Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.
Оценка 4.6

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Оценка 4.6
Разработки уроков
doc
чтение
8 кл
23.04.2017
Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.
Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы. Маҡсат: Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады буйынса белгәндәрҙе иҫкә төшөрөү; ”Үлмәҫбай” поэмаһының идея-тематик йөкмәткеһе буйынса эшләү, һүрәтләү сараларын күрһәтеү, эстәлек буйынса фекер алышыу; Рәсәй һалдаттары, ветерандар, фронтовик яҙыусыларҙың батырлығын хөрмәтләргә саҡырыу. Йыһазландырыу: Мостай Кәримдең портреты, видеопроектор, экран, дәреслек, аңлатмалы һүҙлек.
Кальтяево открытый урок.doc
Башҡортостан Республикаһының  Мәғариф министрлығы БР Тәтешле районы муниципаль районы хакимиәте мәғариф бүлеге муниципаль учреждениеһы Үрге Тәтешле муниципаль бюджет 2­се урта дөйөм белем биреү мәктәбе Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы. /әҙәбиәттән дәрес конспекты/                                                               Әҙерләне һәм үткәрҙе:                                                                            башҡорт теле һәм әҙәбиәте                                                                               уҡытыусыһы Муллаярова Э.Р. Үрге Тәтешле 2015 Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.  Маҡсат: Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады буйынса белгәндәрҙе  иҫкә төшөрөү; ”Үлмәҫбай” поэмаһының идея­тематик йөкмәткеһе буйынса  эшләү, һүрәтләү сараларын  күрһәтеү, эстәлек буйынса фекер алышыу;  Рәсәй  һалдаттары, ветерандар, фронтовик яҙыусыларҙың батырлығын хөрмәтләргә  саҡырыу.   Йыһазландырыу: Мостай Кәримдең портреты, видеопроектор, экран,  дәреслек, аңлатмалы һүҙлек. Дәрес барышы: 1. Ойоштороу мәле. Уҡытыусы: ­ Һаумыһығыҙ! Ултырыгыҙ, уҡыусылар! 2. Төп өлөш. 1, 2­се слайд. Дәфтәрҙәргә число һәм теманы яҙыу. Уҡытыусы: Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим  тураһында белгәндәрегеҙҙе иҫкә төшөрөп үтәйек.  (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә  Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән  ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала  булып үҫә.                                                 Тыуған ауылында тулы булмаған  мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө  педагогия рабфагында уҡый. 1939­1941­се йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт  педагогия институтында уҡый. Уҡытыусы: Мостай Кәримдең ниндәй әҫәр, шиғырҙарын уҡығанығыҙ  бар? Эйе, Мостафа Сафа улы әҙәби ижадтың бөтә өлкәләрендә лә актив  эшләгән күп яҡлы талант эйәһе. Ул 1935 — 1936 йылдарҙа яҙа башлай.  