Рабочая программа по башкирской литературе
Оценка 4.8

Рабочая программа по башкирской литературе

Оценка 4.8
Образовательные программы
docx
русский язык
8 кл
29.03.2019
Рабочая программа по башкирской литературе
Программа буйынса башкорт теленә өйрәтеүҙең максаты һәм бурыстары: •Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование). •Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү. •дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү. •Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу. •Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү. •Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. •текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
Рабоч. прогр. 8 кл баш лит.docx
Аңлатма яҙыу. 8­ се класс өсөн туған (башкорт) әҙәбиәтенән эш программаһы. Программа бөтәһе 69сәгәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 2 сэғэт иҫәбенән  Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8­се класында уҡыусы башҡорт  балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. ­ Өфө:  Китап, 2007,­ 336 бит. Программа кимәле : базалы Укытыусының тел буйынса укыу­ укытыу методик комплекты : 1.Усманова йыйынтығы ­ Өфө: Китап, 2009. 2.Ғафаров 3. методикаһы .­ Өфө : Китап, 1996. ­ 320 бит. 4.Баһауетдинова дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. 5­9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу  М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  М.Ғ., Ғәбитова З.М.Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар  Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. ­ Өфө : Китап, 2008. ­ 352 бит. Укыусылар өсөн тел буйынса укыу­ укытыу методик комплекты : Башҡорт  теле: Рус мәктәптәренең 8­се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.  Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. ­ Өфө: Китап, 2007,­ 336 бит. Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған  Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I­XI кластары өсөн башҡорт теле  һәм әҙәбиәте программаһы (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х.,  Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. ­ Ижевск, 2008) нигеҙендә төҙөлдө. Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа  Башҡоростан Республикаһы Тәтешле районы «Иҫке Ҡайпан урта дөйөм белем биреү  мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2014­2015 йылға  «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары  тормошка ашырыла: «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының  «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре  тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы,  Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы. Программа буйынса башкорт теленә өйрәтеүҙең максаты һәм бурыстары: •Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре  булдырыу (аудирование). •Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ­ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән  темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү. •дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит­журналдарын үҙ  аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү. •Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле  кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу. •Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға  өйрәтеү. •Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы,  мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле  шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. •текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ. Программа йөкмәткеһе өс йүнәлештән тора: •телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу; •телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация)  өйрәнеү; •бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли  тәрбиә мәсьәләһе лә күтәрелә. Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө: Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5­9­сы кластарға тура килә. 8­се класта  уҡытыуҙың маҡсаты ­ түбәнге кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс  талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр  системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө  тураһында белем биреү. Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы  урынлаштырылды. Был класта фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм  шағирҙарының төрлө жанр һәм тематикалы әҫәрҙәре өйрәнелә. Укытыу предметының төп йөкмәткеһе Тема Йөкмәткеһе С. Әлибай “Мәктәп юлы”. Н. Мусин “һабаҡ”, һ.б. “Ике сәсән”, “Сура батыр” ҡобайырҙары. 3. Биишева”Көҙгө ямғыр”. X. Назар “Көҙгө көн.  Болотло, һалҡын”. Р. Ханнанов “Икмәк ҡәҙере”. Р.  Өмөтбаев “Әмир баҫыуы”. А. Игебаев”Башҡортостан ил генәм”, “Ҡырлас тауҙар  иле ­ Башҡортостан”. И. Кинйәбулатов “Дуҫлыҡ  төйәге”. Н. Нәжми “Өфө йүкәләре”. “Салауат батыр” ҡобайыры. Ф. Күзбәков “Яу ораны бит  һин, Салауат”. Ф. Рәхимғолова “Салауат”. Т.  Дәүләтбирҙина “Салауат рухы”. Я. Хамматов “Салауат”  романы (өҙөк). А. Лежнев “Салауатты ҡулға алыу” картинаһы буйынса  яҙма эш. Ш. Бабич “Ҡышҡы юлда”. Ф. Рәхимғолова “Ҡыш”. Б.  Рафиҡов “Бүреләр”. И. Теләүембәтов “Маралым таңы”.  А. Йәғәфәрова “Кескәй шишмә”. М. Кәрим “Үлмәҫбай”. Н. Ғәлиев “Яуҙан ҡайтҡан  ҡурай”. Р. Өмөтбаев “Генерал Күсимов”. Сәғәттәр һаны 6 Мәктәп ­ белем  шишмәһе Халыҡ ижады ­ халыҡ  хазинаһы Көҙ ­ хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле Башҡортостан ­ алтын  бишек! 3 8 4 Салауат батыр ­ ир ине 7 Ҡыш Данлы йылдар, шанлы  йылдар 7 6 Әсәйем ­ күңел ҡояшым!4 Ш. Бикҡол “Әсәйем кәңәштәре”. Т. Ғиниәтуллин “Әсә  һәм бала”. Әҙәп барҙа ­ иман бар 4 Шаулап, гөрләп яҙ килә 3 Ай, Уралым, Уралым! Иәй 6 5 X. Назар “Өс һүҙ”. М. Ямалетдинов “Иман”. 3. Ғәлимов  “Ялан сәскәләре”. Р. Ғарипов “Яҙғы йыр”. 3. Ураҡсин “Алмағас”, “Сәскә  ғүмере”. Р. Сафин “Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар  бейеүе”. Ҡ. Аралбай “Ер тураһында ете һүҙ”. Б. Бикбай “Ер”. Ж.  Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр”. Н. Мусин  “һуңғы солоҡ” (өҙөк). К. Шафиҡова “Уйна, ҡурай!” Ф. Рәхимғолова “Бал ҡорто һәм күбәләк”. Ш. Янбаев  “Тегәнәк”. Р. Солтангәрәев “һуңғы һунар”. Ә.  Хәмәтдинова “Йәшел аптека”. Уҡылған әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен,  яҙыусыларҙың биографияһын һөйләү. Тестар эшләү.  Ижади эштәр. 3 Ижади эштәр башҡарыу. Әҙәбиәт буйынса  үтелгәндәрҙе ҡабатлау,  яҙма телмәр үҫтереү  (инша) Бәйләнешле телмәр  үҫтереү Укыу ­ укытыу дидактик ҡулланмалары исемлеге. 1.Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов 3. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ  мәктәптәренең 1­4 ­ се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. ­ Өфө:  Мәғариф министрлығы, 2003. 2.Аслаев Т. X., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.­ Өфө:Китап, 1996. Материаль­техник ҡулланмалар. •Компьютер; •телевизор; •магнитофон; •электрон таҡта. 8­се классукыусыларының белем һәм күнекмәләренә талаптар: Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе  яттан һөйләй белеү; Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм  лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү; Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәрҙе аңлы һәм тасуири уҡыу; ҙур булмаған  әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү; Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; телдең морфологик  категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө менән танышыу. Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу. Укыусыларҙың белем кимәленә талаптар 1 .һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү; •текстың  планын төҙөү; •текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү. 2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү; була. Уларға түбәндәгеләр инә: ­тестар; ­дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; ­һорауҙарға яуаптар биреү һәм  иншалар яҙыу; ­тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү  тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү. Ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль  эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында  уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың  ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы  контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана  ала. •текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү ­ тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы  телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу; •6­7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү. 3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу; •тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү; •әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү; •текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү. 4. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү  күнекмәләре. Укыу­укытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүҙе  баһалау : Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында  Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй. Программа материалын үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 8­се  класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: инша ­ 3 тест ­ 1 Телмәр үҫтереү дәрестәре, ятлау өсөн әҫәрҙәр исемлеге бирелә. Ятлау өсөн әҫәрҙәр; “Ай, Уралым , Уралым”, “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне”. Б.Бикбай. “Ер ’’поэмаһынан өҙөк. Ғ.Сәләм. “Шоңҡар”поэмаһынан өҙөк. М.Кәрим. “Йәшәйһе бар”. Р.Назаров. “Йәшен”, “Йөрәк”, “Ғүмер”. 3.Биишева, “һәнәрсе һәм Өйрәнсек” әҫәренән өҙөк. Р.Ғарипов. “Урал йөрәге”, “Аманат”, “Уйҙарым”. РБикбаев. “Башҡортостан бында башлана”, “Берләшегеҙ,бөтә донъя башҡорттары!”. Яҙма эш төрҙәре (инша) яҙыу уҡыусыларҙың белем кимәленә, мөмкинселектәренә  ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге  яҙма эштәр үткәрергә мөмкин: •карточкалар менән эш; •тест; •һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү; •терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү: •һүҙлек менән эш; •һүрәтләү иншаһы; •синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмдә һ.б.) Укыусылар белемен баһалауға норматив талаптар ( Әҙәбиәт буйынса ) Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар,  Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә, тәртипкә,  кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып  ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек  уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә, йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар  ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек. Укыу тиҙлеген тикшереү Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый  белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт  дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала  минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр, һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу  тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан  алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға  ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин Баһалар «5» «2» «4» «3» V VI vn vni IX 100 110 120 130 140 90 100 110 120 130 80 90 100 110 120 80­дән кәмерәк 90­дан кәмерәк 100­ҙән кәмерәк 110­дан кәмерәк 120­нән кәмерәк Тасуири укыу һәм ятлауҙар өсөн. һәр уҡыусы программаға ярашлы шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәрҙән өҙөктәр ятлай. Ят  ланасаҡ шиғырҙарҙы, өҙөктәрҙе, әҫәрҙе уҡытыусы иң башта үҙе тасуири итеп һөйләп  күрһәтә. Ши ғырҙы йәки өҙөктө уҡыусыларға үҙең тасуири итеп һөйләп күрһәтмәй  тороп, уларҙан матур ятлауҙы талап итеп булмай. Программа буйынса бөтә синыфтарҙа ла һәр сиреккә уртаса икешәр шиғыр йәки сәсмә  әҫәр өҙөгө ятлатылырға тейеш. П рограмма төҙөүселәрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында  күп осраҡта ошо ябай ғына талап күҙҙән ысҡына. Б ер сиректә бер шиғыр йәки өҙөк тә  ятлатылмаһа, икенсеһендә улар биш­ алты булып китә. Я тлау тексының программала  шулай бирелеүе уҡыусы өсөн бик ҡыйын һәм уңайһыҙ. Б игерәк тә уртаса өлгәшеүсе  балаға ауырға тура килә. Ятлау баһалары синыф журналында бер рәткә генә ҡуйыла, “ 2” билдәһе ҡуйылмай.  