Эҙләнеү эшемдә мин һеҙҙең менән бик аҙға ғына булһа ла алыҫ үткәндәргә юлландым, дәһшәтле йылдар ауазын ишеттерҙем, иҫ киткес яҙмыштар менән таныштырҙым. Яугир шағирҙарҙың һәр бер әҫәре беҙгә васыят кеүек яңғыраһын. Илебеҙҙең, тимәк, һәр беребеҙҙең яҡты киләсәге өсөн яуҙа ҡатнашҡан, үҙ ғүмерен биргән бар яугирҙар алдында баш эйәйек, бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн мәңге рәхмәтле булайыҡ! Уларҙың батырлығы мәңгелек!
Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугир шағирҙар.
I. Инеш һүҙ.
Тикшереүҙең объекты- Бөйөк Ватан һуғышында яуғир
шағирҙарҙың ижады һәм тормошо.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты:
уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы тураһында
белемдәрен киңәйтеү;
герой-шағирҙарҙың ижадында һуғыш темаһы
сағылдырыуын тикшереү;
яугир шағирҙарҙың шәхестәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу
Эҙләнеү эшенең актуаллеге:
әҙәбиәттә Бөйөк Ватан һуғышы темаһына иғтибарҙың
уятыу.
артыуы;
яугир шағирҙарҙың ижадын өйрәнеү,уларҙы быуындан-
быуынға тапшырыу.
Эштең практик әһәмиәте- эҙләнеү эшендәге фактик
материалдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә
әҙерләнгәндә, сығыш, докладтар яҙғанда ҡулланырға
мөмкин.
I бүлек.
Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан бер йыл ғына алда
Башҡортостан яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе,прозаик
һәм драматург Низам Ҡәрип: “Кәрәк булһа,пероны штыкка
алыштырырға ла әҙербеҙ”,-тип яҙғайны. Икенсе бер әҙип –
шағир Бәҙрүш Моҡамай шул уҡ йылдарҙа : “Бөгөн илгә
йөрәгемде бирҙем,кәрәк булһа,ғүмеремде бирермен”,- тип
йырланы.
Һәм бына ошо ант һүҙҙәрен бойомға ашырырға көн
килде.Бөйөк Ватан һуғышы,бер яҡтан,илебеҙҙең көс-
ҡеүәтенә,халыҡтар берҙәмлегенә һынау булһа, икенсеяҡтан әҙәбиәтебеҙҙең һуғышсанлығына,яҙыусыларыбыҙҙың
Ватанға тоғролоғона ла көслө һынау була. Бөтә совет халҡы
менән бер үк сәғәттә әҙәбиәтебеҙ ҙә көрәшкә күтәрелде.
Һуғыштың тәүге көнөнән үк әҙип һүҙе, шағир йыры илде
яуыз дошмандан һаҡларға өндәгән көслө оран булып
яңғырай.
Һуғыштың тәүге көндәрендә үк комсомолец Мостай Кәрим,
ир –егеттәрҙең ил һаҡлау бурысын ҡобайырҙағыса иҫкә
төшөрөп,тиңдәштәрен ил һаҡларға күтәрелергә ашыҡтырҙы:
Эйәрләне атай,ялын үреп
Аҡбуҙ аттың ярһыу,ап-ағын,
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтканын.
Мин фронтҡа китәм,иптәштәр!
Яҙыусыларҙың күбеһе һуғыштың тәүге көндәренән үк
үҙҙәре теләп яуға китте.Уларҙың күпселеге Ватаныбыҙҙың
азатлығы өсөн яу ҡырында батырҙарса һәләк булды.Сәғит
Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров,Али Карнай,Мәлих Харис,
Низам Ҡәрип,Хөсәйен Ҡунаҡбай,Баязит Дим,Бәҙрүш
Моҡамай,Мазһар Абдуллин,Төхвәт Морат,Сыңғыҙ
Ханов,Ғайса Йосопов,шулай уҡ тиҫтәләгән талантлы
йәштәр үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Уларҙың
ярты юлда бүленеп ҡалған йырҙары ла,килер быуындарға
өлгө булырҙай героик ғүмерҙәре лә,Данко йөрәгендәй, һаман
яҡтыртып, алға әйҙәп тора.
