Разработка на 23 февраля

  • Мероприятия
  • doc
  • 01.05.2017
Публикация в СМИ для учителей

Публикация в СМИ для учителей

Бесплатное участие. Свидетельство СМИ сразу.
Мгновенные 10 документов в портфолио.

Разработка предназначена для проведения мероприятий в общеобразовательной школе для учащихся 5-7 классов. Мероприятие на башкирском языке .конкурс для учащихся.23 февраля в нашей стране отмечается традиционный День защитников Оте¬чества, давно ставший праздником всех тех, кто носит погоны. Произносим слово «мужчина», а подразумеваем «воин», и какой же воин не хочет показать свою силу, ловкость и смекалку! Вот с этой целью в нашей школе и проводится ежегодный рыцарский турнир «А ну-ка, парни!», основной задачей которого является подготовка юношей к службе в армии.Методика подготовки и проведения рыцарского турнира, посвященного Дню защитников Отечества
Иконка файла материала 23 байрам.doc
«23  февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө»                    байрамына арналған  тантаналы линейка сараһы. Маҡсат: : 1. Тыуған илде яратырға, уны һаҡларға өйрәтеү, патриотик тәрбиә биреү. 2. Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ир-егеттәрҙе ҡотлау, уларҙы хөрмәт итергә өйрәтеү. 3. Етеҙлекте, зирәклекте һынау. Сара барышы: Зал матур итеп биҙәлгән, талғын ғына музыка яңғырай, ике алып барыусы сыға. 1 ал.б.: Кейҙең өҫтөңә һоро шинелде, Яҡлар өсөн Тыуған илеңде. Ил өсөн утҡа керҙең һин, Ярты дөньяны гиҙҙең һин. Дан һиңә, дан, Совет һалдаты, Дан һиңә, дан, Совет һалдаты! 2 ал.б.: Даның яңғырай һинең йыраҡта, Тын океанда, бейек Карпатта. Мәғрүр баҫып ил сигендә, Һакта тораһың һин бөгөн дә. Дан һиңә, дан, Совет һалдаты, Дан һиңә, дан, Совет һалдаты! 1 ал.б.: 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө, уны Совет Армияһы көнө тип тә йөрөтәләр. Совет Армияһы 1918 йылда барлыҡҡа килгән.2 ал.б.: Тыуған илде һаҡлаусы! Нисек ғорур яңғырай был һүҙҙәр! 1 ал.б.: Ватанын һаҡлау – һәр бер ир-егеттең төп бурысы. Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ- Дамир Ғамир улы, Сабит Фаррах улы, Йәмил Үлфәт улы, Камил Кәбир улы, Ришат Рафиҡ улы, Раян Хальфетдин улы 2 ал.б. : һәм беҙҙең уҡыусы егеттәребеҙ, илебеҙҙең киләсәк һаҡсылары- барығыҙҙы ла ошо күркәм байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ!Һәм беҙҙең тантаналы линейкабыҙға рәхим итеүегеҙҙе һорайбыҙ. (Строй менән егеттәр сыға, военрук менән директор алда торалар, старший военрукка , военрук директорға доклад бирә, гимн яңғырай, һүҙ директорға, һуңынан военрукка бирелә, ура яңғырай). 1 ал.б.: Ҡош – һауала, ат – тауҙарҙа, Егет яуҙа һынала. 2 ал.б.: Бөркөт оса тауҙа, далала, Һәм уяна бөркөт бик иртә. Шуға күрә Ватан-әсә лә Ҡыйыуҙарҙы бөркөт тип йөрөтә. ( Берәй бейеү ) 1 ал.б. : . Беҙҙең ил ҡояшы балҡый, Яҡты булып көн һайын! Яҡты булһын, яҡты булһын, Якты булһын көн һайын. 2 ал.б.: Һин дә йырла, батыр егет, Һин дә йырла, матур кыҙ, Матур булһын, матур булһын,Матур булһын был тормош. ( Йыр яңғырай) 1 ал.б.: Илебеҙҙең халыҡтары Тыныс тормош ҡоралар. Тыныс булһын, тыныс булһын, Тыныс булһын донъялар. ( Рузиля Иршат ҡыҙы “ Һаҡлай белергә кәрәк “ шиғырын яттан һөйләй ) “Һаклай белергә кәрәк.” Ямғыр еҫе, бал еҫе – Уны миңә ел бирҙе. Икмәк, бәрәңге, алма – Уны миңә ер бирҙе. Ҡояш, ай, зәңгәр йондоҙ – Уны миңә күк бирҙе. Ауыл, болон, сәһәрҙәр – Илем миңә күп бирҙе. Ә кемдәрҙер һауаға Ракеталар ҡуймаксы. Ҡояшты һүндермәксе, Йондоҙҙарҙы ҡоймаксы.Аҡ өҙәнгеле атты Сабыуҙан туҡтатмаҡсы, Кешене, гөлдө, ҡошто Мәңгегә йоҡлатмаксы... Йоҡонан торған гөлдө Һәр кем күрергә тейеш, Һәм илен яуыздарҙан Һаклай белергә тейеш! 1 ал.б.: Эйе, беҙҙең киләсәгебеҙ үҙебеҙҙең ҡулда ғына, ошо гүзәл Тыуған илебеҙҙе һаҡлай белергә тейешбеҙ. Тыуасаҡ көндәребеҙ тыныс,яҡты, күгебеҙ аяҙ, илебеҙ теүәл, матур булһын, мәңге сәскә атһын! 2 ал.б.:Тағы берҙе барығыҙҙы ла байрам менән, егеттәребеҙгә бөгөнгө һынауҙарҙа уңыштар теләйек, бергә еңеп ҡайтһындар. Ә хәҙер инде линейкабыҙҙың иң күркәм мәле: ҡыҙҙар егеттәргә әҙерләгән бүләктәрен тапшыра. ( Бүләк тапшырыу, линейканы ябыу)