"Тәбиғәттә ҡыш. Сифат"
Оценка 4.8

"Тәбиғәттә ҡыш. Сифат"

Оценка 4.8
Разработки уроков
docx
07.04.2023
"Тәбиғәттә ҡыш. Сифат"
конспект урока
конспект урока.docx

Башҡортостан Республикаһы

муниципаль районы Илеш районы

Түбән Йәркәй  дөйөм белем биреү лицейы

 

 

 

 

АСЫҠ ДӘРЕС

“Тәбиғәттә ҡыш. Сифат”

 

 

 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Вәлиева Ленара Рифҡәт ҡыҙының эше

 

 

 

Түбән Йәркәй -2023

Тема: Сифат.

Маҡсат:

             Cифат тураһында дөйөм төшөнсә биреү, уның ниндәй һорауҙарға яуап булып килеүен аңлатыу, сифаттарҙың телмәрҙәге ролен билдәләү;  уҡыусыларҙың диалогик телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу; Башҡортостанға, уның матурлығына һөйөү һәм ихтирам тойғоһо уятыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: телевизор, карточкалар, иллюстрациялар, фонояҙма, компьютер.

Дәрес барышы.

I.                 Ойоштороу мәле.

Психологик комфорт булдырыу.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Хәйерле иртә! Кәйефтәрегеҙ нисек? Бөгөнгө көндә һеҙҙе, дәрескә килгән ҡунаҡтарыбыҙҙы күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп бер-беребеҙгә ҡарап йылмайышайыҡ, ҡунаҡтарыбыҙҙы ла йылмайыу менән сәләмләйек. Афарин уҡыусылар. Ултырығыҙ.

-Уҡыусылар мин һеҙҙе бөгөн дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырыуығыҙҙы һорайым, тырышып яуап бирерһеҙ тип уйлайым. Хәҙер мин уҡыясаҡ шиғыр юлдары менән дәрестең девизы итеп билдәләрбеҙ.

Эшләйек бергә, бергә

Күңелле булыр беҙгә.

Эшләһәк бергә, бергә,

Күңелһеҙ булмаҫ берҙә.

 

 

 

II.             Төп өлөш

1. Маҡсатты әйтеү, теманы билдәләү

-Уҡыусылар тәҙрәгә күҙ һалайыҡ әле, йылдың ниндәй миҙгеле?(Ҡыш)

-Ә ниндәй һуң ул ҡыш? (һыуыҡ, ҡарлы, һалҡын, ап-аҡ, буранлы, елле).

-Дөрөҫ уҡыусылар, афарин.

-Ә хеҙер мин һеҙгә бер шығыр уҡып ишеттерәм, һуң һеҙ күмәкләшеп уҡырһыҙ.

Аҡ ҡыш.

Шундай яҡты, шундай нурлы –

Бөтә донъя аҡ ҡына...

Ап – аҡ була белә ошолай

                                         Беҙҙең тыуған яҡ ҡына.         

-Ә был шиғыр нимә тураһында? (Ҡыш)

-Ә кем яҙған икән был ? (Р.Миңнуллин)

-Ә кем һуң ул Роберт Миңнуллин?(халыҡ шағир, журналист, яҡташыбыҙ) 1948 й 1 августында Илеш район Шәммәт ауылында тыуа. Уға быйыл 75 яшь тулыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул беҙҙең арабыҙҙан бик йәшләй китеп барҙы.

-Уҡыусылар был шығырҙа тағы бер тылсымлы һүҙ бар ул “Тыуған яҡ”. Беҙҙең Илеш районы барлыҡҡа килеүенә лә 31 ғинуарҙа 88  йыл булды.

-Ә хәҙер ошо шығырҙа ниндәй? тигән һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе юллап ҡарайыҡ әле. (аҡ,  яҡты, нурлы, аҡ, ап-аҡ, тыуған) эйе дөрөҫ уҡыусылар. Афарин.

-Был һүҙҙәрҙе автор ни өсөн ҡулланған?  (матурларға, йәнләндерергә, тулыландырырға)

-Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? (сифат). Эәй дөрөҫ, афарин уҡыусылар. Тимәк беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (сифат тураһында)

Нимә ул сифат? Әйҙәгеҙ әле маҡсат ҡуяйыҡ

1.Сифат тураһында дөйөм төшөнсәне үҙләштереү;

2. Уның ниндәй һорауҙарға яуап булып килеүен белеү;

3. Миҫалдар килтереү, уларҙы текста таба белеү;

4. Телмәрҙә ҡулланыу.

