ООД на тему "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)
Оценка 5

ООД на тему "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)

Оценка 5
Разработки уроков
docx
окружающий мир
Детсад
06.11.2018
ООД на тему  "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)
ООД проводиться на башкирском языке на тему "Зима в Башкортостане" в подготовительной к школе группе. ООД соответствует задачам по программе "От рождения до школы" Н.Е.Вераксы, Т.С.Комарова. Педагоги могут использовать этот конспект в своих кружковых занятиях по ознакомлению детей с родным краем.
открытый ООД на баш яз.docx
Белем биреү  өлкәһе – «Танып белеү үҫеше». Тема: Башҡортостанда ҡыш. Маҡсат: балаларҙың белемен тыуған яғыбыҙҙың ағастары, ҡышлаусы ҡоштары,  ҡырағай хайуандары тураһында асыҡлау һәм тулыландырыу. Белем биреү маҡсаттары: балаларҙы Башҡортостандың ҡышҡы тәбиғәте тураһында белемдәрен  системлаштырыу, ҡыш көнө ҡырағай хайыуандарҙың йәшәү тормошо менән  таныштырыу. Үҫеш маҡсаттары:  уйлау, фикерләү,  күҙәтеүсәнлек, сағыштырыу, күҙҙаллау һәләттәрен үҫтереү.   Тәрбиәүи маҡсаттар:  тәбиғәткә һөйөү  һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Белем биреү өлкәһендәге интеграциялар : телмәр үҫеше, художество – эстетик  үҫеше, физик үҫеш,  социально коммуникатив үҫеш. Һүҙлек эше :  яңы һүҙҙәр – ылыҫлы, ағас ҡыуышы, ағас ҡайыры. Йыһазландырыу: демонстрацион материалдар: интерактив таҡта, проектор,  ноутбук, магнит таҡталары, шыршы эшләү схемаһы, шыршы ағастары, йомшаҡ  уйынсыҡтар (ҡуян, төлкө, бүре, тейен), шыршы эшләү өсөн әҙерлектәр. Таратыу материалдары: шыршы йәбештереү өсөн зәңгәр ҡағыҙҙар, мамыҡ дисктан  шыршы ботаҡтары, елем, ҡул һөртөү өсөн салфеткалар. Алдан үткәрелгән эш: ҡыш һәм ҡышҡы күренештәр тураһында һөйләшеү, мамыҡ дисктан шыршы ботаҡтары ҡырҡыу. Дәрес барышы 1. ­ Сюрпризлы мәл. Балаларға ҡунаҡҡа ҡарһылыу килә. Һаумыһығыҙ. Мин Ҡарһылыу. Һеҙгә ҡунаҡҡа килдем. Минең тылсымлы йомғағым бар, ул беҙгә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә  ярҙам итәсәк. Бөгөн беҙ тыуған  яғыбыҙҙың тәбиғәте, ағастары, ҡоштары, ҡырағай хайуандары тураһында һөйләшеп  үтәсәкбеҙ. Бөгөн беҙҙе сәйәхәттә нимәләр көтә? (балаларҙың яуаптары) 2. Ойоштороу моменты. ­Сәйәхәткә барыр алдынан , һеҙҙең менән танышып үтәек әле. Уның өсөн ошо  йомғаҡты һүтә бара исемдәрегеҙҙе әйтергә тейешһегеҙ. Мин башлайым – мин  Ҡарһылыу, һин кем? Һинең исемең нисек? (балаларҙың яуаптары) Хәҙер беҙ башҡортса матур итеп һөйләшер өсөн күнекмәләр эшләп алайыҡ,   әкрен ел иҫте ү – ү – ү, ел көсәйҙе у – у ­у Афарин, хәҙер йомғаҡ артынан сәхәткә юлландыҡ. Йомғаҡты ысҡындырмай артынан атлайбыҙ Кейендек барыбыҙ ҙа Ҡышҡы юл алдыбыҙҙа Бер – бер артлы баҫабыҙ Ашыҡмайса атлайбыҙ Һәм артта ла ҡалмайбыҙ. 3. Башҡортостан буйлап уйын – сәйәхәт.(Слайдтар менән эшләү). – балалар ярым түңәрәккә баҫтыҡ.  Балалар беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ?  (балаларҙың яуаптары) Дөрөҫ.Башҡортостаныбыҙ нимәгә бай, ни өсөн данлыҡлы? (балаларҙың яуаптары) ­һәйбәт.