Праздник Букваря на башкирском языке.Проводится после окончания послебукварного периода. Любимый и долгожданный праздник учеников и родителей . Дети показывают все чему научились ; рассказывают стихи, поют песни, танцуют, отгадывают загадки, инсценируют сказки. Праздник заканчивается чаепитием и коллективным фотографированием на память.
Әлифба байрамы.
Маҡсат: йыл буйына алған белемдәрен күрһәтеү
Байрам барышы:
Музыка аҫтында балалар сәхнәлә теҙелә.
1. Уҡытыусы. Халҡыбыҙҙа элек- электән үҙ
тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы бергәләп тантаналы
билгеләп үтәү матур ғәҙәткә кергән. Игенсенселәр,
мәҫәлән, яҙғы сәсеүҙән һуң Һабантуйға, урып- йыйыуҙан
һуң уңыш байрамына йыйылып күңел асҡан. Был гүзәл
йола мәктәптәрҙә лә йәшәп килә. Беренсе сентябрь-
Белем көнө, Октябрҙә- Уҡытыусылар көнө. Бөгөн дә
беҙҙә күркәм ваҡиға - Әлифба байрамы.Был һеҙҙең
мәктәп тупһаһын атлап кергәс яулаған тәүге ҙур
еңеүегегеҙ. Мин һеҙҙе ошо шатлыҡ уңайынан ысын
күңелдән тәбрик итәм. Был һеҙҙең дә уртаҡ
байрамығыҙ, хөрмәтле ата- әсәләр! Ҡотло булһын
күркәм тантанабыҙ!
Һеҙ хәҙер уҡый, яҙа беләһегеҙ. Ә уҡый, яҙа белеү – ҙур
байлыҡ. Бының өсөн беҙ кемгә бурыслы?
- Әлифбаға!
- Дөрөҫ! Әйҙәгеҙ Әлифбаны байрам түренә
саҡырайыҡ!
( Әлифба керә)
- Хуш киләһең, Әлифба, рәхим ит!
- Һаумыһығыҙ, балалар!
- Ә хәҙер, хөрмәтле Әлифба, уҡыусыларҙың һиңә
әйтер һүҙҙәрен тыңла.
2. Балаларҙың сығышы.
1. Байрам бөгөн, байрам бөгөн
Көттөк һине йыл буйы.
Ҡотло булһын, ҡотло булһын
Әлифба һабантуйы!
Йыр Әлифба
2. Әсәйҙе лә уҡытҡан,
Атайҙы ла уҡытҡан,Олатайҙы уҡытҡан,
Бына кем ул Әлифба!
3. Ҡәҙерләп йөрөттөк беҙ һине
Буяманыҡ, йыртманыҡ.
Өф итеп кенә һаҡланыҡ,
Төштә күреп йоҡланыҡ.
4. Эй, Әлифба, һинең ҡараш
Яҡтыртты зиһен күген.
Хеҙмәтеңә рәхмәт әйтеп,
Ҙурлайбыҙ шуға бөгөн!
5. Берәм-берәм хәреф сүпләп,
Уҡыныҡ һине оҙаҡ.
Ҙур тормошта шаулап- гөрләп
Йәшәргә һинән аҙаҡ.
6. Йәшәү серҙәрен белмәһәм,
Мең бәлә китер тапап.
Мең бәләләрҙән ҡотҡарыр
Әлифба тигән китап.
7. Хәреф белгәс, уҡып була
Китаптарҙың һәммәһен.
Тик маһайып китә күрмәйек
Тырышлыҡ кәмемәһен!
8. Ҡыҙыҡ әкиәтте
Уҡыуы рәхәт.
Рәхмәт, Әлифба,
Һиңә ҙур рәхмәт!
( Балалар уҡып күрһәтәләр)9. Ниндәй күңелле
Хәреф белеүе.
Шул хәрефтәрҙән
Һүҙҙәр теҙеүе!
( Яҙып күрһәтәләр)
10. Хәҙер, әсәй, мин ҙур үҫтем,
Уҡый – яҙа беләмен.
Әлифбаның шиғырҙарын
Ятҡа һөйләп бирәмен.
3. Әлифбанан шиғырҙар, тиҙәйткестәр ятлау.
4. «Мәҡәлде дауам” ит уйыны
1. Уҡыу – энә менән (ҡойо ҡаҙыу)
2. Ашыҡҡан - (ашҡа бешкән)
3. Эш бөткәс, (уйнарға ярай)
4. Күп уҡыған ( күп белә)
5. Китап – белем (шишмәһе)
5. Ребустар сисеү.
6.Әкиәт сәхнәләштереү.
7. Хор менән Әлифба, Әлифба
Китәһең бит инде.
Йыр итеп йырлайбыҙ
Иң һуңғы битеңде!
8.Йыр Әлифба.
9. Дипломдар тапшырыу
10.Әлифба. Рәхмәт, балалар, ҡыуандырҙығыҙ! Мине
барығыҙ ҙа яҡшы үҙләштергән. Бер йыл эсендә иҫ
киткес күп һөнәргә эйә булғанһығыҙ! Афарин!
Киләсәктә лә тырышып уҡығыҙ!
Һау булығыҙ!
-- Һау бул, Әлифба! Рәхмәт һиңә!
11.Концерт номерҙары.12. Ҡотлауҙар13.Байрам сәйе.