Мостай Кәримдең әҫәрҙәре башҡорт телендә генә түгел, урыҫ, татар,  украин, грузин, ҡумыҡ һәм башҡа туғандаш халыҡтар телдәрендә айырым  китаптар булып баҫылды, сит ил телдәренә лә тәржемә ителде. Уҡытыусы: М. Кәрим Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡанмы?   (Уҡыусыларҙың яуаптары). Дөрөҫ,  әҙип фронттың һуңғы минутына ҡәҙәр  Ватанды һаҡлай. 1942­се йылдың  авгусында ҡаты яраланып, туғыҙ ай  госпиталдә ята. Аяҡҡа баҫыу менән ул фронтка юллана,  фронт гәзиттәрендә  эшләй, Украинаны, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны  азат итеүҙә   ҡатнаша. Еңеүҙе Венала ҡаршылай. Һуғыш уның күкрәгендә батырлыҡ өсөн  икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм осколок­ярсыҡтан  ҡалган яраны ҡалдыра  Бөйөк Ватан һуғышына шағирҙың ижадында тәрән эҙҙәр ҡалдыра:  «Һалдат», «Ҡара һыуҙар», «Үлмәҫбай», «Ярлыҡау» һ. б. әҫәрҙәре быға асыҡ  миҫал булып тора. Уҡытыусы: Ә хәҙер, малайҙар­ҡыҙҙар, һеҙ уҡып килгән “Үлмәҫбай”  поэмаһының йөкмәткеһе буйынса эшләйек. М. Кәрим 1942 йылда хәрби училищены тамамлап, артиллерия  дивизияһына элемтә начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм дошман менән йөҙгә­ йөҙ килеп алышыу һынауҙарын үтә. 1942 йылдың август айында хәтәр  һуғыштарҙың береһендә дошман снарядының утлы ярсығы, уның түш  кеҫәһендәге комсомол билетын тишеп йөрәккә саҡ ҡына теймәй үтә. 1942  йылдың көҙөндә, госпиталдә ятҡанда, ул Үлмәҫбай” поэмаһының тәүге ике  бүлеген тамамлай. Поэманың һуңғы өлөшө 1944 йылда Украинала яҙыла. Уҡытыусы. Поэмалағы ваҡиғалар кем тарафынан һөйләнелә? Уҡыусы.  Поэмалағы   ваҡиғалар   барыһы  ла  Үлмәҫбай   исеменән   һөйләнелә, әҫәр әкиәткә хас.  Дәреслек менән эш.  Уҡытыусы. Автор һүрәтләгән ваҡиғаларҙың әкиәт түгеллеген, ә яугирҙарҙың ял иткән ваҡыттарында усаҡ янында әйтеп үтә.  (Поэманан табып уҡыу) … Ситтәрәк ҡулы бәйләнгән Офицер дулап ята… Ул офицерҙы йыуата: “Һин тыпырсынма, ҡуян, Хәҙер ошо сылғау менән Ағасҡа аҫып ҡуям…” Гөж килә ағай­энеләр: ­ Хитрый ҙа һин, Үлмәҫбай, Был йәнлекте ҡайҙан тоттоң, Һөйләп ташласы, давай, Уҡытыусы. Кем ул Үлмәҫбай? ( презентация менән эш.) Уҡыусы. Үлмәҫбай – ул шат күңелле, тәүәккәл һәм кәрәк ваҡытта хәйләкәр ҙә  егет.  Шуға  ул  дошманды   батырлыҡ   менән   генә   түгел,  тәүәккәллек   һәм хәйлә менән ҡулға төшөргән ваҡиғаларҙы “мәрәкә һунар” итеп ҡарай.  Уҡытыусы. Әҫарҙә беҙ тағы кем менән танышабыҙ? Уҡыусы. Үлмәҫбайҙың яҡын дуҫы Теребай менән – ҡыйыу, шаян һәм ныҡыш егет. Ул, ауылда саҡта туйҙарҙа “көршәк түпәҫләргә”, “мылтыҡ шартлатырға һәүәҫ”   булып,   һуғышта   “башҡорттоң   туй   ғәҙәте”   менән   дошманды “таныштырыуҙа”  ла “беренсе   туй  әтәсе”.  