Тимәк, программала ҡаралған һәр әҫәр уҡыусы тарафынан мотлаҡ ятлатылырға тейеш,  һ шиғыр һәм өҙөктө үҙ ваҡытында һөйләтеү уҡытыусының талапсанлығына бәйле. Я  тланасаҡ әҫәрҙе баһалау өсөн түбәндәге талаптар ҡуйыла. “5”­ Уҡыусы шиғыр йәки сәсмә әҫәр өҙөгөн бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ һәм тасуири итеп ятлай, һәр һүҙ, өн һәм баҫым, быуындар берәмеге, паузалар теүәл талаптарға тура килә. “4”­ Әҫәр тотҡарлыҡһыҙ һөйләнә, әммә тасуирлыҡ етешмәй, уҡыусы бер­ике һүҙҙе,  өндө. , паузаны дөрөҫ әйтмәй. Шундай ваҡ кәмселектәр дүртәүҙән артмаҫҡа тейеш. “3”­ Тасуири һөйләп тә, уҡыусы дүрт­ биш тапҡыр тотҡарлана йәки шиғыр, өҙөктө  һөйләгәндә бер­ике урында яңылышы, тасуирилыҡ етешмәй. Ш ундай ваҡ кимселектәр  ете­ һигеҙҙән артмаҫҡа тейеш. Уҡыусыларға сиреккә, йыллыҡ баһа сығарғанда ятлауҙарға ла иғтибар ителә. М әҫәлән, уҡыу йылы йәки сирек барышында бала бер шиғырын ятламаһа, баһа бер балға кәм  ҡуйыла. Ике шиғыр йәки өҙөк ятланмаһа, сиреккә, йыллыҡ баһа “3”­ тән артыҡ  ҡуйылмай. Көндәлек яуаптарға баһалар. Яҙыусының тормош юлын, әҫәр йөкмәткеһен һөйләү, теге йәки был әҫәргә, образға  анализ яһау, һорауҙарға яуап бире һымаҡ һәр әҙәбиәт дәрестәрендәге яуаптар ҙа  тейешенсә баһалана, һ әр дәрестә дүрт­ биш баһа ҡуйыла. Телдән яуаптарҙы баһалауҙың үҙ талаптары бар. “5”­ Уҡыусы яҙыусының тормош юлын, әҫәр йөкмәткеһен тулы һөйләп бирә, һөйләгәндә теге йәки был образға, дөйөм әҫәргә ҡарата үҙ фекерен дә ҡуша, әҫәргә һәм образдарға  анализ яһағанда, өйрәнелгән әҫәр менән сағыштырыу үткәреп, обзор яһй һәм ентекле  күҙәтеү эшләй ала. “4”­ Уҡыусы яҙыусының тормош юлын, эҫэр йөкмәткеһен һөйләп бирә, әҫәргә йәки  образдарға бына тигән анализ яһай, өҫтәлмә һорауҙарға яуап биргәндә һәм обзор яһап  һөйләгәндә, юғалып ҡала. “3”­ Өйгә бирелгән эште уҡып килеп тә, уҡыусы уны эҙмә­эҙлекле итеп һөйләй алмай,  яуабы тик өҫтәлмә һорауҙарға яуап рәүешендә генә, обзор яһап һөйләгәндә лә уҡыусы  яуабы һорауҙарға яуап биреү кеүек кенә булып ҡала. “2”­ Бала өй эшен бөтөнләй уҡымаған, тик дәрестә ишеткәнен генә арлы­ бирле  әйткеләй, эҙмә­эҙлекле, теүәл яуап юҡ. , уҡыусы дәрескә әҙерләнмәй килгән. Ә ммә  шуны ла иҫкә алырға кәрәк: әгәр ҙә уҡыусы тәүге тапҡыр ғына дәрескә шулай  әҙерләнмәй килһә, иҫкәртеү яһап, шул уҡ теманы киләһе дәрестә һораясаҡты әйтеп, “2” ҡуймаҫҡа ла мөмкин.Был тәңгәлдә ул тәрбиәүи сара ролен дә үтәй һәм был билдәне  ҡуйыу менән мауыҡмау, башҡа төрлө иҫкәртеү юлдарын табыу уҡытыусыға тик ярҙам  ғына итәсәк. Сиреккә баһа ҡуйғанда ятлау, уҡыу тиҙлеге, синыфтан тыш уҡыу һәм яҙма эш  баһаларынан тыш уҡыусының телдән һөйләүенә лә сирек буйына кәмендә дүрт­ биш  баһаһы булырға тейеш. У үҙ фекерен дөрөҫ итеп әҙәби телдә һөйләп бирә алырға тейеш. Әҙәбиәттән яҙма эш төрҙәре. Уҡытыусылар яҙыусының тормош юлын өйрәнгәндә  хронологик таблица төҙөу эшен йыш кына үҙаллы үтәргә бирә. Был эш төрө уҡыусыла  әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, әммә теманы нығытырға ярҙам итә. Хронологик таблица өсөн бер баһа ҡуйыла. Баһа ҡуйғанда орфографик һәм пунктуацион хаталар ҙа иҫәпкә  алына. Был тел һәм әҙәбиәт дәрестәренең берҙәмлеген раҫлай. Тимәк, бында уҡыусының яҙыусының тормош юлын белеүе лә, грамоталылығы ла иҫкә алына. Хронологик таблица төҙөүҙе түбәндәгесә баһаларға мөмкин. Яҙыусының тормош юлындағы бөтә факттарҙы ла теркәгән, һөйләм төҙөлөшө һәм  грамоталылыҡ буйынса бер хата ла ебәрмәгән осраҡта ғына уҡыусы эше «5» билдәһе  менән баһалана. Уҡыусы яҙыусының тормош юлы буйынса бер фактты күҙ уңынан ысҡындырып, ике­ өс һүҙҙә хәреф йәки пунктуацион хата ебәрһә, яҙма өсөн «4» билдәһе ҡуйыла. Яҙыусының тормош юлы буйынса өс­дүрт фактик, алты­ете грамматик һәм  пунктуацион хаталары булған эш «3» билдәһе менән баһалана. Уҡыусы хронологик таблицаны бөтөнләй төҙөмәһә, уға «2»­ле ҡуйыла. Хронологик таблицаның бер өлөшөн дәрестә төҙөргә, шулай уҡ өйҙә яҙып килергә лә ҡушырға мөмкин. Өй эше итеп бирелгәндә, уҡыусы бер юлы ике бурысты үтәй: теманы  телдән һөйләргә