Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово
Оценка 5

Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово

Оценка 5
Повышение квалификации
docx
чтение
Взрослым
31.01.2019
Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово
Эссе (визитка) составлена для участия в профессиональном конкурсе "Учитель года -2019" муниципального этапа Куюргазинского района Республика Башкортостан. В эссе раскрыто педагогический опыт работы в школе. Стаж педагогической деятельности 34 года. Имею первую квалификационную категорию. Увлекаюсь выращиванием цветов, скандинавской ходьбой, люблю читать. Использую в работе современные педагогические технологии.
Эссе Я- учитель.docx
Уҡытыусы тигән исемем бар, Мәңгелеккә тиеп һайлаған. Орлоҡ һалам кескәй күңелдәргә Бик кәрәкле тиеп һанаған... Уҡытыусы тигән исемем бар, Яуаплылыҡ миңә өҫтәгән. Ғорур йөрөтәм уны бөгөн дә мин Ул бит һөнәр ­ илде биҙәгән! Хәйерле көн хөрмәтле жюри ағзалары, коллегалар! Мин,   Сарбаева   Рузилә   Рафаил   ҡыҙы,   Рәшит   Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһымын,   1963  йылда   Көйөргәҙе   районы   Таймаҫ ауылында тыуғанмын. Күҙ алдыма бала саҡ, мәктәп йылдары килеп баҫа ...  Мин   ябай   ауыл   ҡыҙы,   атай­әсәйем   ғүмер   буйына   ауыл хужалығында  хеҙмәт иткән кешеләр. Ә минең  хыялым ­  уҡытыусы булыу.   Был   хыялыма   ирешеү   өсөн,   маҡсат   ҡуйып,   үҙемде   ҙур тормошҡа әҙерләнем. Тырышып, тик 5 билдәләренә генә уҡыным, китап   яраттым,   ныҡышмал   һәм   актив   булдым.   Хеҙмәт   яратыу, ныҡышмалылыҡ,   изгелек,   маҡсатҡа   ынтылыусанлыҡ,   әҙәплелек, үҙаллылыҡ – атай­әсәйемдән. Дуҫтарым менән мәктәптә үткәрелгән сараларҙа,   конкурстарҙа,   агитбригадала,   бейеү   түңәрәгендә, концерттарҙа,   республика   күләмендә   үткәрелгән   сараларҙа   ең һыҙғанып,   дәртләнеп   ҡатнаштыҡ.   Өлгө   алырлыҡ,   ярҙамсыл,   изге кешеләрҙә   эргәмдә   күп   булды;   уҡытыусыларым,   ауылдаштарым, абруйлы атай­әсәйем.  1981 йылда Таймаҫ ауылы урта мәктәбен  5 билдәләренә генә тамамлап,   Өфө   педагогия   училищеһында   уҡып,   1984   йылда Күмертау ҡалаһының балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй башланым.   Үҙ   эшемде   яратып,   бөтә   күңелемде   биреп   эшләнем. Тырышлығымды маҡтау грамоталары менән ҙурланылар. Яратҡан шөғөлөмдө, бейеүҙе ташламаным. Күмерселәр мәҙәниәт һарайында бейеү   түңәрәгендә,   фольклор   ансамблендә   ҡатнашып,   бик   күп концерттарҙа йөрөргә өлгөрҙөм. Кешене һәр саҡ тыуған тупраҡ, эскән һыуы үҙенә тартып тора. 1989 йылда Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылы егете Сарбаев Рамай Рәшит   улына   кейәүгә   сығып,   Ялсыҡай   ауылы   урта   мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башланым. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын  тамамланым. Бик күп  йылдар уҡытыу­тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым. Был вазифа бик   күп   көс   талап   итә,   коллегаларыма   рәхмәтлемен.   Ярҙамсыл, тырыш,   изге   күңелле   кешеләр   улар.   2009   йылдан   үҙемдең   туған мәктәбемдә уҡытыусыларым менән бер рәттән ҡулға­ҡул тотоноп балаларҙың күңеленә кешелек орлоҡтары сәсәм. Һаманда йырларға, бейергә, концерттарҙа ҡатнашырға яратам, үҙемдең коллегаларым менән 30 йылдан ашыу туплаған тәжрибә менән уртаҡлашам. Беҙҙең Таймаҫ ауылы гимназияһы үҙенең бай йолалары менән дан алған мәктәп. Ҙур хәреф менән яҙылған, балалар яратҡан, заман менән бергә атлаған уҡытыусылар менән бер коллективта эшләүем менән ғорурланам.  Күренекле   педагог,   Ян   Амос   Коменский:   “Наша   профессия самая лучшая, как никакая другая под солнцем” тигән. Уҡытыусы һөнәрен мин тағы ла мөһим, яуаплы һөнәр тип өҫтәр инем. Бала күңелен асыу, уның киләсәктә кем булыуын билдәләү, шәхес итеп тәрбиәләү беҙҙән, уҡытыусыларҙан тора, бик күп яуаплылыҡ һәм талапсанлыҡ   өҫтәй.   