II.
Бәҙрүш Моҡамай.
Ҡәләмдәре менән бер рәттән ҡулдарына ҡорал тотоп,
дошманға ҡаршы яуға ҡиткән был яҙыусылар араһында
әҙәбиәттә танылып килгәндәре лә, яңы ғына ҡәләм тибрәтә
башлаусылар ҙа булды. Һуғыш яланында ла улар ике миссияүтәне: һалдат шинеле кейеп, ҡоралдаштары кисергәнде
кисереп,дошманға ҡаршы торҙо һәм, атыш тынып торған
арала, окоптарҙа йәки яраланып госпиталдә ятҡанда
яуҙаштары тураһында яҙҙы, хәрби ҡыйыулыҡты,
батырлыҡты данланы, һәр осраҡта ла ғәзиз Тыуған иленә
дан йырланы.
Минең бөтә һәләтлегем,
Ирек өсөн, намыҫ өсөн,
Тәндәге бөтә көсөм
Бөйөк Ватаным өсөн.
Ант итәм – үлһәм үлермен
Намыҫҡа кер тейҙермәм.
Илкәйемде бер саҡта ла
Дошман ҡулына бирмәм.
Был юлдарҙың авторы Бәҙретдин Мөхәмәтйән улы
Мөхәмәтйәнов (Бәҙрүш Моҡамай) 1909 йылда Дүртөйлө
районының Ҡайыш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә
тыуған. Мәктәптә уҡығанда уҡ татар шағиры Һаҙый
Таҡташҡа эйәреп шиғырҙар яҙа башлай (һуңынан уның
геройының исемен үҙенә псевдоним итеп ала). 1931 йылда
Өфө педагогия техникумын тамамлағас, тәүҙә уҡытыусы,
аҙаҡтан төрлө гәзиттәрҙә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
Һуғыш башланыу менән, ил һаҡларға китә. Яу йылдарында
Б.Моҡамай ижады жанрҙар яғынан төрлөләнә төшә.Ул фронт
шарттарында,тиҫтәләрсә лирик шиғырҙар менән
бергә,З.Космодемьянскаяның батырлығы тураһында “Таня”
исемле поэмаһын, “Линарияға хаттар” тигән күләмле проза
әҫәрен һәм “Ҡан өсөн ҡан” пьесаһын яҙа. Шағирҙың 1943
йылда баҫылған “Урал егете” тигән китабына ингән
шиғырҙары һәм поэмаларында аяуһыҙ һуғыш
ваҡиғалары,совет һалдатының Тыуған илгәмөхәббәт,дошманға асы нәфрәт менән тулы уй-хыялдары
тасуирлана.
Үҙе шағир-үҙәк фронттың ауыр алыштарында Вязьма,
Можайск, Великие Луки ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша.
Радист булып хеҙмәт юлын башлай, саперҙар взводы
командирына тиклем күтәрелә, ике тапҡыр яралана. 1944
йылдың 20 сентябрендә Литваны азат итеү өсөн барған
һуғыштарҙа ҡаһармандарса һәләк була.
Төхфәт Моратов.
Утыҙынсы йылдарҙа танылыу алған шағир Төхфәт
Фәттәхеттин улы Моратов һоҡланғыс, үҙенсәлекле
әҫәрҙәре менән иғтибарҙы йәлеп итә. Уның беренсе
шиғырҙары 1925 йылдарҙа уҡ күренә башлай, тәүге
әҫәрҙәрен аңлауы ҡатмарлыраҡ булһа ла, аҙаҡ ябайыраҡ
стилдә яҙа башлай. Һәр бер шағир-үҙе бер тарих, һәр
ҡайһыһы ата-әсәһенең ғәзиздәрҙән-ғәзиз улы, таянысы,
ышанысы. Төхфәт Мораттың “Үпкәләйем әле...”, “Әсә һүҙе”,
“Ата һүҙе” тигән шиғырҙарында тап ата-әсәнең кисерештәре
сағыла.
Улым!