әҙерләнә, шулай уҡ хронологик таблица төҙөп, эште нығытып та ҡуя. Дәрестең бер елөшөн гөнә алған башка яҙма эш төрҙәре. Әҙәбиәт дәрестәрен  төрләндереү маҡсатында ижади характерҙа башҡа яҙма эштәр ҙә башҡарыла. Мәҫәлән,  уҡытыусы уҡыусыларҙың әҫәрҙе уҡыған­ лығын йәки теманы үҙләштереү кимәлен тик­ шереү өсөн, йә берәй образға кескәй генә характеристика биреү өсөн, йә, ҙурыраҡ  күләмле әҫәр булһа, бер бағанаға ыңғай, икенсе бағанаға кире образдарҙы теркәү өсөн,  йә ике образды сағыштырыу өсөн яҙма эш ҡуша ала. Бындай эштәр бик күп төрлө. Тик  уларҙы уңышлы ҡулланырға ғына кәрәк. Бөгөн ижади эшләгән укытыусылар 10—15  минут эсендә уҡыусыларҙан бер­ике строфалыҡ шиғыр, нәҫер, әкиәт, кескәй хикәйә,  аннотациялар яҙҙырыу кеүек эш төрҙәрен дә ҡулланалар. Бындай эштәрҙә баһалауҙың  теүәл генә ре­ цебын биреп тә булмай — улар уҡыусының һәләте менән бәйле. Сөнки  уҡыусы ни тиклем тырышһа ла, яҙма эште бик шәп итеп үтәй алмаҫҡа мөмкин. Әммә  ижади эш барыбер баһаланырға тейеш. Уҡытыусы баһаны үҙе самалап ҡуя. («2»  билдәһе ҡуйылмай.) Әммә был баһа уҡыусыны артабан да ижади яҙма эшкә  дәртләндерергә тейеш. Мәҫәлән, дәрестә уҡыған әҙәби әҫәрҙең үҙенә оҡшаған урынын  һүрәткә төшөрөп килергә ҡушырға мөмкин, һүрәт төшөрөүҙә лә уҡыусыларҙың һәләте  бер кимәлдә булмай. Шуға укытыусы күберәк һүрәт йөкмәткеһенә иғтибар итә. Әммә  бик оҫта төшөрөлгән һүрәт уның иғтибарынан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш Шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: уҡыусы эшләгән бөтә яҙма һәм  ижади эштәр мотлаҡ баһаланырға тейеш. Изложение. Был эш төрө, ғәҙәттә, башҡорт теле дәрестәрендә үткәрелә. Әммә  йылына 1—2 тапҡыр һәр синыфта, әҫәрҙе өйрәнгәндән һуң, уҡыусыларҙың уны тулы  килеш укығанмы, юҡмы икәнен белеү өсөн, әҫәр йөкмәткеһе буйынса өйҙә йәки дәрес  ваҡытында изложение яҙҙырыла. Был алым уҡыусы өсөн дә, уҡытыусы өсөн дә бик  файҙалы. Беренсенән, уҡыусы изложение яҙыр өсөн текст йөкмәткеһе менән үҙаллы  таныша, дәрестә ваҡыт сарыф ителмәй, икенсенән, ошо әҫәр аша уҡыусы хәл­ ваҡиғаларҙы эҙмә­ эҙлекле итеп яҙырға өйрәнә, өсөнсөнән, бала үҙенең грамоталы итеп  яҙа алыу һәләтен тикшерә, дүртенсенән, уҡыусының яҙма телмәре үҫешә. Изложение  күләме, баһалау нормалары тел дәрестәрендәге кеүек булырға мөмкин. Йөкмәтке  буйынса баһа — әҙәбиәткә, ә грамоталылыҡ тел буйынса ҡуйыла. Иншалар. Башҡорт теле дәрестәрендә сирек, ярты йыллыҡ аҙаҡтарында контроль  диктанттар яҙҙырыу мотлаҡ булһа, әҙәбиәттән бөтә синыфтарҙа ла контроль инша  яҙҙырыу мәжбүри һанала. Әҙәбиәт дәрестәрендә үткәрелгән иншалар тел дәрестә­  геләренән күпкә айырыла һәм уларҙа теге йәки был әҫәргә, образдарға характеристика  биреү төп маҡсат булып иҫәпләнә. V—УП синыфтарҙа ябай план төҙөтөү өҫтөнлөк  алһа, VTTT синыфтан ҡатмарлы план төҙөү күнекмәләре бирелә башлай. IX—XI  синыфтарҙа инде ҡатмарлы план теҙөү мотлаҡ. Бигерәк тә контроль характерындағы,  сирек һәм ярты йыллыҡтар аҙаҡтарында үткәрелгән һәр иншаға ҡатмарлы план төҙөлә.  Кайһы бер өйрәтеү характерындағы иншаларҙы планһыҙ йә ябай план менән яҙырға  рөхсәт итергә була. Әммә ундай эштәрҙә лә уҡыусы, телдән булһа ла, үҙе өсөн генә план төҙөп ала. Әҙәби иншаларҙың күләме башҡорт теленән әллә ни айырылмай. Түбәндә  әҙәби иншалар күләме буйынса таблица бирелә. Синыфтар V Күләме 0,5­1,0 бит 100 һүҙҙәр һаны VI vn vin IX X 1,0­1,5 бит 150 1,5­2,0 бит 200 2,0­3,0 бит 250 3,0—4,0 бит300 4,0­5,0 бит 400 5,0­6,0 бит 500 XI Инша күләменә ҡарап, уҡытыусы баһаны ла бер аҙ үҙгәртә ала. Әҙәби иншаларға баһа  ҡуйыу талаптары башҡорт теле дәрестәрендәге изложение йәки иншаларҙан әллә ни  айырылмай. Әммә уларҙың үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәрен дә инкар итеп булмай.  