2.    Сифат тураһында дөйөм төшөнсә биреү

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, әңгәмә.

-Әйҙәгеҙ уҡыусылар төҙ итеп ултырҙыҡ, астыҡ дәфтәрләрҙе, бөгөнгө числоны яҙабыҙ, класс эше. Нимә ул сифат?

-Уҡыусылар таҡтаға күҙ һалайыҡ әле. Был нимә? (миләш, шыршы, ҡыҙылтүш, ҡар бөртөгө һүрәттәре таҡтала)

-Миләш ниндәй?(ҡыҙыл, туң, әсе, файҙалы) миләште ауырығанда ҡулланалар һәм унан дарыу эшләйҙәр.

-Шыршы ниндәй? (йәшел, ҡупшы, энәле, ҡарлы, иҫле, һағыҙлы). ҡыш көндәреендә хайуандар ылыҫтары менән туҡлана.

-Ҡыҙылтүш ниндәй? (бәләкәй, йомшаҡ, матур,кескәй) Ҡыш көнө уларға аҙыҡ табыуы ауыр, шуға күрә уларға тағараҡтар эшләп, аҙыҡ һалырға кәрәк.

-Ҡар бөртөгө ниндәй? (күк, һыуыҡ, матур, ялтырауыҡ)

-Ә хәҙер ошо бирелгән исем һәм сифаттарҙы ҡулланып 4-5 һөйләмдән торған Ҡыш темаһына текст төҙөргә (2 минут ваҡыт)

 

 

3.    Ял минуты

-Арып киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ. Баҫтыҡ, мин күрһәткән хәрәкәттәрҙе минең арттан ҡабатлағыҙ.

Таянабыҙ билдәргә,

Тотонабыҙ бейергә

Таянабыҙ билдәргә,

Тотонабыҙ бейергә

Тыпыр – тыпыр –   тыпырлатып

Әйләнәбеҙ беҙ бергә.

-Афарин уҡыусылар. Ултырығыҙ.

4.    Сифаттарҙың телмәрҙәге роле

Китап менән эш.

-Ә хәҙер астыҡ китаптарҙы, 151-се күнегеү, 132 бит, Ҡар тигән текст бирелгән. Экрандан сылбыр менән уҡыйбыҙ.

-Ҡайһы текст һеҙгә оҡшай? (2 текст)

-Ни өсөн? (Сифаттар беҙҙең телмәребеҙҙе матурлайҙар, тулыландыралар, йәнләндерәләр)

-Аңлашылмаған һүҙҙәр бармы?

-Әйҙәгеҙ һүҙлек эше эшләп алайыҡ.

-Хәҙер уҡыуылар текстан сифаттар юллап яҙып алығыҙ.

-Дәфтәрләрегеҙҙе алмашығыҙ һәм бер-берегеҙҙең эшен тикшереп баһалағыҙ.

IV.Өйгә эш

1.    155-се күнегеү, 134 бит, ялғауҙар ҡушып яңы һүҙҙәр төҙөргә.

2.    Сифаттарҙы ҡулланып «Ҡышҡы тәбиғәт» тигән темаға инша яҙырға;

V.     Дәресте йомғаҡлау

-Беҙҙең дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлаша, шуға күрә уҡыуусылар беҙ ҡуйылған маҡсатҡа ирештекме?

-Нимәләр  белдегеҙ?

-Нимәгә өйрәндегеҙ?

-Ниндәй эште башҡарыуы ауыр булды?

-Нимәне аңламаным?

VI. Баһалау. Актив ҡатнашҡандар билдәләнә

- Ә хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмаябыҙ һәм хәйерле көндәр теләйбеҙ.

- Дәресебеҙ тамам.

 

 

 

 

 


 

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы

Тема: Сифат. Маҡсат:

Тема: Сифат. Маҡсат:

I. Төп өлөш 1

I. Төп өлөш 1

Был һүҙҙәрҙе автор ни өсөн ҡулланған? (матурларға, йәнләндерергә, тулыландырырға) -Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? (сифат)

Был һүҙҙәрҙе автор ни өсөн ҡулланған? (матурларға, йәнләндерергә, тулыландырырға) -Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? (сифат)

Ял минуты -Арып киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ

Ял минуты -Арып киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ

V. Дәресте йомғаҡлау -

V. Дәресте йомғаҡлау -
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
07.04.2023