин. Уйынға ҡатнашыусылар һанашмаҡ әйтеп көтөүсе һайлайҙар. Уйын башланған көтөүсе кемде баҫтырып тота, шул урвнвнда ҡатып ҡала. Иптәштәре уны ҡулына һуғып ҡына ҡотҡара ала. Көтөүсе уларҙы уның янына ебәрмәҫкә тырыша, уйын шулай дауам итә. Балаларҙың бөтәһе лә көтөүсе тарафынан тотолоп ҡатырылһа, тәүге тотолған уйнаусы көтөүсе булып ҡала. Уйын шулай дауам итә. Был төр уйын йүгереклекте, етеҙлекте, уяулыҡты үҫтерә. “Әбәк” уйынында көтөүсенән йүгереп ҡасалар, ул баҫтыра. Көтөүсе баҫтырып тотһа , тотолған кеше көтөүсе була. Уйын шулай дауам итә. “Көн менән төн”, “Бесәй менән сысҡан”, “Энә менән еп”, “Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар, ҡайтығыҙ!”, “Айыу, бүре юҡ икән”, “Буяу һатыш” кеүек уйындарҙа ла етеҙлеккә, ҡырҡыу хәрәкәттәр яһарға, иғтибарлы булырға өйрәтә. Балала тәүәкәллек тәрбиәләнә. “Беҙ ун ике ҡыҙ инек” уйынында һиҙгерлекте үҫтереүгә ҡоролған. Уйнаусылар бергә йыйылып ултыра һәм һамаҡлай: Беҙбеҙ беҙ инек, Беҙ ун ике ҡыҙ инек. Бер таҡтаға йыйылдыҡ, Таң атҡансы юҡ булдыҡ! Бергә йыйылған ҡыҙҙар бербереһенең баш бармаҡтарынан тотоношалар ҙа һамаҡлайҙар. Һанап бөткәс тын ҡалалар. Кем беренсе һүҙ башлай, шул кеше яза үтәй. Уйынсылар юрамал уйын барышыда бербереһен көлдөрөргә тырышалар. “Туп артынан һыуға”, “Һунарсылар менән өйрәктәр”, “Арҡан тартыш”, “Саңғысылар уйыны” кеүек уйындар иғтибарлылыҡты, етеҙлекте, сәләмәтлекте нығытыуға ҡоролғандар. “Аҡ, ҡара һүҙҙәрен әйтмәҫкә”, “Көлдөрөш”, “Әйбер йәшереш”, “Ҡап та ҡоп!”, “Осто, осто”, “Аҡ ҡалас”, “Яулыҡ һуғыш”, “Боҙоҡ телефон”, “Самауа р”, “Мөйөш алыш”, “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйындары күмәк йыйылып башҡарыла торған уйындар. Уйындарҙың әһәмиәте тәндәге мускулдарҙы төрлө хәрәкәткә йәлеп итә, быуындарҙың хәрәкәтсәнлеген арттыра, тауыш ярыларын нығыта; дуҫлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек тойғоһон тәрбиәләй. “Лодига” уйыны удмурт халҡынан өйрәнелгән уйын. “Лодига” уйнар өсөн төрлө ҙурлыҡтағы таҙа һөйәктәр алынған. Шашки уйыны кеүек үк, ике кеше ҡапмаҡаршы ултырып уйнайҙар. Был төр уйын элегерәк күпләп уйналған, бөгөнгө көндә уны белеүселәр бик аҙ. Шуның өсөн дә беҙ, тикшеренеүҙән һуң, был уйын төшөп ҡалған уйындар исемлегенә индерелергә тейеш тип таптыҡ. Йомғаҡлау Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйынын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын популяштырыуҙан башланып китергә тейеш. Халыҡ уйындары (милли уйындар) беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй, сөнки улар халыҡтың хеҙмәт итеүе барышында барлыҡҡа килгән. Ҡайһы бер милли уйындар быуындар аша дауам итеп өйрәнелә килә һәм балалар тормошон биҙәй, мәғәнә өҫтәй. Күренеүенсә, һәр уйында маҡсатҡа ирешеүҙең үҙ ауырлыгы бар. Уйнаусылар уларҙы еңеп сығырға тейеш. Ә ҡаршылыҡтар үҙ сиратында була тороп, еңелдән ҡатмарлана бара. Ошо принципҡа ҡоролған көсө, сыҙамлылыҡ, ныҡышмалылыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек тәрбиәләй. Тикшереү маҡсаты менән беҙ башланғыс класс уҡыусылары һәм 7се класс малай–ҡыҙҙарынан, уларҙың атаәсәләре, өләсәйолатайҙарынан үҙҙәре уйнап үҫкән уйындар тураһында мәғлүмәт йыйҙыҡ. Тәтешле районында башҡорт, татар, рус һәм башҡа миллләт вәкилдәре йәшәү сәбәпле, уйындар ҙа ҡатнаш. Улар араһында йыш таралған милли уйындарҙа күҙәтелә. Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү уйындар бала ихтыяр сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Был физиологик процесс булһа, балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында элекэлектән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Күптәр халыҡтың яҡшы уйындары тураһында аҙ белә. Үҫмерҙәр һәм кескәйҙәрҙең иғтибарын Интернет селтәрендәге замана уйындары йәлеп итә. Тимәк, был тема актуаль, сөнки беҙҙең уйлауыбыҙса, тикшеренеүҙәрҙе үткәреү, уйланыу, башҡаларға һығымталарҙы еткереү бик мөһим. Ҡулланылған әҙәбиәт 1. Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. Башҡорт һәм рус телдәрендә. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 2006. – 245 бит. 2. Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулловна. Башҡорт халыҡ йола байрамдары. Башҡорт телендә. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 2011. – 203 бит. Интернет селтәре адрестары / bashkirskie . ru / detskijsad . maaam :// www podvizhnye http / content . com / opyt :// www . dissercat http na primere narodnykh 3. bashkirskikh http://cheloveknauka.com/bashkirskiydetskiyfolklorzhanrovyysostavipoetika sistemnogo igr kultury etnosa igry . html igrovoi analiza
Национальные игры в Татышлинском районе
Национальные игры в Татышлинском районе
Национальные игры в Татышлинском районе
Национальные игры в Татышлинском районе
Национальные игры в Татышлинском районе
Национальные игры в Татышлинском районе
Национальные игры в Татышлинском районе
Национальные игры в Татышлинском районе
Национальные игры в Татышлинском районе
Национальные игры в Татышлинском районе
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете
сообщить о нарушении
.
Введите ваш email
Ваш email
*
Скачать материал
Скачать
Файл готов!
Скачать
Вверх
22.04.2017
Посмотрите также:
📁
Классный час "На пути к успеху"
📁
Классный час "На пути к успеху"
📁
Проект по музыке "Классика на мобильных телефонах" (7 класс, музыка)
📁
Классный час «Дружба – это…» (5 класс)
📁
Духовно-нравственное воспитание "Я в мире, мир во мне"
📁
Классный час " Ценить настоящее"
📁
Классный час «Зеленый мир вокруг нас» (в рамках акции «Зеленая Россия») 7, 9 «в» класс
📁
XVIII ғ.1-ширегіндегі.Қазақ хандығының ішкі және сыртқы жағдайы.
Новости
Курсы
Членство
Еще
Войти
Новости
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Медиатека
Бонусы
Добавить материал
Добавить