Әсәң күҙҙәренә ҡарап,
Ғәфү ит һин, балам, был шатлығым
Мин посыңа һине шатлык менән,
Ҡайғыра тип һис тә уйлама!..
Ҙур ғорурлыҡ менән оҙатам.
Йәш бөртөгө булып тамғанға,
Мин шатланам, бына илем өсөн
Батыр һаҡсы үҫтерә алғанға.
Мөжәй Хәйретдинов.
1942 йылдың йәйендә Мөжәй Хәйретдинов командалыҡ
итҡән полк ҡамауҙа ҡала. Ҡаты алышта яраланып һушын
юғалтҡан яуғир әсирлеккә эләгә һәм фашистарҙыңдәһшәтле лагеры Дахауға эләгә. Бик ҡаты ғазаптарҙан
һуң,1944 йылдың сентябрендә фашистар Ватаныбыҙҙың
тоғро улын,шағир,полковник Мөжәй Хәйретдиновты язалап
үлтерә.
Аршын ярым сатин,
Мендәр тышы,
Йөн юбкаға күҙең майланды,
Ҡомһоҙ ҡараҡ булып,
Ишек емереп,
Һандыҡ ватып,ауыл әйләндең.
Урамдарҙа уйнап йөрөй торған
Үҫмер балаларҙы аттың һин,
Кәүҙәләрен киҫәктәргә турап,
Ҡарсыҡтарҙы утҡа яҡтың һин...
Минең илем-өлкән,
Ерем-изге,
Халҡым минең- батыр-арыҫлан,
Халҡым мөхәббәте йәбешкән.
Илемә лә ,изге еремә лә
Аҫһаң да һин,
Атһаң да,яндырһаң да,
Маҡтанһаң да утлы көс менән,
Илемде лә,халҡым,еремде лә
Еңер көсөң юғын мин беләм!
Аяҡтарың инде ергә теймәй,
Көньяғына табан атларға,
“Ғорур”көсөң,
Иблеслегең,
“Дан”ың,
Танк аҫтарында тапала.
Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин.
Данлыҡлы яҡташыбыҙ Шакирйән Мөхәмәтйәнов
(Александр Матросов) батырлығын ҡабатлаған Миңлеғәли
Ғөбәйҙуллин исемен Башҡортостанда белмәгән кеше
юҡтыр,ә бына уның шиғырҙар ижад иткәне хаҡында күптәр
белмәйҙер ҙә ,бәлки. 1-се класта уҡыған сағында уҡ
шиғырҙар яҙа башлағанбуласаҡ геройҙың ябай тел менәняҙылған әҫәрҙәре тыуған иленә,уның тәбиғәтенә сикһеҙ
яратыу хисе менән һуғарылған.
Гүзәл тәбиғәттең эсендә.
Иртәһен дә һәм кисен дә.
Һиндә тыуҙым,ауылым,һиндә үҫтем,
Төрлө уйын уйнап,йырҙар йырлап
Һыҙылып аҡҡан Өршәк буйҙарында
Ҡармаҡ һалдым,балыҡ ауланым.
Ҡыш көнөндә колхоз ҡырҙарында
Аҡбай менән ҡуян баҫтырҙым...
1941 йылда Баҡы ҡалаһында нефть техникумын тамамлаған
20 йәшлек Миңлеғәли Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хәрби
хеҙмәткә киткән ваҡытта,ябай дәфтәр битенә матур роза
сәскәһе төшөрөп,иҫтәлек булһын тип, аҫтына ошо юлдарҙы
яҙып ҡалдыра:
Сәскә кеүек тышта тормош балҡый,
Ынйы кеүек таштар араһынан
Күрәһеңме һыуҙар аҡҡанын?
Гөрләп тора матур аҡ ҡайын!
Хәрби училищеның тиҙләтелгән курсын тамамлағандан
һуң,1942 йылда фронтҡа китә.Командир булырға тигән бала
саҡ хыялы тормошҡа аша- Миңлеғәли гвардия уҡсылар
полкының пулемет взводын етәкләй. Ҡаты алыштарҙа ике
мәртәбә яралана. Үҙенең тыуған көнөндә,1944 йылдың 8
мартында, Украинаның Дудчаны ауылы өсөн барған алышта
дошман дзоты амбразураһын үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Ошо
батырлығы өсөн лейтенант Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға
Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Мәлих Харис.