Иншаларға баһаларҙы түбәндәге талаптарға таянып билдәләргә була. Тема тәрән итеп асылып, әҙәби материал яҡшы сағылыш тапҡан, йөкмәткеһе тулы  һәм оригиналь булған, башҡорт әҙәби телендә яҙылған, һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр  уңышлы ҡулланылған хатаһыҙ йәки бер генә пунктуацион хаталы эшкә «5» баһаһы  ҡуйыла. «4» билдәһе әҙәби материалды бирә алған, әммә оригиналлек менән айырылып  тормаған, һөйләмдәр төҙөлөшөндә бер­ике стилистик етешһеҙлеге булған, диктанттағы  кеүек «4»­ле билдәһенә тап килгән 2/2, 1/3, 3/1, 4/0 орфографик һәм пунктуацион  хаталы иншаларға ҡуйыла. Темаға тулыраҡ яуап биргән, әммә фактик материалды биргәндә хаталар киткән,  бер аҙ эҙмә­эҙлелек боҙолған, өс­дүрт стилистик хаталар ебәрелгән, орфографик һәм пунктуацион хаталары диктанттың «3» баһаһына тура килгән (4/5, 5/4, 6/3, 3/6, 7/2, 2/7)  инша «3» билдәһе менән баһалана. «2» билдәһе программаға, инша талаптарына тап килмәгән, йөкмәткеһе дөрөҫ би­ релмәгән, биш­ете стилистик хаталы, орфографик һәм пунктуацион хаталар һаны «3»­  лөк диктанттан күп булған иншалар билдәләнә (5/6, 5/5, 6/5, 7/4, 7/3, 8/2, 2/8). Иншаларҙа ла бер үк типтағы өс пунктуацион хата берәүгә иҫәпләнергә мөмкин.  Мәҫәлән, өс инеш йәки өндәш һүҙ, өс хәл әйтеменең бер төрө бер хатаға һанала. Әммә  һүҙ хаталарын улай төркөмләп булмай. Ғөмүмән, уҡытыусы һәр иншаға, һәр хатаға бик  ентекле һәм иғтибарлы ҡарарға тейеш. Шулай уҡ һәр әҙәби иншаға уҡытыусы  тарафынан бер­ике һөйләм менән аннотация яҙылыуы мотлаҡ. Был аннотациянан  укыусы үҙенең ҡайһы теманы белмәүен, ниндәй төр хаталарҙы күберәк ебәреүен аңлап,  уларҙы бөтөрөргә тырышасаҡ. Әҙәби инша — уҡыусының ижади эше. Шуға  уҡытыусының да һәр иншаға ижади ҡарауы мотлаҡ. Программала һәм дәреслектәрҙә уҡыусыларҙы теге йәки был темаға әкиәт, мәҡәлә,  юлъяҙма, рецензия һәм хаттар яҙырға өйрәтеү ҡаралған. Былар барыһы ла иншаның бер  төрө булып һанала. Уларҙы баһалау һәм күләм яғынан талаптар ҙа иншаларҙыҡы кеүек.  Тик был эш төрҙәре үҙҙәренең үҙенсәлектәрен дә һаҡларға тейеш. Доклад яҙырға, сығыш яһарға өйрәтеү. Был эш төрҙәренең грамматик хаталары  төҙәтелеп, тик йөкмәткегә генә билдә ҡуйыла. Улар әҙәбиәт дәрестәрендә теге йәки был образға анализ яһаған кеүек баһалана. Телдән яһалған рецензияларға ла тап ошо юл  менән баһа ҡуйыла. Тестарҙы баһалау. Хәҙерге башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар  белемен тест һорауҙарына яуаптар алыу ярҙамында баһалау киң ҡулланыла. Уҡыусы  һорауҙарҙың яртыһына йә унан күберәк һорауҙарға яуап бирһә — «3», 70% һәм унан  күберәк һорауҙарға дөрөҫ яуап биргәндә ­«4», 85­100% дөрөҫ яуап булғанда «5» билдәһе ҡуйыла. Уларҙы үткәреү һәм баһалау нормалары «Башҡорт теле (V—IX  синыфтар) һәм әҙәбиәтенән (V—XI синыфтар) тест һорауҙары». Уҡытыусылар өсөн  ҡулланма — Өфө, «Китап», 2000 китабында тулыраҡ бирелгән. Викторина һорауҙарына яуап алыу ҙа — әҙәбиәт буйынса уҡыусылар белемен  баһалауҙың бер төрө. һорауҙары менән тес­ тарға яҡын. Әммә викторинала яуаптар  варианттары бирелмәй. Теге йәки был дөйөм темаларҙан һуң, яҙыусы ижадын тулы  килеш өйрәнгәс, иншаларға әҙерләнеү өсөн, викторина һорауҙарына яуаптар алына. Был  эш дәрестең бер нисә минутын һәм тулы дәресте лә алырға мөмкин, һорауҙар алдан  таҡтаға яҙыла йәки уҡыусыларға яҙма рәүештә таратыла. Уҡыусылар һәр һорауға  ентекле яуап яҙа йәки телдән яуап бирә. Уҡытыусы кемдең яуап биргәнен билдәләп  бара һәм аҙаҡтан, шуларға ҡарап, баһалар ҡуйыла. Яҙма викторинала баһалар төст  һорауҙарына яуаптарҙы баһалаған кеүек билдәләнә. Викториналар төрлө кисәләрҙә,  ШТК­ларҙа (Шаттар һәм Сапҡырҙар клубы) ла әүҙем ҡулланыла. Уларҙа балалар  бәләмен баһалау мотлаҡ ҡаралмай. Иң дөрөҫ һәм күп яуап биргән уҡыусылар  бүләкләнә. Синыф журналына баһалар ҡуйыу уҡытыусының үҙенең ҡарамағында.  