Доклад на РМО учителей родного языка и литературы на тему "Рабочая программа по родному языку и литературе в свете ФГОС : содержание,структура, планируемые результаты"
Оценка 4.8

Доклад на РМО учителей родного языка и литературы на тему "Рабочая программа по родному языку и литературе в свете ФГОС : содержание,структура, планируемые результаты"

Оценка 4.8
Руководства для учителя
docx
другое
СCУЗ, ВУЗ
25.11.2020
Доклад на РМО учителей родного языка и литературы на тему "Рабочая программа по родному языку и литературе в свете ФГОС : содержание,структура, планируемые результаты"
доклад рабочая программа.docx

 

 

 

 

 

 

 

 

Доклад на тему: “Рабочая программа по родному языку и литературе в свете ФГОС: содержание, структура, планируемые результаты”

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Месягутово-2016

Эш программаһы – ул уҡыу дисциплинаһын өйрәнеүҙең  тәртип, күләм, йөкмәткеһен билдәләүсе төп документ, уға яраҡлы уҡытыусы предметтан билдәле класта уҡыу процесын ойоштора.

Эш программаһының маҡсаты – билдәле бер уҡыу-уҡытыу предметы эсендә ҡаралған белем биреү процесын планлаштырыу, уны ойоштороу һәм идара итеү өсөн уңайлы шарттар  тыуҙырыу.

Эш программаһының бурыстары:

һәр предметтан федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тормошҡа ашырыу;

уҡыусыларҙың контингентын һәм белем биреү ойошмаларының үзенсәлектәрен, маҡсатын һәм бурыстарын иҫәпкә алып, укыу предметтарының йөкмәткеһен, күләмен һәм тәртибен билдәләү.

 Эш программаһы түбәндәге функцияларҙы башҡара:

уҡыу-уҡытыу планында ҡаралған төп вазифаларҙы үтәй;

уҡыу-уҡытыу предметының белем биреү йөкмәткеһен билдәләй;

уҡыу-уҡытыу предметы эсендә белем-биреү йөкмәткеһен тәьмин итә;

уҡытыу-тәрбиә биреү процесын ойоштороуға эҙмә-эҙлекле, эшмәкәрлекле яҡын килеү өсөн шарттар тыуҙыра;

һәр уҡыусының планлаштырылған һөҙөмтәләргә ирешеүен тәьмин итә.

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уҡыу предметтары, курстар, шул иҫәптән дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса эш программалары төп дөйөм белем биреүҙең төп белем биреү программаһын үҙләштереүҙә планлаштырылган һөҙөмтәләргә ирешеүҙе тормошҡа ашырырға тейеш. 

Уҡыу предметтары, курстар, шул иҫәптән дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса эш программалары төп дөйөм белем бирүҙең төп белем биреү программаһын, уның структураһына индерелгән программаларҙы иҫкә алып, үзләштереү һөҙөмтәләренә ҡуйылған талаптар нигеҙендә төҙөлә.

I.         Эш программалары түбәндәге  структура буйынса эшкәртелә:

1.   Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр

2.   Уҡыу предметының (курс) дөйөм йөкмәткеһе;

3.   Тематик планлаштырыу (һәр теманы үҙләштереү сәғәт һаны бүленешен күрһәтеп).

Эш программалары белем биреү ойошмаларының компетенцияһына инә һәм үҙ аллы рәүештә тормошка ашырыла.

Эш программалары билдәле бер белем алыу дәрәҗәһен иҫәпкә алып төҙөлә.

Айырым бер уҡыу-уҡытыу предметының белем биреү йөкмәткеһе уҡыусының профессиональ оҫталығы һәм үҙ предметын нисек күҙаллауынан сығып проектлаштырыла.

Эш программаһын төҙөгәндә, ҡабул иткәндә һәм раҫлағанда түбәндәге документтарға иғтибарлы булыу кәрәк:

федераль дәүләт белем биреү стандарттары;

уҡыу-уҡытыу предметының өлгө (примерная) программаһы;

экспертизаны һәм апробацияны уҙған авторлыҡ программаһы;

белем биреү ойошмаһының төп белем биреү программаһы;

УМК (дәреслек, дәреслеккә методик ҡулланма, эш дәфтәрҙәре, контроль-тикшереү материалдары,  электрон ҡулланма).