Был  батырҙарҙың   ҡыйыулыҡ  һәм тапҡырлыҡ сифаттары хәйләкәрлек һәм йылдамлыҡ менән дә ҡушыла. Уҡытыусы. Был образдар менән автор нимә күрһәтергә теләй? Уҡыусы. Мостай Кәрим Үлмәҫбай һәм Теребай образдары аша     башҡорт халҡының батырҙарына хас характер үҙенсәлектәрен күрһәтеү  менән бергә, башҡорт халыҡтың ғөрөф­ғәҙәттәренә, йолаларына, һуғышсан традицияларына ла мөрәжәғәт итә.  Уҡытыусы. Рус әҙәбиәтендә “Үлмәҫбай”ға оҡшаған ниндәй әҫәр уҡығанығыҙ бар?  Уҡыусы. Үлмәҫбай А. Твардовскийҙың рядовой Василий Теркин образына бик   яҡын   тора.   Айырма   тик   шунда:   Әгәр   Василий   Теркин   образында   рус халҡы   әкиәттәрендәге   «Иван»ға   хас   һыҙаттарҙы   күрһәк,   Үлмәҫбай   менән Теребай образдарында башҡорт халҡының  батырҙарына хас характер.    Уҡытыусы.  Беренсе бүлектән үк Үлмәҫбай беҙҙең күҙ алдыбыҙға ниндәй кеше булып килеп баҫа?  Уҡыусы.   Үлмәҫбайҙың   ҡыйыу,   тәүәккәл   булыуын   ҡатмарлы   һуғыш шарттарында урындағы  хәлгә ҡарап эш итә белеүен күрәбеҙ. Үҙенең тәүге разведкаға барыуын ул бик мәрәкә итеп һөйләй: (Дәреслектән табып уҡыу) Значит, ике еңемә Ике “туҡмаҡты” алып, Кәйеф өсөн бер көрәшкә Русский горькийҙы һалып, Күркәләнеп сығып киттем, Ергә лә теймәй табан, ­ әйтерһең, тыуған Уралға Ҡунаҡҡа ҡайтып барам, ­ти. Үлмәҫбай   разведкаға   барыу   кеүек   яуаплы   эшкә   ауырһынмай,   маҡтанмай, киреһенсә, еңел тойғо, тәүәкәллек һәм үҙ көсөнә ышаныу менән сығып китә. Уҡытыусы. Дошман менән осрашҡанда Үлмәҫбай үҙен нисек тота? Уҡыусы. Үлмәҫбай, дошман тылында штабҡа уҡ барып инеп, аяуһыҙ дошман менән   йөҙгә­йөҙ   осрашҡанда   ла   юғалып   ҡалмай.   Хәйләһен   табып,   ҡулын күтәргән булып, үҙен офицерға илтергә ҡуша. Офицер  алдында   ул   үҙен   бик   ҡыйыу   тота.   Үҙ   яҙмышы   ҡыл   өҫтөндә   торған   хәтәр минуттарҙа ла еңеүгә ышаныс менән ҡарай.               Үлмәҫбай тураһында дәфтәрҙәргә яҙып алыу. Уҡытыусы. Уҡыусылар, Мостай Кәрим был поэманы бик оҫта яҙған.  Ниндәй тапҡыр һүҙҙәр, һүрәтләү саралары  күрҙегеҙ?  Дәреслек менән эш, миҫалдар табып уҡыу. Уҡытыусы.  Мәҡәлдәр­тапҡыр һүҙҙәр, сағыштырыуҙар, юмор һәм кинәйәле һүрәтләү   саралары,   фантастик   элементтар,   үткерлек   һәм   мәрәкәле   юлдар поэманы биҙәй.  Миҫалдар: Дошман   тылында   көрәш   алып   барыусы   –   партизандар   –   “үҙе   биш   ҡарыш, һаҡалы   етмеш   ҡарыш”   ҡарт   һәм   уның   өс   улы   ­   әкиәт   батырҙарына оҡшабыраҡ китә.  Үлмәҫбай хәрби йомоштарға барыуын “һунарға сығыу” тип ҡарай:                                       Һунарсы минең ырыуым, Һунарсы ата­бабам, Һунарсы ҡаны үҙемдә, Һунарсы булыр балам . Дошман хаҡында һөйләгәндә Үлмәҫбайҙың телмәрендә сатира, хатта сарказм  өҫтөнлөк ала.