Федераль   дәүләт   белем   биреү   стандарттары, “Педагог” профессиональ стандарты уҡытыусыға күп талаптар ҡуя. Һәр   баланы   шәхес   итеп   күргән,   мәғлүмәт   саралары   оҫта белемен коммуникатив,     ҡулланған,   компетентлы, камиллаштырыусы, эҙләнеүсән, уҡыусы өсөн һәр дәрес ҡыҙыҡлы, файҙалы   һәм   һөҙөмтәле   үтһен   өсөн   заманса   белем   биреү технологияларын ҡулланған уҡытыусымын. Мин  өҫтөнлөк   биргән   педагогик   технологияларҙы   слайдта күрәһегеҙ. Шульте таблицаһы ҡулланыу ысулына туҡталып үтәм. Уҡыу   процессының   нигеҙе   һәм   баланың   үҫеше   өсөн   иң   кәрәкле шарттарҙың   береһе   булып   уҡыу   тора.   Уҡыусыларҙың   уҡыу тиҙлектәрен арттырыу өсөн төрлө ысулдарҙы эҙләргә тура килде. Уҡыу тиҙлеген арттырыу өсөн периферик күреү һәләтлеге мөһим роль   уйнай.   Балаларҙың   периферик   күреү   һәләтлектәрен   үҫтереү өсөн   Шульте   таблицаһын   ҡулланыу   уңышлы   ысулдарҙың   береһе. Шульте   таблицаһын   диагностика   өсөн   һәм   тиҙ   уҡыуҙы   үҫтереү тренажеры   итеп   ҡулланырға   мөмкин.   Күргәҙмә   материалы   итеп Шульте таблицаларының икенсе баҫҡыс күнегеүҙәрен тәҡдим итәм, баҫма һәм интерактив программа рәүешендә ҡулланырға мөмкин. Был ысулды системалы ҡулланыуҙы күҙ уңында тотам.    Утыҙ йылдан ашыу балалар менән ҡулға ҡул тотоноп эшләү һөҙөмтәһеҙ үтмәгән. Хеҙмәтем маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән   баһаланған.   Һәләтле   уҡыусыларым   район,   республика күләмендә   үткәрелгән   конкурстарҙа,   олимпиадаларҙа   лайыҡлы урындар ала. Бейеү яратыуым, уҡыусыларҙың дәрестән тыш һуңғы эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе минең өсөн.   Уҡыусыларым   рәхәтләнеп,   бөтә   күңелдәрен   биреп   бейергә өйрәнәләр. Бөгөнгө көндә мин үҙемде бик бәхетле тип һанайым, яратҡан эшем, ярҙамсыл коллегаларым, мине хөрмәт итеүсе уҡыусыларым һәм ата­әсәләр булыу, эргәмдә иң ныҡ таянысым – ғаиләм булыу – үҙе ҙур бәхет. Тормош иптәшем Рамай Рәшит   улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Икеһе лә юғары техник белемле инженерҙар. Уҡытыусы… Үҙемдең ошо һөнәрҙе һайлауым һәм уға тоғро булыуым менән ғорурланам. Кемгәлер телебеҙҙең матурлығын күрә белергә,   уның   менән   ғорурланырға,   туған   телдә   аралашырға мөмкинселек   биргәнмен,   тыуған   төйәгебеҙгә   һоҡланыу   хисе тыуҙырғанмын икән, көнөм бушҡа уҙмаған. Балаларҙың   шат   йөҙҙәрен   күреү,   яңылыҡтары   менән уртаҡлашыуын ишетеү – бәхет түгелме ни? Бына ошо ҡыҫҡа мәл өсөн генә лә уҡытыусы булыу кәрәк! Уҡытыусы булыу был тормошта Бирелмәгәндер ул һәр кемгә. Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек Һәр көн өйрәтә ул белемгә. Үҙе белгән асҡыс менән асып Бала күңеленә керә ул. Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән  Төрлө фәндән белем бирә ул. Уҡыусы балалар үҫеп етеп Уңыштары булһа тормошта  Иң ҙур бәхет уҡытыусы өсөн Үҙе һайлап алған яҙмышта.  Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово

Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово

Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово

Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово

Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово

Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово

Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово

Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово

Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово

Эссе "Мин-уҡытыусы" учителя башкирского языка и литературы МБОУ Гимназия с. Новотаймасово
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
31.01.2019