Викторина һорауҙарына яуаптар алыу төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙың бер өлөшө  рәүешендә лә ҡулланылып килә. Олимпиадалар, һуңғы йылдарҙа уҡыусылар араһында мәктәп, район, республика  кимәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадалар үткәрелә. Был эш төрө уҡыу­ сыларҙа туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Республика (шулай уҡ район һәм мәктәп) олимпиадалары өс этаптан тора. Берен­  сеһендә уҡыусылар тәҡдим ителгән темаларҙың береһен һайлап, инша яҙа. Иншалар  дәрестәрҙәге кеүек баһалана. Бер баһа әҙәбиәт өсөн, икенсеһе грамотапылыҡҡа ҡуйыла  һәм, ике баһа ҡушылып, очколар яҙыла. Икенсе этапта һорауҙарға яуаптар теркәлә. Ғәҙәттә, әҙәбиәттән дә, телдән дә бишәр һорау була. һәр дөрөҫ яуапҡа бер мәрәй  ҡуйыла. Тимәк, викториналарҙан иң күбе ун мәрәй йыйыла. Өсөнсө этапта сәсәнлек  ярышы үткәрелә. Был эш төрөндә уҡыусы үҙенең телмәр кимәле үҫешен күрһәтергә  тейеш. Жюри ағзалары балаға таныш бер тема буйынса һөйләр өсөн һорауҙар бирә. Уҡыусы уға бар  оҫталығын туплап, матур әҙәби телдә яуап бирергә бурыслы. Үҙ яуабында ул башҡорт  теленең бөтә күркәмлеген күрһәтергә, мәҫәлән, тыуған яғы, яҡташ яҙыусылары,  яратҡан әҫәре, ғаиләһе, мәктәбе, районы тураһында һөйләргә тейеш. Был яуап та ун  балл менән баһалана. Аҙаҡтан өс этаптың да баһалары бергә ҡушыла һәм дөйөм балл  сығарыла. Иң күп мәрәйҙәр суммаһы утыҙ була. Йыйған мәрәйҙәр буйынса урындар  билдәләнә. Айырым бер синыфта йә мәктәп буйынса үткәргәндә лә шул алым һаҡлана. Республика, район олимпиадаларында уҡыусылар призлы урын өсөн көрәшә. Ә  мәктәптә, айырым синыфтарҙа олимпиада үткәргәндә мәрәйҙәр һаны баһаға  әйләндерелә һәм синыф журналына ҡуйыла. ШТК, “ Мөғжизәләр яланы”, “ Йондоҙло сәғәт” һәм башҡа төрлө традицион  булмаған дәрестәргә һорауҙар, эш төрҙәрен уҡытыусы үҙе төҙөй, баһалар ҡуйыу ҙа  уҡытыусы ҡарамағында. Т мәктәп, төрлө синыф уҡыусылрының белем кимәле лә  төрлөсә була. Ш һа бөтәһе өсөн дөйөм берҙәм талап бар. Был олимпиадалар ошо дөйөм  һәм берҙәм талаптар кимәлендә ңткәрелергә тейеш. Н кенә булмаһын, олимпиадалар  мәктәптәрҙәге уҡыу­ уҡытыу кимәлен кңрһәтә. Тимәк, уҡыусылар белеме генә  баһаланмай, ниндәйҙер кимәлдә уҡытыусы оҫталығы ла күренә. Төп әҙәбиәт 1.Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8­се класында уҡыусы башҡорт балалары  өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. ­ Өфө: Китап, 2007,­  336 бит. Өҫтәлмә әҙәбиәт. 1 .Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Уҡыусыларҙың фәнни­тикшеренеү эшен  ойоштороу. Методик ҡулланма. Өфө: БМҮИ нәшриәте, 2007. 2.Ғафаров 3.Ғөбәйҙуллина өсөн сценарийҙар. ­ Өфө: Китап, 2004. 6. Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат». № Ф. X. Беҙҙең байрамдар. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп сәхнәһе  Б. Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. ­ Өфө: Китап, 2008. И кәрмә Биттәр Сәғәт Тема тәр һаны ҫ Үткәреү вакыты 8 абв Планла Үткәре штыры лған лгән 1­ се си ре к( 32 сә ғә т) I. М эк т эп бе ле м ш и ш м эһ е. 1 1 1 1 1 Ә ҙ абатлау. С.  либай. Мәктәп юлы. Б е  мәктәптә. Морфология буйынса үтелгәндәр еҙ ҡ Н. Мусин, һаба .ҡ Ябай һөйләм синтаксисы һәм  пунктуация, һү бәйләнеш һәм  һөйләм. ҙ ҙ ҙ ҫ Инеш диктант. Хаталар ө төндә эш. Р. Тимершин. Уйлап табыусы. һү бәйләнештәр, улар ың яһалышы һәм тө өлөшө. һөйләмдә һү ҙҙ те мә һәм эйәртеүле бәйләнеш. һөйләмдә һү ма саты яғынан һөйләм төр әре. “һү бәйләнеш” темаһын  абатлау. әр тәртибе. һөйләү әр бәйләнеше:  ҙҙ ҡ ҙ ҙ ҙ 1 ҡ II. Халы  ижады — халы  хазинаһы. ҙ ҡ 1 1 1 1 1 1 1 ҡ ҡ “Ике сәсән”  обайыры. “Сура батыр”  обайыры. ҙ ҡ ҙ III. Кө  —хе мәт һәм байлы  ми геле. ҙ ҡ 1 1 1 1 1 1 1 1 1 ҙ ҙ ҙ ҡ 3. Биишева. Кө гө ямғыр. X. Назар. Кө гө көн. Болотло,  һал ын. Кө гө тәбиғәт. һөйләмдең баш ки әктәре. һөйләмдең баш ки әктәре. Р. Ханнанов. Икмәк  ә ере. Р. Өмөтбаев.  мир ба ыуы. Р. Өмөтбаев.  мир ба ыуы. “һөйләмдең баш ки әктәре”  ҫ темаһын  абатлау. ҡ ҙ Ә Ә ҫ ҫ ҫ ҫ ҡ IV Баш ортостан — алтын бишек!. ҡ 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 ҡ ҫ ҡ ҙ Ҡ ҡ А. Игебаев. Баш ортостан ил  генәм.  ырлас тау ар иле ­  Баш ортостан. И. Кинйәбулатов. Ду лы  төйәге. ҡ Баш ортостан ­ Ватаным. Минең тыуған  алам. һөйләмдең эйәрсән ки әктәре. һөйләмдең эйәрсән ки әктәре. Аны лаусы. Аны лаусы. ҡ ҡ ҫ ҫ ҡ Диктант. эш. Өфө ­ баш  ала. ҡ 2­се сирек (32 сэгэт) 1 Н. Нәжми. Өфө йүкәләре. V. Салауат батыр — ир ине. ҡ 1 “Салауат батыр”  обайыры. Ф. Күзбәков. Яу ораны бит һин,  Салауат. 1 1 1 1 VI.  