Уҡытыусының эш программаһы административ структуралар тарафыннан уҡыусыларҙың уҡыу-уҡытыу предметының йөкмәткеһе ни дәрәжәлә үҙләштерелгәнлеген өйрәнә һәм тикшерә торган документ булып тора.

Программаның титул бите документтың беренсе бите булып һанала (ул биттә һан  ҡуйылмай).

1.   Эш программаһын эшкәртеүҙе титул битенән башлайбыҙ, ул үҙ эсенә:

-     Белем биреү ойошмаһы атамаһы;

-     Эшкәртелгән программаны раҫлау;

-     Эшкәртелгән программа курсының исеме;

-     Курсты өйрәнеүсе класс;

-     Программаны төҙөүсе уҡытыусының исем-шәрифтәре;

-     Программаны эшкәртеү урыны һәм датаһы.

2.   Эш программаһын ҡыҫҡаса аңлатма яҙыуҙан башларға мөмкин һәм ул үҙ эсенә:

1)   уҡыу-уҡытыу предметының дөйөм белем биреүгә индергән өлөшө;

2)   уҡыу-уҡытыу комплекттары тураһында мәғлүмәт;

3)   уҡыуҡытыу предметының дөйөм максаттары һәм бурыстары.


 

Эш программаһының структураһы

 

I. Планлаштырылған һөҙөмтәләр

Планлаштырылған һөҙөмтәләр бүлегендә федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре теркәлә.

 “Туған тел” фәнен үзләштереүҙә ирешелергә тейеш шәхси һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:

1) патриотик хис, илгә, Рәсәйҙең күп милләтле халҡының үткәненә һәм бөгөнгөһөнә хөрмәт тәрбиәләү; үҙеңдең этник сығышыңды, үҙ халкыңдың, тыуған ереңдең тарихын, телен, әҙәбиәтен,  мәҙәниәтен, кешелектең һәм Рәсәй халыктарының мәҙәни мираҫ нигезҙәрен белеү; күп милләтле Рәсәй йәмғиәтенең гуманистик, демократик һәм традицион ҡиммәттәрен үҙләштереү;

2) уҡыуға, хеҙмәткә ҡарата яуаплы мөнәсәбәт  формалаштырыу;

3) хәҙерге доньяның социаль, мәҙәни, тел, рух күп төрлөлөгөн иҫәпкә алған, фәндең һәм ижтимағи тәҗрибәнең хәҙерге заман үҫеш дәрәжәһенә тап килгән донъяға тулайым ҡараш формалаштырыу;

4) башҡа кешегә, уның фекеренә, донъяға ҡарашына, мәҙәниәтенә, теленә, диненә, гражданлыҡ позицияһына, донъя һәм Рәсәй халыҡтарының тарихына, мәҙәниәтенә, диненә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, телдәренә, ҡиммәттәренә  аңлы, ихтирамлы һәм игелекле мөнәсәбәт формалаштырыу;

5) фәнде үҙләштергәндә ижтимағи тормоштоң формаларын һәм ролдәрен, тәртиплелек ҡағиҙәләрен, йәшәү нормаларын үҙләштереү;

6) шәхси һайлап алыу нигеҙендә әхлаҡ проблемаларын хәл итеүҙә компетентлыҡты һәм әхлаҡи аңлылыҡты үҫтереү, әхлаҡлылыҡ тойғоһо һәм әхлаҡи яктан үҙ-үҙеңде тәртипле тотоу нормаларын формалаштырыу;

7) фәндәрҙе үзләштереү барышында фәнни-эҙләнеү, ижади һәм башҡа эшмәкәрлек ваҡытында, шулай уҡ аралашыу процесында (уҡыусы-уҡыусы, уҡыусы-уҡытыусы һ.б) коммуникатив компетентлыҡты үҫтереү;

8) йәмғиәт һәм кеше тормошонда ғаиләнең әһәмиәтен аңлау, ғаилә ҡиммәттәрен ҡабул итеү, ғаилә ағзаларына ҡарата хөрмәтле һәм ҡайғыртыусан мөнәсәбәттә булыу;

9) донъя һәм Рәсәй халыктарының әҙәби мираҫын үҙләштереү процесында эстетик зауыҡты үҫтереү.