Ҡарағыҙ әле был фотографияла нимә күрәһегеҙ? (Салауат Юлаев слайды) (быраулау вышкаһы слайды) ­ шулай уҡ  республикабыҙ нефткә бай. Бында беренсе нефть асылған ерҙә быраулау  вышкаһы ҡуйылған. (умарта төшөрөлгән слайд) ­ Башҡортостаныбыҙ бал менән дан тота  (Торатау төшөрөлгән слайд) Һәм әлбиттә  Ишембай районында урынлашҡан Торатауыбыҙ, беҙҙең өсөн  ғорурлыҡ. Уны барыбыҙға ла һаҡларға кәрәк. ­ Ысынлап та , беҙҙең республикабыҙҙың тәбиғәте матур; тауҙарға, йылғаларға,  урмандарға бай. (урман төшөрөлгән слайд) ­ ниндәй матур ҡышкы урман. Бөтә ер ап – аҡ ҡар менән ҡапланған. Үҙебеҙҙең  урмандарҙа үҫкән ағастарҙы ҡарап үтәек әле.  (шыршы слайды) ­ урманда ниндәй ағас үҫә? Тулы яуап бирәек. Урманда шыршы үҫә.  Балалар  ҡарағыҙ әле шыршының ботағында нимә үҫә ?(бер нисә бала) ­ шыршы һәр саҡ йәм – йәшел, энәләрен ҡоймай. Урманда ниндәй ағас үҫә? (ҡарағай). Урманда ҡарағай үҫә. Ә һеҙ беләһегеҙме шыршы менән ҡарағай нимәһе менән айырыла? (шыршының энәләре ҡыҫҡа, ботаҡтары аҫ яҡҡа ҡарай, ҡарағайҙың энәләре оҙон,  ботаҡтары өҫкә ҡарай). Шыршы, ҡарағай ылыҫлы ағас төрөнә инә. Ылыҫлы һүҙен ҡабатлап әйтәек әле  бергәләп. (бергәләп, ижектәргә бүләек). Был яңы һүҙҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырыр өсөн  уйын уйнап китәек. Ошо ҡар йомарлағында ниндәй һан төшә, шунса ошо һүҙҙе  ҡабатлаясаҡбыҙ. (ылыҫлы һүҙен ҡабатлау) Ылыҫлы ағастарҙың һауаһы шифалы, файҙалы. Әйҙәгеҙ әле бергәләп һулап алайыҡ. Тын алабыҙ танауҙан Сығарабыҙ ауыҙҙан. тулы яуап менән әйт әле, урманда ҡайын үҫә. ­ Урманда тағы ла ниндәй ағас үҫә икән, ҡарайыҡ.(ҡайын) ­ ­Ә был ниндәй ағас икән ? (Имән) Тағы ла ниндәй ағасты күрәһегеҙ? (Миләш).урманда миләш үҫә. Балалар урманды  һаҡларға кәрәк. – ә хәҙер ултырғыстарға ултырығыҙ. Балалар ҡыш көнө миләштең емештәре менән  кем туҡлана икән ? һеҙ нисек уйлайһығыҙ? (Ҡоштар).    ­ сеү.мин ниндәйҙер ҡоштар тауыштарын ишетәм.(ҡоштар тауышын тыңлау) ­ балалар һеҙ был ҡошто таныйһығыҙмы? Был ниндәй ҡош икән? ­был ҡарабаш турғай.ҡабатлағыҙ. был ҡарабаш турғай. ­ә был ағаста ниндәй ҡош ултыра?(ҡыҙыл түш).ҡабатла ­  ағаста ҡыҙылтүш ултыра. ­ ҡар өҫтөндә ниндәй ҡош ултыра? (балаларҙың яуаптары) ­ балалар был ағастағы ҡошто таныйһығыҙмы?(тумыртҡа).тумыртҡаны – урман  докторы тип йөрөтәләр. Ни өсөн? Сөнки ул ағастағы бөжәктәрҙе туҡылдап эҙләп  таба. Шулай итеп үҙен лә туҡлана, урманға ла файҙа килтерә. ­ ә был ағаста ниндәй ҡош ултыра?(турғай).тулы яуап менән әйтәбеҙ, ағаста турғай  ултыра. Беҙгә осраған ҡоштар нисек аталалар ?(ҡышлаусы ҡоштар). Сөнки улар  ҡышларға ҡалалар. Ҡоштарға беҙ нисек ярҙам итә алабыҙ ?(тағараҡ яһарға  мөмкин).Ҡоштарҙы һаҡларға кәрәк. 4. Ял итеү минуты Ә хәҙер ял итеп алайыҡ. Һеҙ минең арттан барығыҙ һәм ҡабатлағыҙ. Ҡышҡы урманға килдек(атлайбыҙ) Матур урындар күрҙек(уңға, һулға боролабыҙ) Аҡ зифа ҡайын унда (ҡулды өҫкә күтәрәбеҙ) Йәм – йәшел шыршы һулда (ҡулды төшөрәбеҙ) Ҡар бөртөкләре оса (әйләнәбеҙ) Әйләнеп ерҙе ҡоса. Бына ҡуян һикерә (һикерәбеҙ) Ул бүренән елдерә (урында югерәбеҙ) Беҙҙә унан ҡасабыҙ (сүгәеп ултырыу) Шым ғына шул боҫабыҙ Айыу бабай ял итә (ҡулдарҙы баш аҫтына ҡуябыҙ) Турғайҙар осоп китә(ҡулдарҙы һелкетәбеҙ)  Йомаҡтар ҡойоу. 5. – балалар, ҡарағыҙ әле ниндәй матур ҡышҡы урман. Башҡортостанда ҡыш ҡарлы,  һыуыҡ була. Балалар  ниндәй хайуандар һыуыҡтан ағас артына ҡасышып бөткәндәр ?  