ыш. 1 1 1 Ҡ 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 ҙ ҡ Ф. Рәхимғолова. Салауат. Т. Дәүләтбир ина. Салауат рухы. А. Лежневтың “Салауатты  улға  алыу” картинаһы буйынса я ма  эш. Хәлдәр, улар ың төр әре. Рәүеш  хәле. Я. Хамматов. Салауат. Я. Хамматов. Салауат. Урын хәле. Ва ыт хәле. ҡ ҙ ҙ ҙ ҡ Ҡ ҡ ҡ ҡ ҡ ҡ ҡ ҡ ҡ Ҡ “Хәлдәр” темаһын  абатлау. Баш ортостанда  ыш. Баш ортостанда  ыш. Ш. Бабич.  ыш ы юлда. Ф.  Рәхимғолова.  ыш. Ма сат хәле. Сәбәп хәле. Б. Рафи ов. Бүреләр. Б. Рафи ов. Бүреләр. Инша. Хаталар ө төндә эш. Күләм­дәрәжә хәле. И. Теләүембәтов “Маралым таңы”. И. Теләүембәтов “Маралым таңы”. Шарт хәле. Кире хәл. А. Йәғәфәрова “Кескәй шишмә”. “Хәлдәр” темаһын  абатлау. ҡ ҫ VII. Данлы йылдар, шанлы йылда ҫ 1 D. ҡ ҫ ҫ М. Кәрим ижады. Үлмә бай. М. Кәрим. Үлмә бай. М. Кәрим. Үлмә бай. Баш орттар Бөйөк Ватан  һуғышында. Диктант. Хаталар ө төндә эш. Ябай һөйләм синтаксисы.  Синтаксик анализ. Ябай һөйләм синтаксисы.  Синтаксик анализ. Н. Ғәлиев. Яу ан  айт ан  урай. ҙ ҡ ҡ ҡ ҫ 1 1 1 1 1 1 3­сө сирек (40 сэгэт) 1 1 1 1 ҡ ҡ ҙ Н. Ғәлиев. Яу ан  айт ан  урай. Р. Өмөтбаев. Генерал Күсимов. Р. Өмөтбаев. Генерал Күсимов. Тиң ки әкле һөйләмдәр. Тиң ки әкле һөйләмдәр. ҫ ҫ ҡ VIII.  сәйем ­ күңел  ояшым. Ә ҡ Ә ҡ Ә Ш. Бик ол.  сәйемдең кәңәштәре. Ике составлы һөйләмдәр. Ике составлы һөйләмдәр. Т. Ғиниәтуллин.  сә һәм бала.  Өфөгә. Т. Ғиниәтуллин.  сә һәм бала.  Ә Поездағы ва иға. Т. Ғиниәтуллин.  сә һәм бала.  Ә Поездағы ва иға. Т. Ғиниәтуллин.  сә һәм бала.  Ә Баламды бир! Бер составлы һөйләмдәр. Тулы  һәм кәм һөйләмдәр. Диктант. ҡ ҡ ҫ ҙ әп бар а — иман бар. X. Назар. Өс һү .ҙ һөйләмдең айырымланған эйәрсән  ки әктәре. М. Ямалетдинов. Иман. М. Ямалетдинов. Иман. З.Ғәлимов. Ялан сәскәләре. З.Ғәлимов. Ялан сәскәләре. Кем ә әпле һәм тәрбиәле һанала? ҙ 1 IX.  Әҙ 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 X. Шаулап, гөрләп я  килә. ҙ ҫ ҙ ҙ ҡ ҡ ҙ ҙ Р. Ғарипов. Я ғы йыр. Ө тәлмәлектәр ең айырымланыуы. 3. Ура син. Алмағас. 3. Ура син. Сәскә ғүмере. Шиғыр ың тел­һүрәтләү саралары. Шиғыр ың тел­һүрәтләү саралары. Хәлдәр ең айырымланыуы. Хәл  әйтемдәре, улар ың  айырымланыуы. Р. Сафин. Тол  атындар һәм  ая һы Я ғы тәбиғәт. Контроль инша. Я .ҙ Хаталар ө төндә эш. ар бейеүе. ҙҙ ҡ ҡ ҙ ҫ ҙ ҙ XI. Ай Уралым, Уралым! 1 1 1 1 . Аралбай. Ер тураһында ете  Ҡ һү .ҙ Б. Бикбай. Ер. һөйләм ки әктәре менән  грамматик бәйләнеше булмаған  һү Ж. Кейекбаев. Урал тураһында  әр. ҙҙ ҫ ҙ ҙҙ әр һәм һү бәйләнештәр. обайыр. ҡ Инеш һү Инеш һөйләмдәр. Н. Мусин ижады, һуңғы соло .ҡ Н. Мусин, һуңғы соло .ҡ Н. Мусин, һуңғы соло .ҡ 1 1 1 1 4­се сирек (32 сэгэт) 1 1 1 1 1 XII. Йәй. ҡ ҡ К. Шафи ова. Уйна,  урай! Тура һәм ситләтелгән телмәр. Тура һәм ситләтелгән телмәр. Изложение. Хаталар ө төндә эш. ҫ 1 1 1 1 1 1 1 1 XIII.  Әҙ 1 1 1 1 1 1 ҡ Ф. Рәхимғолова. Бал  орто һәм  күбәләк. Ш. Янбаев. Тегәнәк. Ш. Янбаев. Тегәнәк. Р. Солтангәрәев ижады, һуңғы  һунар. Р. Солтангәрәев. һуңғы һунар. Р. Солтангәрәев. һуңғы һунар. . Хәмәтдинова. Йәшел аптека. Ә Йәмле йәй ­ ярат ан ми гелем ҡ әбиәт буйынса үтелгәндәр е  абатлау. ҡ ҙ ҙ ҡ ҙ ҡ ҡ ҡ ҙ ҡ ҡ ҙ ҡ Минең ярат ан я ыусым. Баш ортостандың халы   я ыусылары ижадын  абатлау. Баш ортостандың халы   я ыусылары ижадын  абатлау. “Ай Уралым, Уралым” темаһын  ҡ Баш ортостандың халы  шағир ары ижадын  абатлау. Баш ортостандың халы  шағир ары ижадын  абатлау. абатлау. ҡ ҡ ҡ ҡ ҙ ҙ ҡ ҡ XIV.Бәйләнешле телмәр ү тереү. ҫ 1 1 1 1 1 1 1 ҙ ҙ ҡ ҫ ҡ ҫ “һү  төркөмдәре һәм һөйләм  ки әктәре” темаһын  абатлау.. “һү  төркөмдәре һәм һөйләм  ки әктәре” темаһын  абатлау. “Ябай һөйләм төр әре” темаһын  ҡ “Ябай һөйләм төр әре” темаһын  ҡ Контроль изложение. Хаталар ө төндә эш. Эш  ағы ҫ ары төр әре. ҙҙ абатлау. абатлау. ҡ ҙ ҙ ҙ 1 1 1 1 1 1 ҙ ҫ абатлау. Протокол тө өү. “Синтаксик анализ” темаһын  ҡ Диктант. Хаталар ө төндә эш.  “һү бәйләнеш һәм һөйләм”  темаһын  абатлау. “һү бәйләнеш һәм һөйләм”  темаһын  абатлау. 8­се класта үтелгәнде  йомға лау. ҡ ҡ ҡ ҙ ҙ

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе

Рабочая программа по башкирской литературе
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
29.03.2019