“Туған тел” фәнен өйрәнеү барышында ирешелергә тейеш метапредмет  һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:

1) белем алыу маҡсатын һәм бурыстарын үҙ аллы билдәләү, танып белеү мотивтарын һәм ҡыҙыкһыныусанлыҡты үҫтереү;

2) максаттарға ирешеү юлдарын, уҡыу һәм танып белеү бурыстарын хәл итеүҙең эффектив ысулдарын аңлы рәүештә  һайлау;

3) планлаштырылган һөҙөмтәләр менән үҙ хеҙмәтеңде тиңләштерә белеү, һөҙөмтәләргә ирешеү процесында эшмәкәрлекте контролдә тотоу, тәкдим ителгән шарттарҙа һәм ҡуйылған талаптарҙа эшмәкәрлегеңдең ысулын билдәләү, үҙгәреп торған ситуацияларҙа эшмәкәрлегеңә коррекция индереү;

4) баһалау, үҙбаһалау нигеҙҙәренә эйә булыу;

5) төшөнсәләрҙе билдәләү, дөйөмләштерә, аналогиялар таба, төркөмдәргә бүлә, сәбәп-нәтижә бәйләнешен күрһәтә, логик  фекерҙәр төҙөй, һығымта яһай (индуктив, дедуктив, аналогия буйынса) алыу;

6) модель һәм схемалар, билдә һәм символдарҙы төҙөү, үзгәртеү һәм ҡуллана белеү;

7) аңлап-төшөнөп  уҡыу алымына эйә булыу;

8) үҙ тиңдәштәрең һәм уҡытыусылар менән уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора, төркөмдә һәм үҙаллы эшләй, үҙ фекереңде формалаштыра, аргументлаштыра һәм уны яҡлай белеү.

“Туған тел” фәнен өйрәнеү барышында түбәндәге предмет һөҙөмтәләре сағылдырырға тейеш:

1) формаль һәм формаль булмаған мәҙәниәт ара һәм шәхес ара аралашыуҙарҙа кешеләр араһындағы аралашыуҙарҙың эффектлығын тәьмин итеүсе телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен үҙләштереү (тыңлау, уҡыу, һөйләү һәм яҙыу);

2) белем биреү һәм үҙаллы белем алыу процесында шәхестең ижади һәм интелектуаль һәләттәрен үҫтереүҙә телдең мөһим роль башҡарыуын аңлау;

3) туған телдең коммуникатив-эстетик мөмкинлектәрен ҡулланыу;

4) туған тел тураһындағы фәнни белемде системалаштырыу һәм киңәйтеү, уның берәмектәре һәм баҫҡыстары араһындағы бәйләнештәр барлығына төшөнөү, туған телдең төп берәмектәрен һәм категорияларын,  лингвистиканың төп төшөнсәләрен үҙләштереү;

5) һүҙгә төрлө төрҙәге анализ (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һүҙбәйләнешкә һәм һөйләмгә синтаксик анализ һәм тексҡа күп аспектлы анализ яһау күнекмәләрен формалаштырыу;

6) актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу, аралашыу стиленә  һәм ситуацияға ярашлы туған телдә хистәрҙе һәм уйҙарҙы иркен белдереү өсөн һөйләмдә ҡулланылыусы грамматик сараларҙың күләмен киңәйтеү;

7) туған тел лексикаһының һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, төп нормаларын (орфоэпик, лексик, грамматик, орфографик, пунктуацион), һөйләү этикеты нормаларын үҙләштереү; уларҙы телдән һәм яҙма фекерҙәрҙе барлыҡҡа килтергәндә һөйләү практикаһында ҡулланыу тәҗрибәһен булдырыу; телмәрҙе үҙаллы камиллаштырырға ынтылыу; 

8) дөйөм кешелек ҡиммәте булараҡ тел мәҙәниәте өсөн яуаплылыҡ хисе формалаштырыу.