Хәҙер мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм, ә һеҙ ҡышҡы урманда ниндәй хайуандар  йәшәгәнен белерһегеҙ. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Йәйен һоро, ҡышын аҡ Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ. (Ҡуян) Балалар әйтегеҙ әле миңә, ни өсөн ҡуян йәйен һоро, ҡышын аҡ ? ­ Сөнки ул тунын алыштырып йыртҡыстарҙан  һаҡлана.Ҡар кеүек туны аҡ, ер кеуек йәй көнө туны һоро була. Ҡуян ағас ҡайыры менән туҡлана. Артабан тыңлайыҡ. Ана килә хан, ауыҙы мороно ҡан.(бүре) ­ Балалар, һеҙ беләһегеҙме, бүре бер үҙе генә һунар итмәй, өйөрө менән һунар итә. Һүҙе уның бик татлы, ышана күрмә тағы (төлкө) ­ Төлкөләр ҡыш көнө сысҡандарға һунар итәләү, ағастарҙы ҡоротоусыларҙы тотоп  тәбиғәткә файҙа килтерәләр. Уларҙың ҡар аҫтында өңдәре була. Етеҙ генә тултыра ул Сәтләүек менән өйөн. Беләһеңме был йәнлекте, Исеме уның ....... (тейен) Был хайуандар нисек аталалар ?(Ҡырағай хайуандар) ­Балалар, тейен нимә менән туҡлана ? ( тейен сәтләуектәр,тубырсыҡтар менән  туҡлана) Ә тубырсыҡтар ниндәй ағаста үҫә ?(шыршыла).ул тубырсыҡтарын ҡайҙа һаҡлай  икән ? (ағас ҡыуышында) ­ Дөрөҫ, тейен ағас ҡыуышында йәшәй һәм аҙыҡтарын һаҡлай. Яңы һүҙҙе  ҡабатлайыҡ. Ағас ҡыуышы(шым итеп, ҡысҡырып, шәп итеп). 6. Деманстрацион материал менән эш. ­ Балалар әйҙәгеҙ беҙ тейен өсөн шыршылар яһайыҡ. Уның өсөн экранға яҡыныраҡ киләек һәм шыршы эшләү схемаһын ҡарап үтәек. Әҙер өлгөлә  өсмөйөш формаһы  төшөрөлгән.ошо өсмөйөштө елем менән тәүҙә буяп сығайыҡ. Артабан аҫҡа өс  шыршы ботағын  ике рәт йәбештерәбеҙ. Аҙаҡ ике шыршы ботағын ике рәт  йәбештерәбеҙ. Һуңынын ике рәт берәр шыршы ботағын йәбештереп сығырға  тейешбеҙ. Беҙҙең ошолай матур шыршы ағастары килеп сығырға тейеш.  Хәҙер беҙ өҫтәлдәр артына ултырайыҡ.Арҡалар төҙ. Һеҙҙең алда һауыттарҙа  әҙерлектәр яталар. Аңлашылмаһа ошо схемаға ҡарап алырһығыҙ. Эште башланыҡ. – афариндар. Ә хәҙер үҙегеҙҙең эштәрегеҙҙе бында күрһәтмәгә килтереп ҡуйығыҙ.  Матур килеп сыҡҡан.Беҙҙең урман шыршыларға байыны.Тейен үҙенә шыршы  һайлап оя ҡорорға мөмкин. Ул һеҙгә рәхмәт әйтә. 7. Дәресте йомғаҡлау. – балалар һеҙгә бөгөн Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеү оҡшанымы?  Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа барҙыҡ ? Ниндәй ҡош, ағас исемдәрен иҫегеҙҙә ҡалдырҙығыҙ ? ­Ә хәҙер йомғаҡ артынан балалар баҡсаһына ҡайтайыҡ. Миңә һеҙҙә ҡунаҡта бик  оҡшаны. Һаубулығыҙ.

ООД на тему "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)

ООД на тему  "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)

ООД на тему "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)

ООД на тему  "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)

ООД на тему "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)

ООД на тему  "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)

ООД на тему "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)

ООД на тему  "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)

ООД на тему "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)

ООД на тему  "Башҡортостанда ҡыш"(на башкирском языке)
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
06.11.2018