Мәлих Харис (Мәлих Харис улы Харисов) йәшләй етем
ҡалыуына ҡарамаҫтан,белемгә ынтыла. 1941 йылда
Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Шул уҡ
йылда хәрби хеҙмәткә алынып,офицерҙар курсын уҡыпсыға.1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк
була. Мәлих Харистың ижади ғүмере бик ҡыҫҡа,ни бары 7-8
йыл була,сәскә атып өлгөрмәй өҙөлә.Әммә ошо ҡыҫҡа ғына
ваҡыт эсендә лә байтаҡ шиғыр,баллада яҙып ҡалдыра.
«Йөрәк тауышы» тигән беренсе китабы тик ул үлгәндән һуң,
1944 йылда ғына баҫылып сыға.Айырым шиғырҙары рус
теленә лә тәржемә ителде.Үҙенсәлекле шағир М.Харистың
фронт шарттарында яҙылған лирикаһында батыр һалдаттар
образы төп урында тора. «Батыр тураҺында баллада»,
«Онотмаһын мине Тыуған ил», «Хат» һәм башҡа әҫәрҙәрендә
шағир ата йорто, Тыуған иле ,халкы өсөн ғүмерен биргән
батырҙарҙың үлемһеҙлегенә дан йырлай.
Яралынан аҡҡан ҡан кеүек
Таң ҡыҙара офоҡ ситендә.
Һөжүм үтте. Тынлыҡ. Ял итә
Бәрелеш ҡыры туҙан, төтөндә.
Ләкин берәү таңды күрмәне:
Ул йәш егет Урал буйынан.
Ҡосҡан кеүек бала әсәһен,
Ҡалҡыу ерҙе ҡосоп йығылған.
Һәм боҫланып аҡҡан ҡайнар ҡан –
Һуңғы бүләк һөйгән еренә,
Айырыла алмай, изге тупраҡты
Үбә кеүек һаман ирендәр.
Һин миңә лә шулай күкрәп кил.
Батырҙарын иҫкә алғанда,
Онотмаһын мине лә Тыуған ил.
III. Йомғаҡлау.
Дәһшәтле һуғыш йылдары күптән инде артта ҡалды. Тик
ул һалған тәрән яралар, йөрәк йәрәхәттәре һаман һыҙлай.
Эҙләнеү эшемдә мин һеҙҙең менән бик аҙға ғына булһа ла
алыҫ үткәндәргә юлландым, дәһшәтле йылдар ауазын
ишеттерҙем, иҫ киткес яҙмыштар менән таныштырҙым. Яугиршағирҙарҙың һәр бер әҫәре беҙгә васыят кеүек яңғыраһын.
Илебеҙҙең, тимәк, һәр беребеҙҙең яҡты киләсәге өсөн яуҙа
ҡатнашҡан, үҙ ғүмерен биргән бар яугирҙар алдында баш
эйәйек, бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн мәңге рәхмәтле
булайыҡ! Уларҙың батырлығы мәңгелек!
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте мәғариф
бүлегеБөйөк Ватан һуғышында һәләк
(эҙләнеү эше)
булған яугир шағирҙар
Стәрлетамаҡ-2018
Йөкмәткеһе.
Инеш һүҙ.
Яугир шағирҙарҙың ижадында Бөйөк Ватан һуғышы
темаһын сағылдырыу.
I.
II. Бәҙрүш Моҡамай .
Төхфәт Моратов.
Мөжәй Хәйретдинов.
Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин.
Мәлих Харис.
III. Йомғаҡлау.
IV. Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:
Ғәйнуллин М.Ф.,Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны
яҙыусылары.Библиографик белешмә.-Өфө: Башҡорт китап
нәшриәте,1988.
«Башҡортостан уҡытыусыһы», №5,2000,29-32-се биттәр. «Башҡортостан уҡытыусыһы», №5,2010,26-29-сы биттәр.
«Башҡортостан уҡытыусыһы», №1,2015,65-68-се биттәр.