 

II. Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Уҡыу предметының йөкмәткеһе бүлегендә үтеләһе темаларҙың исемлеге һәм уларҙың ҡыскаса йөкмәткеһе бирелә. Түбәндәге темалар һәм уларҙың йөкмәткеһе 59 кластар өсөн эшкәртелгән өлгө программаларға (Ғәбитова З.М. “Башҡорт теле” рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле өйрәнеүселәр өсөн) нигеҙендә һәр класҡа айырып бирелә.


 

Доклад на тему: “Рабочая программа по родному языку и литературе в свете

Доклад на тему: “Рабочая программа по родному языку и литературе в свете

Месягутово-2016 Эш программаһы – ул уҡыу дисциплинаһын өйрәнеүҙең тәртип, күләм, йөкмәткеһен билдәләүсе төп документ, уға яраҡлы уҡытыусы предметтан билдәле класта уҡыу процесын ойоштора

Месягутово-2016 Эш программаһы – ул уҡыу дисциплинаһын өйрәнеүҙең тәртип, күләм, йөкмәткеһен билдәләүсе төп документ, уға яраҡлы уҡытыусы предметтан билдәле класта уҡыу процесын ойоштора

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы у ҡы у предметтары, курстар, шул и ҫ әптән дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса эш программалары төп дөйөм белем биреү…

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы у ҡы у предметтары, курстар, шул и ҫ әптән дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса эш программалары төп дөйөм белем биреү…

Эш программалары белем биреү ойошмаларының компетенцияһына инә һәм ү ҙ аллы рәүештә тормошка ашырыла

Эш программалары белем биреү ойошмаларының компетенцияһына инә һәм ү ҙ аллы рәүештә тормошка ашырыла

Программаның титул бите документтың беренсе бите булып һанала (ул биттә һан ҡуйылма й)

Программаның титул бите документтың беренсе бите булып һанала (ул биттә һан ҡуйылма й)

Эш программаһының структураһы

Эш программаһының структураһы

Рәсәй халыктарының әҙәби мираҫын үҙләштереү процесында эстетик зауыҡты үҫтереү

Рәсәй халыктарының әҙәби мираҫын үҙләштереү процесында эстетик зауыҡты үҫтереү

Туған тел” фәнен өйрәнеү барышында түбәндәге предмет һөҙөмтәләре сағылдырырға тейеш: 1) формаль һәм формаль булмаған мәҙәниәт ара һәм шәхес ара аралашыуҙарҙа кешеләр араһындағы аралашыуҙарҙың эффектлығын…

Туған тел” фәнен өйрәнеү барышында түбәндәге предмет һөҙөмтәләре сағылдырырға тейеш: 1) формаль һәм формаль булмаған мәҙәниәт ара һәм шәхес ара аралашыуҙарҙа кешеләр араһындағы аралашыуҙарҙың эффектлығын…

3) туған телдең коммуникатив-эстетик мөмкинлектәрен ҡулланыу; 4) туған тел тураһындағы фәнни белемде системалаштырыу һәм киңәйтеү, уның берәмектәре һәм баҫҡыстары араһындағы бәйләнештәр барлығына төшөнөү, туған телдең…

3) туған телдең коммуникатив-эстетик мөмкинлектәрен ҡулланыу; 4) туған тел тураһындағы фәнни белемде системалаштырыу һәм киңәйтеү, уның берәмектәре һәм баҫҡыстары араһындағы бәйләнештәр барлығына төшөнөү, туған телдең…

II. Уҡыу предметының йөкмәткеһе

II. Уҡыу предметының йөкмәткеһе
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
25.11.2020