Һыу инергә килгән өс дошман һалдатын күҙәткәндә, уларға  шундай характеристика бирә: Дәреслектән табып уҡыу                                        Бына бер бүкән кеүеге Йылғаға тәгәрәне, Үҙе йөнтәҫ, үҙе ҡара. Гүйә һарыҡ бәрәне. Унан һуң икеһе сумды, Ҡиәфәт ­ өрәкме ни, Ҡолаҡтары – һелкеүестәй, Ҡулдары – көрәкме ни! Уҡытыусы.  Үлмәҫбай   һөйгән   ҡыҙы   Гөлбикәһенә   булған   мөхәббәт тойғоларына бирелгәндә, уның эске донъяһының матурлығы, әхлаҡ сафлығы ла сағыла.  (Гөлбикәнең Үлмәҫбайға яҙған  хатын уҡыу.) “…Һин – егеттәрҙең егете, Минең Үлмәҫбайғынам, Бер һинең өсөн шатланам. Берсә тағы ҡайғырам. Иҫ киткес батырлығыңа Һоҡлана Урал иле. Тик бына шул хаттарыңды йышыраҡ яҙһаң ине… Осоп барып күрер инем, Ҡанатым булһа икән, Ошо сәләм хатын яҙҙы Һин һөйгән ҡыҙ – Гөлбикәң…” Төп геройҙың үҙ һүҙҙәре аша бирелгән үҙенсәлекле телмәр, ябай һәм тапҡыр  һүҙҙәр поэманың художество теленең асыҡлығын, мәғәнәүи яҡтан бай һәм  тәрән булыуын билдәләйҙәр. Миҫал:: Әйткән һүҙ – атҡан уҡ булһын, Мин үҙем ныҡыш бәндә; Ошо ерҙә көтәм һине Тауыҡтар төнәр мәлдә. Күп строфалар  йыр кеүек яңғырай:  Алмалары алһыуланып, Балланып бешкән ине, Баҫыуҙарҙа, тулҡынланып. Бойҙай етешкән ине.  Ошондай   матур   яңғырашлы   һүҙҙәр,   ритмиканың   төҙөклөгө Уҡытыусы.   поэманың шиғри төҙөлөшөндәге ябайлыҡты һәм бер үк ваҡытта теүәллекте лә билдәләйҙәр.    Үлмәҫбай образында М. Кәрим ябай һәм ҡыйыу холоҡло һалдаттың типик образын   кәүҙәләндерҙе.   Халыҡсан,   ябай   һәм   образлы   теле,   юғары художестволы эшләнеше менән “Үлмәҫбай” поэмаһы шағирҙың үҙ ижады өсөн генә түгел, бәлки Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы бөтә башҡорт әҙәбиәте өсөн дә күренекле бер әҫәр булып танылды.  3. Дәрес буйынса нығытыу эше. Тест һорауҙарына яуаптар. (презентация менән эш.) 1. ”Үлмәҫбай” поэмаһы нисәнсе йылдарҙа яҙылған?  а) 1919 йыл     б) 1938 йыл   в) 1942, 1944 йылдар? 2. Поэмала кем исеменән һөйләнелә? а) Теребай      б) Үлмәҫбай   в) Партизан? 3. Үлмәҫбай образы ниндәй ҡылыҡтарға эйә? а) Батыр, тәүәкәл, хәйләкәр б) Егәрле, оҫта йырсы в) бейеүсе, ҡурайсы? 4. Үлмәҫбайҙың һөйгән ҡыҙы? а) Миңһылыу      б) Гөлбикә     в) Гөлбаныу 5.  Теребай Үлмәҫбайға кем булараҡ яҡын?  а) Ауылдаш     б) Күрше    в) Яҡын дуҫы? 4. Дәресте йомғаҡлау. Әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға баһалар ҡуйыу. 5. Өй эше биреү: 1) “Батырлыҡ” темаһына мәҡәлдәр яҙырға.  2) Үлмәҫбай менән Теребайға ҡылыҡһырлама яҙырға.  Һау булығыҙ!

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.

Тема: Мостай Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһы.
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
23.04.2017